Эстәлеккә күсергә

Курчатов Игорь Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Курчатов Игорь Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 8 (21) ғинуар 1903[1] или 30 декабрь 1902 (12 ғинуар 1903)
Тыуған урыны Эҫем, Эҫем улусы[d], Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 7 февраль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3][4][…] (57 йәш)
Вафат булған урыны Барвиха[d], Кунцевский район[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Бер туғандары Борис Васильевич Курчатов[d]
Һөнәр төрө физик, учёный-ядерщик, университет уҡытыусыһы, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө физика твёрдого тела[d], ядро физикаһы һәм сегнетоэлектричество[d]
Эш урыны А. Ф. Иоффе исемендәге РФА физика-техника институты[d]
Әзербайжан дәүләт нефть һәм сәнәғәт академияһы[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Курчатов институты
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Лаборатория № 2 АН СССР[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Таврический университет[d]
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Симферопольская мужская казённая гимназия[d]
Ғилми исеме академик АН СССР[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Иоффе Абрам Фёдорович һәм Виталий Григорьевич Хлопин[d]
Аспиранттар Петржак, Константин Антонович[d], Бабулевич, Евгений Николаевич[d], Дубовский, Борис Григорьевич[d], Кружилин, Георгий Никитич[d] һәм Амаев, Амир Джабраилович[d]
Уҡыусылар Владимир Анатольевич Фёдоров[d]
Кемдә уҡыған Иоффе Абрам Фёдорович
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Курчатов Игорь Васильевич Викимилектә

Курчатов Игорь Васильевич (12 ғинуар 1903 йыл[5], Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Эҫем Заводы — 7 февраль 1960 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың ғалим-физигы, атом бомбаһын уйлап табыусы. Өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949, 1951, 1954). СССР Фәндәр академияһы (1943) һәм Үзбәк ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1959), физика-математика фәндәре докторы (1933), профессор (1935). Атом энергияһы институтына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры (19431960). СССР-ҙа атом проблемалары буйынса баш ғилми етәксе, ядро энергияһын тыныс маҡсаттарҙа ҡулланыуға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ленин премияһы һәм дүрт Сталин премияһы лауреаты. СССР-ҙың почётлы гражданы.

Өфө ер үлсәү училищеһын тамамлаған һәм Эҫем ҡалаһының почётлы гражданы[6] булған Василий Алексеевич Курчатовтың (1869—1941) ғаиләһендә тыуа. Василий Алексеевич Эҫем тау-завод дачаһында урман һәм ер төҙөлөшө буйынса лесничий ярҙамсыһы, һуңынан Сембер һәм Таврия губерналарында ер үлсәүсе-ер төҙөүсе була. Әсәһе — Мария Васильевна Курчатова (ҡыҙ фамилияһы Остроумова)[7] (1875—1942) — кейәүгә сыҡҡансы Өфө Златоуст Никольск училищеһында уҡытыусы булып эшләй[8]. Игорь Курчатов — милләте буйынса рус[9][10]. Атаһы яҡлап олтатаһы Алексей Константинович, сығышы менән Мәскәү янынан крепостной крәҫтиәндең улы, Эҫем тимер менән эшләү заводының казначейы. Әсәһе яҡлап олатаһы Остроумов Василий Антонович[11] мәхәллә руханийы була.

2015 йылдың ноябрендә Силәбелә академик Курчатовтың тыуыуы тураһындағы метрика яҙмаһы табылыуы хаҡында мәғлүмәт тарала[12]. Документты Силәбе архивы фондтарында Көньяҡ Урал краеведы һәм тарихсыһы Николай Александрович Антипин таба. Асыҡланыуынса, Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Эҫем заводының метрика кенәгәһендә 1903 йылғы «хосуси ер үлсәүсе Василий Алексеев Курчатов менән уның законлы ҡатыны Мария Васильевнаның, икеһе лә православный» Игорь исемле улы тыуыуы тураһында 1903 йылғы яҙма һаҡланған булған.

