Верхнеурал һыуһаҡлағысы
Верхнеурал һыуһаҡлағысы | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Верхнеурал һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Верхнеурал һыуһаҡлағысы- рус. Верхнеуральское водохранилище - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районында, Яйыҡ (рус. река Урал) йылғаһында урынлашҡан.
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылдар аҙағында Магнитогорск металлургия комбинаты ҡыҙыу тиҙлек менән үҫешә һәм өҫтәмә һыу сығанағына ҙур мохтажлыҡ кисерә. Ул ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында завод быуаһы була, ләкин уның ҡеүәте сәнәғәт гиганты ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алмай. Артыҡ бысраныу арҡаһында ла инде техник таҙа һыу бирергә һәләтле булмай.
Комбинат өсөн Ленинград «ГидроПроект» институтының Куйбышев филиалы яһалма һыу ятҡылығы өсөн махсус бер нисә проект төҙөй. Магнитогорскиҙың төньяғына табан быуа төҙөү иң яҡшы вариант тип табыла, сөнки һыу ағымы ыңғайына тура килә.
1960 йылда Магнитогорск металлургия комбинаты ихтыяждары өсөн Верхнеурал һыуһаҡлағысы төҙөлә башлай.
Һыуһаҡлағыс төҙөү өсөн ике ауылды, хатта бер ҡаҙаҡ зыяратындағы һөлдәләрҙе күсерергә тура килә (бөтә йолаларҙы үтәп).
Шуныһы ҡыҙыҡ, халыҡ һыуһаҡлағысҡа «диңгеҙ» исемен ул төҙөлгәнгә тиклем үк ҡушып ҡуя. Төҙөлөш өсөн эш урынынан алыҫ түгел төҙөлгән ҡасаба Приморский тигән матур исем ала.
Һыуһаҡлағыс төҙөгәндә ваҡ ҡына нәмәләр ҙә иҫәпкә алына - ул 1-се класлы һыуһаҡлағыс булараҡ проектланған булған. Ә быға талаптар бик юғары. Һыу ятҡылығының максималь бейеклеге – 27 метр. Файҙаланыуҙың гарантия срогы — 50 йыл.
Быуаның сифаты файҙаланыу осоронда бер тапҡыр ҙа дәғүәгә урын ҡалдырмай[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магнитогорскиҙан 10 км төньяҡтараҡ, Верхнеуральскиҙан көньяҡтараҡ, Силәбенән 270 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Көньяҡ ярында — Приморский ҡасабаһы, көнбайышында — Спасский һәм Ивановский ҡасабалары.
Быуа (плотина) һыуһаҡлағыстың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ; оҙонлоғо - 1,5 км. Быуала электр энергияһы етештереү өсөн турбиналар ҡуйылған.
Һыуһаҡлағысҡа Ҡаработаҡ (рус. река Воровская)(Карабутак, Кара-Бутак, Аще-Бутак, Ашибутак) һәм Черная йылғалары һәм Яйыҡтың уң яҡ ҡушылдыҡтары ҡоя.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ телендә һыуһаҡлағысты Верхнеурал (йәки Магнитогорск) «диңгеҙе» тип йөрөтәләр. Верхнеурал диңгеҙенең оҙонлоғо - 23 километр , ә киңлеге 3 километрға һуҙылған.
Һыу көҙгөһө майҙаны 76,5 квадрат километр тәшкил итә, һыу күләме – 601 миллион кубометр. Һыу тәрәнлеге — 10 метрҙан ашыу.
Быуала ҙур булмаған утрауҙар бар, уның иң өлкәне быуа ситенә яҡын урынлашҡан һәм уға ғәҙәти булмаған рәүешенә ҡарап Кит тигән атама биргәндәр[3].
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Верхнеурал һыуһаҡлағысы туризм объекты булараҡ танылған.
Һыу ятҡылығында 22 төр балыҡ үрсей: аҡ амур, суртан, һыла, ҡушбаш (толстолобик), сабаҡ, ҡыҙылғанат, шамбы, алабуға, верховка, карп һәм башҡа төрҙәре тереклек итә. Уйылды һыуһаҡлағысынан үрсетергә ҡорман һәм судак алып ҡайтылған[4]
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Верхнеуральское водохранилище[1] 2019 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ Верхнеуральское водохранилище[2] 2019 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ ВЕРХНЕУРАЛЬСКОЕ ВОДОХРАНИЛИЩЕ[3]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия[4]
- ВЕРХНЕУРАЛЬСКОЕ ВОДОХРАНИЛИЩЕ[http://reki-ozera.ru/rybalka_v_chelyabinskoy_obl/ozera/110126-verhneuralskoe-vodohranilische.html
- Верхнеуральское водохранилище[5] 2019 йыл 6 апрель архивланған.
- Верхнеуральское водохранилище[6]