Кәбеҫтә
Кәбеҫтә | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Brassica oleracea L., 1753 | ||||||||||||||
|
Кәбеҫтә (лат. Brassica — әүернә сәскәлеләр ғәиләһендәге үҫемлек. Ҡиммәтле йәшелсә культураһы. Ике йыллыҡ үҫемлек.
Культуралаштырыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәбеҫтәне кеше бынан 4 мең йылдан ашыу элек үҫтерә башлаған. Кәбеҫтәнең культуралы сорттары хәҙерге көндә лә Урта диңгеҙ ярҙары буйында үҫә торған ҡырағай кәбеҫтәнән башланғыс алған.
Был кәбеҫтә — оҙон һабаҡлы, күсән барлыҡҡа килтермәй торған түңәрәк япраҡлы ҙур булмаған үҫемлек. Кеше ҡырағай кәбеҫтәне күп быуаттар буйына үҫтергән, уны тәрбиәләгән һәм орлоҡҡа эре япраҡлыларын ғына һайлап алған. Бына шулай ҡиммәтле йәшелсә культураһы алынған.
Кәбеҫтәнең төрсәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта кәбеҫтәнең бик күп төрсәләре килтереп сығарылған: - аҡ күсәнле кәбәҫтә
-Ҡыҙыл күсәнле кәбәҫтә
- Шалҡан(кольраби)кәбәҫтә
-брюссель кәбәҫтәһе
-мал кәбәҫтәһе
-сәскәле кәбәҫтә
- Пекин кәбәҫтәһе
-декоратив кәбәҫтә
-Брокколи
- Кале, йәки Грюнколь
-савой кәбәҫтәһе
-пекин кәбәҫтәһе
Иң популяр йәшелсәләрҙең береһе. Улар үҫтерелмәгән бер төбәк тә юҡ итерлек. Һәр төрсәһенең бихисап сорттары алынған.
Иң ныҡ үҫтерелгәне — аҡ күсәнле кәбәҫтә. Ҡат-ҡат булып йомарланған итләс япраҡтары өсөн үҫтерелә.
Аҡ күсәнле кәбеҫтәнән тыш, сәскәле кәбеҫтә үҫтерелә. Ашау өсөн уның өлгөрөп етмәгән сәскәләрҙән торған тығыҙ аҡ сәскәлектәрен ҡулланалар.
Брюссель кәбеҫтәһен ҡуйын бөрөләренән барлыҡҡа килгән бәләкәй генә күсәндәре өсөн, ә кольраби кәбеҫтәһен йыуан, һутлы, шалҡанға йәки һыйыр шалҡанына оҡшашлы ер өҫтө һабағы өсөн үҫтерәләр.
Аҡ күсәнле кәбеҫтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ күсәнле кәбеҫтә — ике йыллыҡ үҫемлек. Беренсе йылда аҡ күсәнле кәбеҫтә орлоғонан үҙәк тамырлы, ҡыҫҡа һабаҡ-күсән барлыҡҡа килтереүсе эре түңәрәк япраҡлы үҫемлек үҫә. Һабаҡтағы япраҡтары араһында ҙур булмаған ҡуйын бөрөләре урынлашҡан һәм бер ос бөрөһө бар.
Күсәндең тышҡы япраҡтары йәшел. Япраҡтарҙың хлоропластарында һыу һәм углекислый газдан шәкәр барлыҡҡа килә. һуңынан ул һыуҙа иреп, күсәндең эске аҡ япраҡтарына ағып килә.
Күсәндә органик матдәләр күберәк тупланһын өсөн, кәбеҫтәне яҡшы ашланған дымлы тупраҡта үҫтерәләр, үҫемлек үҫкән саҡта, уны ентекләп тәрбиәләйҙәр.
Кәбеҫтәнең үрсетмәһен алыу өсөн, уның орлоҡтарын яҙ көнө парниктарға сәсәләр. Шытымдар сыҡҡас, үҫемлектәрҙе, һирәкләп ултырталар (пикировать итәләр) һәм көндәр тамам йылынғансы парниктарҙа тоталар. Яҙғы ҡырауҙар туҡталғас, кәбеҫтә үрсетмәһен ергә сығарып ултырталар. Был ваҡытҡа үрсетмәнең 3—4 ысын япрағы үҫеп сыҡҡан була.
Агротехникаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәбеҫтә—дым яратыусы үҫемлек. Ысынлап та һәр оло үҫемлек эҫе көндәрҙә тәүлегенә бер күнәккә тиклем һыу һура һәм уны парға әйләндерә.
Шуға күрә кәбеҫтәгә күп итеп һыу һибәләр, ә тупраҡтағы дымды һаҡлау өсөн рәт араларын йомшарталар.
Кәбеҫтәне ултыртҡандан һуң 10—15 көн үткәс, уны шымыҡ-тиреҫ ашламаһына суперфосфат ҡушып, өҫтәмә туҡландыралар.
Өҫтәмә туҡландырғандан һуң уның төбөн аҫҡы япраҡтарына еткәнсе еүеш тупраҡ менән күмәләр. Дымлы тупраҡ ҡатламы аҫтында кәбеҫтә һабаҡтарында өҫтәлмә тамырҙар барлыҡҡа килә. 2—3 аҙна үткәс, икенсе тапҡыр йомшарталар, күмәләр һәм өҫтәмә туҡландыралар.
Уңыш йыйған ваҡытта иң яҡшы кәбеҫтә күсәндәре араһынан орлоҡлоҡ үҫемлектәр һайлап ҡалдыралар. Уларҙы ерҙән тамырҙары менән ҡаҙып алып, яҙға тиклем мөгәрәптә һаҡлайҙар.
Икенсе йылда орлоҡлоҡ кәбеҫтәне тупраҡҡа сығарып ултыртҡас, күсәндең ҡуйын һәм ос бөрөләренән япраҡлы һәм сәскәле һабаҡтар үҫеп сыға.
Кәбеҫтәнең аҡһыл һары сәскәләре тәлгәш сәскәлеккә йыйылған. Сәскәләренең төҙөлөшө әүернә сәскәлеләр семьяһындағы бөтә үҫемлектәрҙеке кеүек үк. Көҙ көнө был үҫемлектәрҙә емештәр — орлоҡло пәрҙәле ҡуҙаҡ өлгөрә.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ күсәнле кәбеҫтә витаминдарға бай: С, А, В1, B2, В6, P, D, К, U һәм башҡалар.С витамины лимондыҡынан күберәк.
Шулай уҡ составында каротин, ферменттар, минеральные матдәләр – калий, кальций, фосфор, көкөрт, микроэлементтар – алюминий, цинк, железо, марганец, углеводтарҙан – глюкоза, фруктоза һәм сахароза, аҡһымдар, клетчатка, майҙар, пантотен һәм фолиевая кислоталары бар.
Ундағы витамин U (язваға ҡаршы витамин һанала)ашҡаҙандағы һәм бөйәндәге сей яранан, экземы, псориаз, нейродермиттан дауалай.
Ҡыҙыл күсәнле кәбәҫтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл күсәнле кәбәҫтә эҫене һәйбәт кисерә, ҡояшты һәм дымды ярата. Цельсий буйынса 7 градус һыуыҡты ла үткәрә ала. Иң популяр сорттары: Фаберже, Марс МС, Рубин.
Күп кенә сорттары ҡышҡыһын һәйбәт һаҡлана. Аҡ күсәнле кәбәҫтәнән шәмәхә (красно-фиолетового цвета) төҫө менән айырыла.Кәбәҫтәгә был төҫтө антоциант пигменты бирә.
Унда аҡ күсәнле кәбәҫтәгә ҡарағанда витаминдар күберәк: С витамины — 2 тапҡырға , каротин 4 тапҡырға күберәк. Минераль матдәләр, шәкәр, аҡһымдар һәм йод та күберәк.
