Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаҙ битенән йүнәлтелде)
Ҡаҙҙар
Йорт ҡаҙы
Йорт ҡаҙы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anser Brisson, 1760


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175019
NCBI  8842
EOL  2822279

Ҡаҙ(Ала ҡаҙ, урыҫ. гуси) − ҡаҙ һымаҡтар отрядына ҡараған оҙон моронло эре һыу ҡошо.

Ҡыр ҡаҙы

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙҙың томшоғоноң бейеклеге төп яғында киңлегенә ҡарағанда ҙурыраҡ була һәм уның суҡышында үткер нәҙек тырнаҡ кеүек нәмә була.

Томшоғоноң ситтәре буйлап ваҡ тештәр теҙелеп киткән. Ҡаҙҙарҙың муйыны уртаса оҙонлоҡта (өйрәктекенә ҡарағанда оҙонораҡ, әммә аҡҡоштоҡона ҡарағанда ҡыҫҡараҡ), сағыштырмаса оҙон тәпәйҙәре (аяҡтары) өйрәктекенә ҡарағанда тәненең уртаһына яҡыныраҡ, ә ҡанаты бөгөлгән ерҙә ҡалҡып торған ҡаты төйөн (шпора) була.

Ҡауырһын һәм мамығының сифаты яҡшы. Ата ҡаҙ инә ҡаҙҙан айырылмай тиерлек — ата ҡаҙҙың томшоғонда көмөрөһө була, бынан тыш ата ҡаҙ инә ҡаҙҙан кәүҙәгә ҙурыраҡ була.

Ҡаҙҙарҙың күбеһе, хәүеф янағанда йәки ярһығанда, ҡаңҡылдай, мыңғырҙай һәм ыҫылдай.

Ҡаҙҙар нисек йәшәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙҙар болон һәм һаҙлыҡлы урындарҙа, ҡайһы берҙәре диңгеҙ ярҙарында йәшәй. Улар яҡшы йөрөй һәм йүгерә, тиҙ оса, әммә өйрәктәрҙән насарыраҡ йөҙә, һыуға сума ала. Ғүмерҙәренең күп өлөшөн ҡоро ерҙә үткәрәләр, өйрәктәргә һәм аҡҡоштарға ҡарағанда һыуҙа аҙыраҡ булалар. Ҡаҙҙар йылы яҡҡа ғәҙәттә төндә бик бейектә һәм тиҙ оса.

Нисек үрсей[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙҙар парлашып йәшәй, осош алдынан ҙур көтөүҙәргә йыйылалар. Һаҙлыҡтарҙа, ҡайһы берҙәре ағастарҙа оя ҡора, ғәҙәттә 6—12 йомортҡа һалалар. Ата ҡаҙ йомортҡаларҙы баҫышмай, инә ҡаҙҙы һаҡлай, ә бәпкәләр сыҡҡас, бөтә ғаиләне һаҡлап, уларҙың янында йөрөй.

Нисек туҡлана[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башлыса үҫемлектәрҙең һәм орлоҡтарҙың йәшел өлөштәре менән туҡланалар. Үткер тешле томшоғо менән үлән, бөртөклөләр, ҡуҙаҡлылар, башаҡ, кәбеҫтә, япраҡ, еләк ашай. Үҫемлектәрҙән тыш, ҡайһы бер төрҙәр шулай уҡ ваҡ умыртҡалылар һәм бөжәктәр менән дә туҡлана.

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл ҡаҙҙары

Халыҡ-ара орнитологтар союзы сайтында бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, 2020 йылдың авгусына ҡаҙҙар 11 төргә бүленә[1]:

  • Аҡ маңлайлы ҡаҙ (Anser albifrons)[2]
  • Аҡ ҡаҙ (Anser caerulescens)
  • Көнсығыш тундра ҡаҙы (Anser serrirostris)
  • Тау ҡаҙы (Anser indicus)
  • Гуменник (Anser fabalis)
  • Аҡ муйынлы ҡаҙ (Anser canagicus)
  • Ҡыҫҡа томшоҡло гуменник (Anser brachyrhynchus)
  • Һоро ҡаҙ (Anser anser)
  • Ҡоро томшоҡ, йәки ҡороморон (Anser cygnoides)

Ҡаҙҙарға һунар итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге мәғлүмәттәре буйынса, XX быуат башында бөртөклөләр үҫмәгән төньяҡта ҡаҙҙарҙың әһәмиәте ҙур була[3]. Башлыса ҡаҙ ҡаурыйы һәм мамығы ғына һатыуға килтерелгән, итте, ғәҙәттә, сәнәғәтселәр урында ҡулланған. 1892 йылдың 3 февралендәге закон буйынса, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә (Архангел губернияһы һәм Вологда, Пермь, Вятка губернияларының ҡайһы бер өлөштәренән тыш) ҡаҙҙарға һунар итеү 1 майҙан 29 июнгә тиклем тыйылған.

Яҙын ҡаҙҙарға иртәнсәк йәки кисен һунар итәләр. Обь йылғаһында яҙғы күсеү ваҡытында һунарсылар уларҙы ҡыуыштарҙан тороп ата. Йәй көнө тик йәш ҡаҙҙарға ғына һунар итәләр, был ваҡытта ҡанаттарында ҡауырһындар үҫмәй. Шулай уҡ, ҡауырһындарын ҡойоп, оса алмаған ҡарт ата ҡаҙҙарҙы аулағандар. Йәйгеһен ауланған ҡаҙҙарҙы ҡайһы берҙә тоҙлайҙар. Тундрала ергә ҡаҙылған соҡорҙарҙа һаҡлайҙар, унан тик ҡышын ғына сығарып, элеп ҡуялар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Gill, F. and Donsker, D. (Eds). Screamers, ducks, geese & swans (ингл.). IOC World Bird List (v 6.3). (2016). DOI:10.14344/IOC.ML.6.3(Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2020).
  2. Коблик Е. А., Архипов В. Ю., Редькин Я. А. Список птиц Российской Федерации. — Litres, 2018. — С. 91. — ISBN 5041251479. — ISBN 9785041251475.
  3. Безобразов С. В., Книпович Н. М., Собичевский, В. Т. Гусь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. — М.: «Лабиринт-пресс»
  • Акимушкин И. Мир животных. Птицы, рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. — М.: «Мысль», 1995

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]