1906 йылдан һуң ғаилә Сембер ҡалаһына күсә, унда ғаилә башлығы ер төҙөлөшө комиссияһына эшкә инә, ә Игорь 1911 йылда ирҙәр ҡаҙна гимназияһына уҡырға төшә. 1912 йылда улар Симферополгә күсенә. Ғаилә фәҡир йәшәй, шул сәбәпле Игорь Симферополь ирҙәр ҡаҙна гимназияһында уҡыу менән бергә киске һөнәрселек мәктәбен дә тамамлай, слесарь һөнәренә эйә була һәм Тиссендың механика заводында эшләй. Йәй көнө ер төҙөлөшө экспедицияларында хеҙмәт итә.

Бөтә фәндәрҙән отличноға уҡый, ләкин алтын миҙал ала алмай: һуғыш арҡаһында миҙал биреүҙе туҡтатҡан булалар. 1920 йылдың сентябрендә И. В. Курчатов Таврия университетының физика-математика факультетына инә. Аслыҡта һәм мохтажлыҡта көн күрһә лә, 1923 йылдың йәйенә ваҡытынан алда һәм бик уңышлы итеп университетты тамамлай. Йәй көнө йә тимер юл төҙөлөшөндә, йә ҡарауылсы, йә тәрбиәсе булып аҡса эшләй. Петроград политехник институты караптар эшләү факультетының 3-сө курсына инә.

1924 йылдың йәйендә Феодосияла гидрометеорология үҙәгендә эшләй. Павловск магнит-метеорология обсерваторияһында профессор В.Оболенский етәкселеге аҫтында тәүге фәнни эшен яҙа[13]. Ноябрҙә Петроград политехынан сығарылғандан һуң Баҡыла Әзербайжан политехник институтының физика кафедраһына ассистент булып урынлаша.

1925 йылда Баҡыла бергә эшләгән профессор С. Н. Усатый тәҡдиме буйынса Курчатов Ленинградта академик А. Ф. Иоффе етәкселегендәге Физика-техника институтына ғилми хеҙмәткәр булып эшкә инә.

1927 йылдың 3 февралендә Марина Дмитриевна Синельниковаға — коллегаһы һәм иптәше Кирилл Синельниковтың ҡыҙ ҡәрҙәшенә — өйләнә. ЛТФИ-ҙа уҡыта башлай.

1930 йылдың 1 октябренән — Ленинград физика-техника институтының физика бүлеге мөдире.

Ғилми эшмәкәрлеген Курчатов диэлектриктарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙән башлай.

СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып (1932 йылда) атом ядроһы физикаһын өйрәнә башлай. Был ваҡытта И. В. Курчатов Радий институтының физика бүлеге хеҙмәткәре була, бүлеккә В. Г. Хлопин етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта Курчатов ЛФТИ-ҙа А. Ф. Иоффе тарафынан асылған атом ядроһы өйрәнеү лабораторияһының етәксеһе лә була. 1932 йылда Г. А. Гамов (һуңыраҡ АҠШ-ҡа эмиграциялай) һәм Л. В. Мысовский институттың ғилми советына яңы приборҙың проектын тәҡдим итә, ул раҫланғас, Г. А. Гамов (башланғыс осоронда), И. В. Курчатов һәм Л. В. Мысовский тарафынан Европала тәүге циклотрон эшләнә (1937 йылда эшкә ҡушыла); И. В. Курчатов тикшеренеүҙәрен нәҡ ошо ҡоролмала башлай. 1936 йылда И. В. Курчатов, Б. В. Курчатов, Л. И. Русинов һәм Л. В. Мысовский тарафынан Радий институтында яһалма рәүештә барлыҡҡа килтерелгән ядроларҙың изомерия күренеше асыла[14][15].

