Маян (күл)
Маян | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Маян — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күлдең исеме монгол, бурят топонимдәре менән ҡәрҙәш: баян — «бай үҙән», йәғни мул үләнле һәм яҡшы һыу сығанағы булған ерҙәр тигән мәғәнәлә. Был монгол йоғонтоһо төрки ҡәбиләләр составына ингән башҡорт ҡәбиләләрендә лә сағыла: Маянһылыу һәм Баянһылыу — ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡ эпосы геройының исеме[2].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Свердловск өлкәһе сиктәренә яҡын торған Ҡоншаҡ районының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Яҡын торған торлаҡ пункттары: Муры, Сәркәй һәм Разъезд № 2[3]. Төньяҡтараҡ Ҡораҡлы-Маян күле, 1743 йылда Иҫәт провинцияһының ландкартаһында Маян бер күл итеп билдәләнә. Һуңыраҡ был һыу ятҡылығының һыуы кәмеп, бер күлдән ике күл барлыҡҡа килә[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Ҡалып:От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
- ↑ Ҡалып:От Парижа до Берлина по карте Челябинской области