Ҡуржакүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуржакүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Ҡуржакүл - рус. Киржакуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуржакүл яры күренеше

Ҡуржакүл Силәбе өлкәһенең Сосновка районында, Силәбе ҡалаһынан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Күлдең көнбайыш ярында Ҡуржакүл ауылы, көнсығышында Тинес ҡасабаһы урынлашҡан. Алыҫ түгел, тимер юл аша,Тишке күле ята.

Географик координаттары: киңлеге — 55°30′50″N (55.513994), оҙонлоғо — 61°31′48″E (61.529953)

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуржакүл күл тәбиғи юл менән барлыҡҡа килгән, тигеҙлектә ята, ҙур түгел, оҙонса һыҙатлы.

Майҙаны - 172 гектар, төбө ләмле. Ярҙары башлыса һөҙәк, һай урындары бар. Ҡом баҫып, һаҙмыртланып тора.

Һыу ҡоштары йәшәй, аҡҡоштар күренә.Һыу үҫемлектәре үрсей.Ярҙарын күрән ҡамыш менән ҡурайлы ҡамыш баҫҡан.

Күлдә алабуға, себер сабағы, табан тереклек итә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе өлкәһенең Долгодеревенское ауылында йәшәгән Фәрит Хәсәнов топонимдың килеп сығыуын башҡорт телендәге диалект "ҡуржа" һәм "күл" һүҙҙәре менән бәйләй. Болғансыҡ, еҫле тигән мәғәнәләр биреүен яҙа. Һыу өҫтө, ысынлап та, ҡужырмаҡлы, еҫ сығып тора, тип билдәләй ул [1]. Башҡорт теленең 2 томлыҡ һүҙлегегендә (1-се том) "ҡуржа" диалект һүҙ тип билдәләнә һәм юшҡын тигән шәрехләү бирә [2].

Башҡорт телендә шулай уҡ диалект "ҡоржоу" - "артыҡ әсеү" тигән һүҙ ҙә бар. Күлдең һыу сифатына ҡарата ул да тап килеүе ихтимал [3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. "Вечерний Челябинск", 1998, 7 апрель [1] 2019 йыл 28 март архивланған.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 705-се бит
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 678-се бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • КИРЖАКУЛЬ [2]
  • КИРЖАКУЛЬ ОЗЕРО [3]