1933 йылда профессор И. Курчатов атом ядроһы буйынса беренсе Бөтә Союз конференцияһының ойоштороу комитетына етәкселек итә. Сара Ленинградҡа билдәле совет һәм сит ил ғалимдарын йыя. 1937 йылда ЛФТИ-ҙың эксперименталь физика кафедраһы мөдире итеп раҫлана, 1938 йылда СССР фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы итеп күрһәтелә. 1939 йылда 158-се округ буйынса Ленинград ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

Һуғыштың тәүге йылында диңгеҙҙәге магнитлы миналарҙан һаҡлау маҡсатында караптарҙы магнитһыҙландырыу ысулын эшләй (А. П. Александров менән бергә). 1941 йылдың 9 авгусында Курчатов менән Александров Севастополгә килә һәм Ҡара диңгеҙ флотын караптарын магнитһыҙландырыуҙы ойоштора[16]. А. П. Александров менән И. В. Курчатов сығарған «ЛФТИ системаһы» Бөйөк Ватан һуғышы барышында йөҙҙәрсә карапҡа ҡуйыла һәм немецтарҙың магнитлы миналарынан 100 процентлы һаҡ тәьмин итә[17][18][19][20]. Был эше 1942 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы менән билдәләнә.

1942 йылдан Ҡаҙанда, унан һуң Мәскәүҙә эшләй. 1943 йылдың 29 сентябрендә СССР Фәндәр академияһының ғәмәли ағзпһы итеп һайлана.

1948 йылда Курчатов ВКП(б)-ға инә. КПСС-тың XX съезы делегаты.

Беренсе атом бомбаһын яһау буйынса эш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Курчатовты совет атом проектына башланғыс һалыусы тип атайҙар. Ул уны 1942 йылдың 28 сентябрендә бирелгән старттан башлап[21] үҙе вафат булғансы алып бара.

1943—1945 йылдарҙа эштәр СССР Фәндәр академияһының 2-се Лабораторияһында бара һәм тикшеренеүҙәрҙән тора. Эштәргә И. В. Сталин үҙе кураторлыҡ итә, ағымдағы мәсьәләләр менән химия сәнәғәте халыҡ комиссары М. Г. Первухин шөғөлләнә[22].

1943 йылда И. В. Курчатов эвакуациянан ҡайһы бер ғалимдарҙы, шул иҫәптән З. В. Ершованы саҡыра, уның алдына уран крабиды һәм металлик уран алыу бурысы ҡуйыла[23].

1944 йылдың 8 декабрендә Оборона дәүләт комитетының «Уран рудаларын сығарыу һәм эшкәртеүҙе үҫтереүҙе тәьмин итеү саралары тураһында» № ГКО-7102сс/ов ҡарары сыға.

Бөтә мәсьәләләр иң юғары кимәлдә хәл ителә — СССР Оборона халыҡ комиссариатының Кадрҙар буйынса баш идаралығы начальнигы генерал-полковник Ф. И. Голиков, РККА Генераль штабының Ғәскәрҙәрҙе формалаштырыу һәм комплектлау буйынса баш идаралығы начальнигы генерал-полковник И. В. Смородинов, Хәрби-диңгеҙ флоты халыҡ комиссары флот адмиралы Н. Г. Кузнецов, НКВД халыҡ комиссары урынбаҫары В. В. Чернышев, атом проекты етәксеһе А. П. Завенягин һәм СССР Оборона дәүләт комитеты ағзаһы Л. П. Берияның урынбаҫары В. А. Махнев комиссия ағзаһы итеп раҫлана[24].

1945 йылдың 20 авгусында атом тармағын булдырыу маҡсатында Оборона дәүләт комитеты эргәһендә Махсус комитет ойошторола. Шул уҡ көндө Беренсе идаралыҡ ойошторола, уға Б. Л. Ванников етәксе итеп тәғәйенләнә, Курчатов проекттың фәнни бүлегенә етәксе итеп ҡуйыла. Курчатов техник советтың составына индерелә[25].

1946 йылда И. В. Курчатов дәүләттең юғары вазифалы кешеләре менән осрашҡандан һуң, Сталин тарафынан атом фәненең һәм техникаһының үҫешен билдәләгән алтмышлап документҡа ҡул ҡуйыла[26].

Атом яғыулығы етештереү технологияларын эшләү өсөн Ф-1 реакторы төҙөлә[27]. Ғәмәли эксперименттар һөҙөмтәһендә А-1 сәнәғәт реакторы, Б заводы һәм В заводы менән «Маяк» комбинаты төҙөлә. Эштәргә Л. П. Берия етәкселек итә, И. В. Курчатов менән бергә Я. Д. Раппопорт, А. Н. Комаровский, С. Н. Круглов кеүек ғалимдар эшләй, төҙөлөштәрҙе В. А. Сапрыкин, Д. К. Семичастный һ. б. алып бара[28].

Атом проектының үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң бер нисә йылдан СССР-ҙың Курчатов етәкселегендәге (Лаврентий Берия кураторлығындағы) хәрби ядро программаһы тәүге емештәрен бирә: 1949 йылдың 29 авгусында беренсе совет атом бомбаһы — РДС-1 шартлатыла.

Курчатов етәкселегендә шулай уҡ донъялағы беренсе водород бомбаһы РДС-6с сығарыла, уның ҡеүәте 400 кт була. Был бомба 1953 йылдың 12 авгусында шартлатыла.

Һуңғараҡ Курчатов коллективы рекордлы 52000 кт ҡеүәтле АН602 термоядро бомбаһын (Батша бомба) эшләй.

1950-се йылдар уртаһында Курчатов идара ителеүсе термоядро синтезы менән шөғөлләнә.

Хәрби проблеманы хәл итеү менән бер рәттән атом энергияһын тыныс маҡсаттарҙа ҡулланыу мәсьәләләре өҫтөндә лә эшләй. Коллективтың был юҫыҡтағы эше һөҙөмтәһендә 1954 йылдың 26 июнендә Обнинск АЭС-ы эшкә ҡушыла. Ул донъяла беренсе атом электр станцияһы була.

1960 йылдың февралендә Курчатов Барвиха санаторийына дуҫы академик Ю. Б. Харитонды күрергә килә. Эскәмйәлә һөйләшеп ултырғанда әңгәмә бер мәлгә тынып ҡала, ә Харитон Курчатовҡа боролоп ҡарағанда ул инде йән биргән була. Йөрәккә ойош ҡан төйөрө ултырыу үлемдең сәбәбе була[29].

1960 йылдың 7 февралендә ғалимдың кәүҙәһе кремациялана, көлө һалынған урна Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Кремль стенаһына ҡуйыла.

Ғаиләһе һәм яҡындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Атаһы яҡлап олатаһы — Алексей Константинович Курчатов (1836—1895)
  • Атаһы яҡлап өләсәһе — Любовь Филаретовна Курчатова (ҡыҙ саҡта Полушкина)
  • Әсәһе яҡлап олатаһы — Василий Антонович Остроумов
  • Әсәһе яҡлап өләсәһе — Пелагея Васильевна Остроумова (1847—1882)
  • Атаһы — Василий Алексеевич Курчатов (1869—1941)
  • Әсәһе — Мария Васильевна Остроумова (1875—1942)
  • Борис Васильевич Курчатов — ҡустыһы
  • Ҡатыны — Марина Дмитриевна Синельникова.

Курчатовтың күп уҡыусылары һәм ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәре билдәле ғалим булып китә, улар араһында — Андрей Сахаров, Виктор Адамский, Юрий Бабаев, Юрий Трутнев, Юрий Смирнов, Аркадий Бриш, Әмир Амаев[30].

Проекттар етәксеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. В. Курчатов ҡатнашлығында Европалағы беренсе циклотрон эшләнә (1937). Уның етәкселеге аҫтында Мәскәүҙәге беренсе циклотрон (1944), Европалағы беренсе атом реакторы (1946), беренсе совет атом бомбаһы (РДС-1, 1949), донъяла беренсе термоядро бомбаһы (РДС-6с, 1953), донъяла беренсе сәнәғәт атом электр станцияһы (Обнинск АЭС-ы, 1954), һыу аҫты кәмәләре һәм атом боҙватҡыстары («Ленин» атом боҙватҡысы, 1959) өсөн донъяла беренсе атом реакторы (1958), идара ителеүсе термоядро реакцияларын тормошҡа ашырыу өсөн иң ҙур ҡоролма эшләнә (1958).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (29.10.1949, 08.12.1951, 04.01.1954)
  • Биш  Ленин ордены (10.06.1945, 29.10.1949, 10.01.1954, 19.09.1953, 11.09.1956)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (04.10.1944, 06.03.1945)
  • миҙалдар: «1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Героманияны еңгән өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн», «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә»
  • Ленин премияһы (07.09.1956)
  • Дүрт Сталин премияһы (1942, 29.10.1949, 06.12.1951, 31.12.1953)
  • Леонард Эйлер исемендәге алтын миҙал
  • Жолио-Кюри исемендәге Тыныслыҡ көмөш миҙалы
  • СССР-ҙың почётлы гражданы

И. В. Курчатов һәйкәлдәре:

Курчатов исеме бирелгән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
И. В. Курчатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Рәсәй Банкы тәңкәһе. 2 һум, көмөш, 2003 йыл

Рәсәйҙең Курск өлкәһендә, Ҡаҙағстандың Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһендә Курчатов ҡалалары, Силәбе ҡалаһында Курчатов районы бар.

Рәсәйҙәге иң эре фәнни үҙәк — Курчатов институты һәм Белоярск атом электр станцияһы уның исемен йөрөтә. Ровно АЭС-ында 1980-се йылдарҙа Курчатов исемендәге нейтрино лабораторияһы эшләй. Элементтарҙың периодик системаһындағы яһалма синтезланған 104-се элемент «Курчатовий» тип уның исеме менән аталған[31]. Игорь Васильевич Курчатов хөрмәтенә бер бәләкәй планетаға 2352 Курчатов астероиды тигән атама бирелгән.

«Академик Курчатов» тигән ғилми-тикшеренеү судноһы 1966 йылда һыуға төшөрөлә.

Рәсәй Фәндәр академияһы ядро физикаһы һәм ядро энергетикаһы өлкәһендәге ҙур уңыштар өсөн И. В. Курчатов исемендәге Алтын миҙал һәм премия[32] тапшыра.

Элекке СССР-ҙың күп ҡалаларында — Севастополь, Киев, Луганск, Кривой Рог, Днепр, Липецк, Мариуполь, Мариинский Посад, Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Дубна, Обнинск, Энергодар, Минск, Тольятти, Припять, Стәрлетамаҡ, Железногорск, Барановичи, Северодонецк, Красноярск, Пермь, Иркутск, Петропавловск-Камчатский, Гродно, Заречный һ.б. ҡалаларҙа Курчатов урамы бар.

«Аэрофлот» компанияһының самолетына И. Курчатов исеме бирелгән.

Харьковта Академик Курчатов проспекты бар[33].

Мәскәүҙә 1189-сы урта мәктәп Курчатов исемен йөрөтә.

Силәбе өлкәһе Эҫем ҡалаһында 1-се урта мәктәпкә И. В. Курчатов исеме бирелгән.

1961 йылда Халыҡ-ара астрономик союз Айҙың артҡы яғындағы кратерға И. В. Курчатов исеме бирә.

Курчатов филателияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Метрическая запись о рождении академика И.В. Курчатова.
  2. 2,0 2,1 Курчатов Игорь Васильевич (урыҫ) / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Norris R. S., Cochran T. B. Igor Vasilyevich Kurchatov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Igor Kurchatov // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Метрическая запись о рождении академика И.В. Курчатова. Объединенный государственный архив Челябинской области. Дата обращения: 15 ноябрь 2015.
  6. http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=10493
  7. Юность Курчатова | Смена
  8. Курчатов Игорь Васильевич 2015 йыл 8 март архивланған.
  9. http://www.informaxinc.ru/lib/zhzl/kurchatov/#CO2 2018 йыл 26 апрель архивланған.
  10. VIVOS VOCO: И. В. Курчатов — человек, подаривший стране безопасность
  11. Мария Васильевна Остроумова (Курчатова) р. 25 февраль 1875 ум. 12 апрель 1942 — Родовод
  12. Найдена метрическая запись о рождении академика Курчатова
  13. Асташенков П. Т. Курчатов. — М.: «Молодая гвардия», 1968.
  14. Мемориал Радиевого института имени В. Г. Хлопина 2009 йыл 4 декабрь архивланған.
  15. Радиевый институт имени В. Г. Хлопина. Хронология. 2013 йыл 29 июль архивланған.
  16. Севастополь, бухта Голландия, памятник в честь подвига ученых и воинов-черноморцев 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  17. Александров А. П. Годы с Курчатовым // Наука и жизнь, 1983, № 2
  18. Коптев Ю. И. Виза безопасности. — СПб.: Изд-во Политехнического Университета, 2008. — 66 стр.
  19. Регель В. Р. Размагничивание кораблей в годы Великой Отечественной войны // Природа. 1975, № 4
  20. Ткаченко В. А. История размагничивания кораблей советского военно-морского флота. — Л.: Наука, 1975
  21. [./Викитека ]
  22. Черток Б. Е.. Глава 4. Становление на родной земле. Три новые технологии — три государственных комитета 2017 йыл 3 декабрь архивланған. // Ракеты и люди 2012 йыл 6 октябрь архивланған.. — М.: Машиностроение, 1999. — Т. 1. Ракеты и люди.
  23. Зинаида Васильевна Ершова // Росатом.
  24. [./Викитека ]
  25. [./Викитека ]
  26. «На атомной волне»: Советский атомный проект — решающая предпосылка взлёта физики // Научное сообщество физиков СССР. 1950-е-1960-е годы. Документы, воспоминания, исследования / Составители и редакторы В. П. Визгин и А. В. Кессених. — СПб.: издательство РХГА, 2005. — Т. I. — С. 25. — 720 с. — 1 000 экз.Ҡалып:Книга:Научное сообщество физиков
  27. Ларин Иван Иванович Реактор Ф-1 был и остаётся первым // Наука и жизнь : Журнал. — М., 2007. — В. 8.
  28. В. Н. Новоселов. Глава 27. Объект особой важности // Тайны «сороковки» О первенце атомной промышленности — производственном объединении «Маяк» в городе Челябинск-40 (Озерск). — 2-е издание, исправленное и дополненное. — Екатеринбург: ИПП "Уральский рабочий", 1995. — 445 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-85383-102-X.
  29. Интервью с Раисой Васильевной Кузнецовой — директором дома-музея Курчатова // Эхо Москвы, «Наше всё», эфир 27.01.2008
  30. Амир Джабраилович Амаев — учёный атомщик из Дагестана — Официальный сайт НИЯУ МИФИ 2016 йыл 6 август архивланған.
  31. Элемент в дальнейшем был переименован в резерфордий после споров по поводу приоритета с американскими ядерщиками, также синтезировавшими этот элемент.
  32. В их честь названы улицы Дубны 2014 йыл 2 ғинуар архивланған. — фонд «Наследие»
  33. До 1980 года — улица.
  • П. Т. Асташенков. Курчатов. 2-е изд. — М.: «Молодая гвардия», 1968.
  • Р. В. Кузнецова. Первый среди равных: Игорь Васильевич Курчатов как учёный-новатор (1920—1942 гг.). — М.: Изд-во РНЦ «Курчатовский институт», 2010. — 240 с.
  • Р. В. Кузнецова. И не было большего долга: академик И. В. Курчатов — научный руководитель советского атомного проекта (1942—1960 гг.). — М.: Изд-во РНЦ «Курчатовский институт», 2010. — 224 с.
  • С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества. Под ред. В. А. Лопота. — М.: Изд-во РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014. — ISBN 978-5-906674-04-3.
  • Храмов Ю. А. Курчатов Игорь Васильевич // Физики: Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и дополн. — М.: Наука, 1983. — С. 148. — 400 с. — 200 000 экз.Храмов Ю. А. Курчатов Игорь Васильевич // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 148. — 400 с. — 200 000 экз.
  • Скворцов К. В. Пока есть музыка и память. Избранные произведения в 3-х т. Т.1. М.: Русская книга, 1999.- 552 с. ISBN 5-268-00424-7 (Т.3) ISBN 5-268-00422-0 . с.179

Курчатов Игорь Васильевич. «Герои страны» сайты.