Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәңкелдәк ҡаҙ, ҡыр ҡаҙы, ҡашҡа ҡаҙ(пискулька)— йорт ҡаҙынан бәләкәйерәк ҡош.
Күмәкләшеп һәм парлашып йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө ҡара-һоро. Ҡорһағы, ҡойроҡ төбө аҡ, маңлайында аҡ ҡашҡаһы бар. Ҡорһағы һәм түше эре ҡара таплы. Күҙ ҡабаҡтары һары. Суҡышы, аяҡтары ҡыҙғылт һа, ры. Башҡа ала ҡаҙҙарҙан бәләкәйерәк кәүҙәһе менән айырыла.
Тауышы көслө генә сәңкелдәү: «клиңк-клиңк».
Тау йылғаларында һәм күлдәрендә йәшәй. Үлән, орлоҡ, иген менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө осоп үтешләй генә туҡталып китәләр. Беҙҙең яҡта оя ҡормай. Ите һәм мамығы өсөн аулайҙар.
- Красная книга РФ М.: АСТ 2001 г.
- Жизнь животных. т.6 Птицы. М.: Просвещение 1986 г.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)