Эҫем (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эҫем
Герб
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1759
Рәсми атамаһы Симский Завод
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Эҫем ҡала торағы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Эҫем ҡала торағы[d] һәм Эҫем улусы[d]
Халыҡ һаны 12 893 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 200 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Майҙаны 33 км²
Почта индексы 456022
Рәсми сайт gorodsim.ru
Панорамный вид
Зимнее изображение
Урындағы телефон коды 35159
Карта
 Эҫем Викимилектә

Эҫем — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Әшә районындағы ҡала (1942 йылдың 13 ноябренән). Эҫем ҡала биләмәһенең административ үҙәге. Халыҡ һаны — 13 365[3] кеше (2016)).

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 июлендәге 1398-р-һанлы ҡарарына ярашлы Эҫем ҡала торағы моноҡалалар исемлегенә индерелгән[4].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Эҫем йылғаһында урынлашҡан, район үҙәге Ашанан — 27 , Силәбенән — 290, Транссиб тарихи йүнәлешендәге Эҫем тимер юлы станцияһынан 9 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[5] ҡала аша М-5 «Урал» федераль трассаһы үткән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Императрица Елизавета ғәли йәнәптәренең 1759 йылдың 29 мартындағы Берг-коллегия Указына ярашлы тәҡдим итә:

«…заводчику Матвею Мясникову с сызранским купцом Яковом Петровым на приисканной ими… в Уфимской провинции в дачах Шайтан-Кудейской волости… на речке Сим построить железовододействуемый завод с двумя домнами и при них завод з девятью действительными и тремя запасными молотами…»

1763 йылдың 18 февралендә Ырымбур тау етәкселеге Берг-коллегияға Ҡатау-Ивановкала иретелгән суйынды яңынан ҡойоуҙы башлаған коллегия ассесорҙары Твердышев һәм Мясниковтың заводтарының эше тураһында рапорт бирә. Йылға Эҫем йылғаһына ҡоя. 20 саҡрым н Яраль 1763 йылда Эҫем йылғаһына Ерал йылғаһы һыуҙарын ҡойған ерҙән 20 км алыҫлыҡта Твердышевтың тимер заводттарыныҡы булған ҙур урыҫ ауылы барлыҡҡа килә. Эҫем зводы Уралда Рәсәйҙең Ете йыллыҡ һуғышында, Төркиә менән һуғыштарҙа ҡатнашҡан осоронда төҙөлгән заводтарҙың береһе.

1759 йылдың 16 мартында Берг- коллегия заводчиктарға Эҫем йылғаһында завод төҙөргә рөхсәт биреүе тураһында билдәләмә сығара, ә 1761 йылда завод продукция етештерә башлай[6]. Шул уҡ ваҡытта ауыл һәм завод янында барлыҡҡа килгән. 1773 йылда 900-ҙән ашыу приписной крәҫтиән заводта эшләй.

1774 йылдың 23 майында 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында Пугачевтың полковнигы Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин етәкселегендәге менән башҡорт ихтилалсылары отряды Эҫем заводына бәреп инә. 60 завод хеҙмәтсеһе, работный эшселәр һәм крәҫтиәндәр үлтерелә. Завод, быуаһы менән бергә фабрика, сиркәү һәм завод ауылы яндырыла[7]. Һөжүм иткән башҡорттарҙың ғаиләләренән 15 йыл элек тартып алынған ерҙәрҙә завод төҙөлгәне өсөн үс алыу була был һөжүм.

1774 йылдың 30 майында үртәлгән сиркәү урынына Эҫем заводының яңы сиркәүе төҙөлә. 1777 йылдың сентябренә завод та тергеҙелә. Унда башлыса заводчиктарҙың крепостной крәҫтиәндәре эшләй[8].

