Аткүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аткүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Аткүл  — рус. Аткуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге күл.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Эткүл районы биләмәһенә инә; уның көньяҡ-көнбайыш ярында Аткүл ауылы урынлашҡан.

Күлдең майҙаны 13 км²,оҙонлоғо — яҡынса 6 километр, киңлеге — яҡынса 2,2 километр. Һыу массаһы күләме — 29,3 млн м³ самаһы.

Күлдең төбө башлыса ләмле, әммә урыны менән таштары ла бар; ҡомло ярҙары ла бар. Ярҙары һөҙәк, үҫемлектәре күп түгел. Һанһыҙ ҡылымыҡтар һәм ер аҫты һыуҙары менән Селезән күле менән тоташҡан.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортса «Ат + күл» тип яһалған атама [2]. Атҡол тигән ирҙәр исеменән килеп сыҡҡан тигән фараздар ҙа бар, имеш, «ҡол» һүҙе «күл»гә әйләнгән[3]. Шулай булыуы ла ихтимал, әлбиттә. Әммә күлдең халыҡ телендә Эткүл тигән икенсе күлдән бик алыҫ та булмауы шулай ҙа тап ат тигән хайуан исеме һәм күл тигәндән барлыҡҡа килеүе хәҡиҡәткә яҡыныраҡтыр

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл соҡоро Сүмләк йылғаһының боронғо үҙәнендә урынлашҡан. Күлгә йылғанан мул булып килгән ағым иҫәбенә һыу алмашынып тора. Тәрәнлеге ҙур булмағанға күрә йәй күлдә һыу йылына - 20° С һәм унан да юғарыраҡ була. Һыу бер тиклем тоҙло.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҫемлектәре — күрән ҡамыш (лат. Scírpus) һәм ҡыяҡлы ҡамыш (лат. Phragmítes). Күл буйында өйрәктәрҙең, шулай уҡ ҡаҙҙарҙың төрлө төрөн осратырға мөмкин .

Аткүлдә күп төр балыҡ: һаҙан, аҡ амур, ҡорман, сабаҡ, табан, алабуға, шамбы, суртан һәм башҡа балыҡтар тереклек итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Матвеев А. К. Географические названия Урала: краткий топонимический словарь. — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1980. — 318 с.
  3. Аткуль, озеро (html). Краеведческий портал Челябинской области. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]