Эстәлеккә күсергә

Тишке (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тишке
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта
 Тишке Викимилектә

Тишке (рус. Тишки - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.

Географик координаттары: Оҙонлоғо: 61°40′26.72″E (61.67409), киңлеге: 55°29′32.71″N (55.49242).

Тишке Ҡоншаҡ районының көньяҡ өлөшөндә өлөшөндә Красноармейск районы сигендә урынлашҡан, иң яҡын тораҡ пункттар:Яңы Ҡорман, Ноғман, Дубровка, Разъезд № 6 һәм Сураҡ[2].

Тишке күле төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған. Сураҡ һәм Кесе Тишке ҡасабалары яғынан ярҙары ҡомло, башҡа яҡтарынан һаҙлыҡлы, күрән ҡамыш, ҡурайлы ҡамыш үҫә. Һыу аҫтында ҡалған ағастар бар.

Һыуы сөсө. Иң яҡын күлдәр: Аҡакүл, Ҡуржакүл, Һыуығаяҡ.

Күлдә табан, һаҙан, аҡ амур, пелядь.

Ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта тыйыу юҡ. Төрлө ваҡытта күлдә төрлө төр карп, 6 кг тиклем еткән аҡ амур, пелядь ебәрелгән булған. Был эш даими рәүештә бара [3]

Урыҫ теленә башҡортса "тишек" тигән һүҙҙән килеп ингән тип һанай Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә. Йәғни, һыу тормаған тишек күл. Ысынлап та, күл даими рәүештә һайығайып тора, был уларҙы туйындырған ер аҫты сығанаҡтарының һайығыуы менән бәйле[4].[5].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  3. КИРЖАКУЛЬ
  4. Шувалов Н. И.Тишки // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Тишки