Эстәлеккә күсергә

Белеккүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белеккүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Майҙан 12,4 км²
Карта

Белеккүлрус. Беликуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районындағы (рус. Красноармейский район) күл

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса белексе йәки белек һәм күл һүҙҙәре ҡушылыуҙан килеп сыҡҡан тип яҙа [2].

Белеккүл төньяҡтан көньяҡҡа 4,5 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 3 километрға һуҙылған. Уртаса тәрәнлеге 2,5 метр. Ҡомло күл.

Күлдә терекләнгән балыҡтар: алабуға, суртан, һаҙан, табан һәм башҡалар[3].

Белеккүл Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Ҡурған өлкәһе сигендә, Басказык йылғаһы янында урынлашҡан.

Силәбегә тиклем юл 110 километр [4].

Күлдең төньяҡ-көнсығыш ярында Белеккүл ауылы урынлашҡан. Йыраҡ түгел ваҡ күлдәр: Боровое, Ҡамышлы, Ванькино һәм Огарыш теҙелеп киткән[5].

  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Беликуль, озеро [3] 2018 йыл 16 июль архивланған.
  • Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. Беликуль, озеро [1] 2018 йыл 16 июль архивланған.
  4. Беликуль, озеро [2] 2018 йыл 16 июль архивланған.
  5. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.