Эстәлеккә күсергә

Ҡуржакүл (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуржакүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Теченское сельское поселение[d][1] һәм Силәбе өлкәһе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 384 кеше (2002)[2],
375 кеше (2010)[3]
Почта индексы 456508
Карта

Ҡуржакүл (рус. Киржакуль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы ауыл.

Ҡуржакүл Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы Тинес ауыл биләмәһенә ингән ауыл.

Райондың төньяҡ өлөшөндә, Ҡуржакүл буйында урынлашҡан. Рельефы — ярымтигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены); иң бейек урыны — 238 метр. Урманлы-далалы ландшафт.

Күрше тораҡ пункттары менән ауыл грунтлы һәм шоссе юлдар һалынған. Район үҙәгенә тиклем (Долгодеревенское ауылы) — 25 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Тинес ҡасабаһы) — 9 км.

Ауылдың тирә-яғын күп һанлы һаҙлыҡтар уратып алған, 2 км төньяҡ-көнбайыш алыҫлыҡта ҡайын урманы урынлашҡан.

2002 йылғы йәниҫәптә 384 кеше йәшәгән (1970—390, 1983—344, 1995—417)[4].

Ауылға ХХ быуаттың тәүге яртыһында нигеҙ һалынған.

1963 йылда Новостройка ҡасабаһы менән ҡушылған, шул уҡ йылда территорияла Мөслим совхозы бүлексәһе урынлашҡан. Хәҙерге осорҙа унда «Нива» СХПК-һы эшмәкәрлек алып бара.

Ауылдың китапханаһы бар[5].

Топонимдың килеп сығыуын Силәбе өлкәһенең Долгодеревенское ауылында йәшәгән Фәрит Хәсәнов башҡорт телендәге диалект «ҡуржа» һәм «күл» һүҙҙәре менән бәйләй. Болғансыҡ, еҫле тигән мәғәнәләр биреүен яҙа. Һыу өҫтө, ысынлап та, болғансыҡ, еҫ сығып тора, тип билдәләй[6]. Башҡорт теленең 2 томлыҡ һүҙлегегендә (1-се том) «ҡуржа» диалект һүҙ тип билдәләнә һәм юшҡын тигән аңлатма бирә[7].

Башҡорт телендә шулай уҡ «ҡоржоу» — «артыҡ әсеү» тигән диалект һүҙ ҙә бар. Күлдең һыу сифатына ҡарата ул да тап килеүе ихтимал[8].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Деревня Киржакуль//Энциклопедия Челябинской области//[1]
  5. Деревня Киржакуль//Энциклопедия Челябинской области//[2]
  6. «Вечерний Челябинск», 1998, 7 апрель[3] 2019 йыл 28 март архивланған.
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 705-се бит
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 860 бит
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 678-се бит
  • Фарит Хасанов. — «Вечерний Челябинск», 1998, 7 апрель[4] 2019 йыл 28 март архивланған.
  • Деревня Киржакуль//Энциклопедия Челябинской области//[5]
  • Киржакуль — Официальный сайт[6](недоступная ссылка)