1895 йылда беренсе асыҡ китапхана эшләй башлай. 1898 йылда 40 уҡыусылыҡ башланғыс һөнәрселек мәктәбе асыла. 1897 йылда беренсе мәҙәни-ағартыу учреждениеһы — китапхана, буфет, драма түңәрәктәре менән Халыҡ айыҡлыҡ йәмғиәте йорто асыла.

1898 йылда Эҫемдән 9 км алыҫлыҡта заводтың һәм ауылдың иҡтисадына ҙур этәргес көс биргән Һамар — Златоуст тимер юлы һалына. Эҫемдән Эсем станцияһына тиклем тар колеялы тимер юлы асыла.

С. М. Прокудин-Горский. Һамар-Златоуст тимер юлының Эҫем станцияһы (1910)

1913 йылда заводтар «Тау заводтарының һәм Уралдағы тәүге ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоралдары Эҫем йәмғиәте» акционерҙар йәмғиәте составына инә. 1914 йылда заводтар ҡорал әйберҙәре етештереүгә күсәләр.

1917 йылдың 8 декабрендә, Октябрь революцияһынан һуң, Эҫем заводтарын совет власы национализациялай[9].

1935 йылда Уралсельмаш ҡарамағынан ылау төҙөү министрлығы ҡарамағына күсә һәм Эҫем ылау төҙөү заводы итеп үҙгәртелә. 1941 йылға тиклем заводтың пар атлы саналар, санитар һәм пулемёт ике тәгәрмәсле арбалар, автомашиналар өсөн кузовтар, поход кухнялары, автоприцептар етештереләп[10].

2011 йылдың 11 авгусында Эҫем — Ерал аралығында поездарҙың һәләкәткә осрауы теркәлә, уның һөҙөмтәһендә ике поезд рельстан төшәләр һәм ике кеше һәләк була.

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1931[11]1959[12]1967[11]1970[13]1979[14]1989[15]1992[11]
660013 89719 00018 92921 32920 16420 200
1996[11]1998[11]2000[11]2001[11]2002[16]2003[11]2005[11]
18 60018 20017 90017 60016 37716 40015 900
2006[11]2007[11]2008[11]2009[17]2010[18]2011[19]2012[20]
15 60015 50015 40015 25014 46614 42914 229
2013[21]2014[22]2015[23]2016[3]
13 96913 67213 54213 365



Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Буслаев Пётр Дмитриевич (1900—11.10.1982), ғалим-зоотехник. 1936 йылдан Башҡортостан малсылыҡ тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1942 йылдан Башҡортостан Игенселек халыҡ комиссариатының өлкән зоотехнигы. 1943—1980 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1945 йылдан зоотехния факультеты деканы, 1950—1978 йылдарҙа (өҙөклөк менән) айырым зоотехния кафедраһы мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1953)[24]
  • Эҫем (ул саҡта Эҫем заводы) — билдәле физик Игорь Курчатовтың, Советтар Союзы Геройы Николай Изюмовтың, совет йәмәғәт эшмәкәре Николай Волковтың тыуған ҡалаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. 3,0 3,1 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  4. Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
  5. Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. Б. А. Введенский, 2-е изд. Т. 39. Сигишоара — Соки. 1956. 664 стр., илл. и карты; 42 л. илл. и карт.
  6. Симскому заводу «Агрегат» — 250 лет
  7. Плотников Роман Нестерович
  8. Павленко Н. И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962. С.236, 240—242; Андрущенко А. И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. М., 1969. С.163, 206, 207, 330, 331; Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Исследование документальных источников. Уфа, 1982. С.112-114, 152—157.
  9. http://encycl.bash-portal.ru/sim_zavod.htm(недоступная ссылка) Симские заводы
  10. Симский завод ОАО «Агрегат» 2013 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 11,10 11,11 Народная энциклопедия «Мой город». Сим (Челябинская область)
  12. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  13. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  14. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  15. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  16. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  17. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  18. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  19. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  22. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  24. Башҡортостан энциклопедияһы — Буслаев Пётр Дмитриевич 2021 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]