Шамбы
Уҡыу көйләүҙәре
| Шамбы | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Lota lota (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||
|
| Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап IUCN 3.1 Least Concern : / 135675 |
Шамбы (лат. Lota lota, рус. Налим) — сөсө һыуҙа ғына йәшәүсе ҡомһоҙ, йыртҡыс балыҡ.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонса һәм шыма ҡараһыу кәүҙәһе тимгелле. Эйәк аҫтында һыңар, парһыҙ мыйығы бар. Башы ялпаҡ, ауыҙы киң, тештәре күп һәм ваҡ. Ауырлығы бер нисә килограмға етә. Оҙаҡ йәшәгәндәренең оҙонлоғо метрҙан ашыу булыуы ихтимал.
Төнөн ваҡ балыҡтар аулай. Кәрәгәләр аҫтында һыйынып, боҫоп ята, таш аҫтарына инә, йә иһә һыу төбөнә һырығып, тик кенә ҡыймылдамай ята.
Таралыуы
Ғәҙәттә Төньяҡ Боҙло океанға ҡойоусы барлыҡ Рәсәй йылғаларында ла осрай. Башҡортостандағы Ағиҙел, Ҡараиҙел, Күгиҙел кеүек йылғаларҙа һәм Аслыкүл, Ҡандракүл кеүек күлдәрҙә таралған.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Позвоночные животные России»: шамбы
- ↑ Атлас пресноводных рыб России. Т. 2 / Под ред. Ю. С. Решетникова. — М.: Наука, 2002. — 253 с
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Позвоночные животные России»: налим 2020 йыл 13 июль архивланған.
| Был ихтиология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |

