Астероид

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юғары айырыусанлыҡ менән төшөрөлгән астероидтар рәсеме (масштабта). 2011 йылға торошло, ҙурҙан бәләкәйгә: (4) Веста, (21) Лютеция, (253) Матильда, (243) Ида һәм уның юлдашы Дактиль, (433) Эрос, (951) Гаспра, (2867) Штейнс, (25143) Итокава.

Астеро́идҠояш системаһындағы, Ҡояш тирәләй орбитала әйләнеп йөрөүсе, сағыштырмаса ҙур булмаған күк есеме. Астероидтар массаһы һәм ҙурлығы буйынса планеталарҙан ҡалыша, улар дөрөҫ булмаған формала һәм атмосфералары юҡ, шулай ҙа уларҙың юлдаштары булыуы мөмкин.

Билдәләмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астероид терминын (от бор. грек. ἀστεροειδής — «йондоҙға оҡшаған», ἀστήρ — «йондоҙ» и εῖ̓δος — «ҡиәфәт») Уильям Гершел индерә, уларҙы телескоптан күҙәткән ваҡытта улар йондоҙ кеүек күренә, планеталар, уларҙан айырмалы булараҡ, диск кеүек күренә. «Астероид»тың теүәл билдәләмәһе әлегә тиклем билдәләнмәгән. 2006 йылға тиклем астероидтарҙы кесе планеталар тип йөрөткәндәр.

Квалификация биреү өсөн төп дәүмәл — есемдең ҙурлығы. Диаметры 30 метрҙан артыҡ булған күк есеме астероид тип атала, бәләкәйерәк күк есемдәре метеориттар тип атала.[1]

Ҡояш системаһында астероидтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Ҡояш системаһында йөҙ меңләгән астероид булыуы билдәле. 2013 йылдың 11 ғинуарына торошло мәғлүмәттәр базаһында 97 853 768 объект иҫәпләнә, 600 853-өнөң орбиталары билдәләнгән һәм уларға рәсми номер бирелгән.[2] 17 620-һенең был ваҡытта рәсми раҫланған исеме булған.[3] Ҡояш системаһында ҙурлығы 1 километрҙан ҙурыраҡ 1,1-ҙән 1,9 миллионға тиклем объект бар тип иҫәпләнә.[4]

Әлеге ваҡытта билдәле булған астероидтар Марс менән Юпитер орбиталары араһындағы астероидтар һыҙатында тупланған.

Ҙурлығы яҡынса 975×909 км булған Цецера Ҡояш системаһындағы иң ҙур астероид булып иҫәпләнә ине, 2006 йылдың 24 авгусында ул кәрлә планета статусын алды. Тағы ике иң эре (2) Паллада һәм (4) Веста астероидтарының диаметры яҡынса ~500 км(4). Веста астероидтар һыҙатындағы ябай күҙгә күренә торған берҙән-бер объект. Башҡа орбиталар буйынса хәрәкәт иткән астероидтарҙы улар Ергә яҡын үткәндә күҙәтергә мөмкин (мәҫәлән, (99942) Апофис).

Һыҙаттағы барлыҡ астероидтарҙың дөйөм массаһы 3,0—3,6·1021 кг[5], был Ай массаһының 4% самаһы. Церера массаһы — 9,5·1020 кг, йәғни дөйөм массаның 32 %, ә өс иң эре астероид (4) Веста (9 %), (2) Паллада (7 %), (10) Гигея (3 %) — 51 %, йәғни астрономик үлсәү буйынса күпселек астероидтарҙың массаһы бик бәләкәй.

Астероидтарҙы өйрәнеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астероидтарҙың төп һыҙаты (аҡ төҫтә) һәм Юпитерҙың троян астероидтары (йәшел төҫтә)

Астероидтарҙы өйрәнеү 1781 йылда Уилям Гершел Уран планетаһын асҡас башлана. Уның уртаса гелиоцентрик аралығы Тициус — Боде ҡағиҙәһенә тап килә.

XVIII быуат аҙағында Франц Ксавер 24 астрономдан торған төркөм ойоштора. 1789 йылда был төркөм, Тициус — Боде ҡағиҙәһе буйынса, Ҡояштан 2,8 астрономик берәмек алыҫлыҡта, Марс менән Юпитер орбиталары араһында планеталар эҙләү менән шөғөлләнә. Билдәле ваҡытта зодиак йондоҙлоҡтарындағы барлыҡ йондоҙҙарҙың координаталарын билдәлергә тигән бурыс ҡуйыла. Икенсе төндә координаталар сағыштырыла, ҙур арауыҡҡа күскән объекттар айырып алына. Эҙләнелгән планетаның самаланған күсеше сәғәтенә 30 градус тип күҙаллана, был еңел күренергә тейеш була.

Беренсе астероид Церераны, был проектта ҡатнашмаған итальян Джузеппе Пиацци 1801 йылда быуаттың беренсе төнөндә аса. Өс башҡа астероид (2) Паллада, (3) Юнона һәм (4) Веста артабанғы бер нисә йылда асыла, иң һуңғыһы Веста 1807 йылда асыла. Тағы 8 уңышһыҙ йылдан һуң астрономдарҙың күбеһе, унда башҡа бер ни ҙә юҡ тип, тикшеренеүҙәрен туҡтата.

Әммә Карл Людвиг Хенке ныҡышмалылыҡ күрһәтә, һәм 1830 йылда яңы астероидтар эҙләүҙе дауам итә. Ун биш йылдан һуң ул һуңғы 38 йылда тәүге яңы астероид Астерияны аса. Ике йыл да үтмәй, Гебаны аса. Бынан һуң эҙләнеүҙәргә яңы астрономдар ҡушыла, артабан йылына кәм тигәндә бер яңы астероид асыла (1945 йылдан башҡа).

1891 йылда Макс Вольф яңы астероидтарