Ҡыҙылғанат
Уҡыу көйләүҙәре
| Ҡыҙылғанат | |
|---|---|
| Ҡыҙылғанат | |
| Батшалыҡ | Хайуандар |
| Тип | Хордалылар |
| Класс | [[]] |
| Отряд | сазан һымаҡтар |
| Ғаилә | Сазандар |
| Ырыу | Ҡыҙылғанаттар |
| Төр | Ҡыҙылғанат |
| Халыҡ-ара фәнни исеме | |
| Scardinius erythrophthalmus
(Linnaeus, 1758) | |
Ҡыҙылғанат (лат. Scardinius erythrophthalmus, рус. Краснопёрка, сороча, краснопёрая плотва, краснокры́лики красногла́зка) — һаҙандар төркөмөнә ҡараған, йылыраҡ һыуҙы яратыусы йылға балығы. Европа һәм Урта Азияла киң таралған. Төньяҡ, Балтик, Ҡара, Каспий, Арал диңгеҙҙәренә ҡойған йылға-күлдәрҙә йәшәй. Башҡортостандың көньяҡ райондарында йышыраҡ осрай. Себерҙә осрамай.
Яңы Зеландияла һәм Канадала урындағы балыҡтарҙы бөтөрөүсе зарарлы балыҡ тип иҫәпләйҙәр.
Ҡыҙылғанат — матур балыҡ, ҡанаттары ҡып-ҡыҙыл, арҡаһы ҡара йәшел, эреләренең тәңкәләре һарғылтыраҡ төҫтә була. Был балыҡ бөжәктәр менән туйына. Оҙонлоғо 51 см-ға, ауырлығы 2 кг-дан артып китеүе мөмкин.