Сәскәле кәбәҫтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәбәҫтәнең бер йыллыҡ төрсәһе. Һабаҡтың осонда сәскә бутондарынан торған сәскәлеге аҙыҡ итеп ҡулланыла. Составында аҡһымдар, минераль тоҙҙар: калий, кальций, тимер, фосфор, С, РР һәм В төркөмө витаминдары бар.
Сәскәле кәбәҫтә уңдырышлы тупраҡты ярата. Цельсий буйынса 7 градусҡа тиклем һыуыҡты кисерә ала. Әммә +10 градустан тңбәндә сәскә бутондары барлыҡҡа килтермәй.Эҫене һәм ҡоролоҡты насар кисерә. Таралған сортары: Латеман, Кокетка, Снежный шар, Сноуболл.
Эшкәртелмәгән килеш оҙаҡҡа һаҡлап булмай.
Брюссель кәбәҫтәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Брюссель кәбәҫтәһе ян һабаҡтары ваҡ ҡына күсәндәргә (4-5 см) әйләнгән оҙон һабаҡ барлыҡҡа килтерә.Апрелдә сәскәндә өлгөрөү ваҡыты октябрь айына барып сыға. Аҡ күсәнле кәбәҫтәгә ҡарағанда витаминдарға һәм аминокислоталарға, фосфорға бик бай.Составында гәрсис майы ла бар.
Ҡоролоҡҡа бик бирешеп бармай. Цельсий буйынса 7 градусҡа тиклем һыуыҡты кисерә ала. Сорттары: Геркулес, Горнет, Сапфир.
Брокколи
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәскәле кәбәҫтәгә оҡшаған.Тик үҙгәргән сәскәлек йәшел төҫтә. Брокколи витаминдарға һәм аминокислоталарға бик бай. Күп микдарҙа С витамины, метионин( радиацияға ҡаршы торорғаярҙам итә, эшкә һәләтлелекте арттыра) һәм ҡартайыуға ҡаршы торорға ярҙам иткән антисклеротик матдәләре бар.
Үҫеү шарттарына талымһыҙ, бай тупраҡ талап итмәй.Сәскәлек яралған ваҡытта ғына дым мулыраҡ кәрәк. Цельсий буйынса 7 градусҡа тиклем һыуыҡты кисерә ала. Любит поливы, когда головки растут Сорттары: Линда, Тонус, Цезар. Оҙаҡҡа һаҡланмай.Шуға уны туңдырып һаҡлайҙар.
Кольраби
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был кәбәҫтәнең һабағында һутлы шалҡан хасил була. Составында С витамины лимондыҡынан күберәк.Шулай уҡ, калий һәм кальцийға, фруктозы һәм глюкозаға бай. Гл
Сезон эсендә икерәт уңыш бирә ала. Әммә һалҡынҡа бирешеңкерәй. Сорттары: Деликатесная, Гигант, Повариха, Венская голубая, Виолетта.
Классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XXI быуат башында кәбеҫтәне йәшелсәгә һәм башҡа төрҙәргә бүлеү ҡабул ителә.
- Brassica oleracea var. oleracea L. — Күсәнле кәбеҫтә; бында аҡ һәм ҡыҙыл күсәнле кәбеҫтәләр керә
- Brassica oleracea var. botrytis L. — Сәскәле кәбеҫтә
- Brassica oleracea var. costata DC. — Португаль кәбеҫтәһе
- Brassica oleracea var. gemmifera DC. — Брюссель кәбеҫтәһе, йәки Кочешков кәбеҫтәһе
- Brassica oleracea var. gongylodes L. — Кольраби, йәки Шалҡан кәбеҫтә[1]
- Brassica oleracea var. italica Plenck — Брокколи
- Brassica oleracea var. sabellica L. — Кале, йәки Грюнколь
һулдан уңға: «Ацефала» сорты(Киото, Япония), «Сабуда» сорты
|
-
Япраҡ ситтәре семәрле сорт
-
Рабатка декоратив сорт
-
Көл төҫөндәге япраҡлы сорт
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перабот. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.
- Корчагина В. А. Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6—7 синыфтары всөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса өсөнсө баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1999
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ name="ФСССР"
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |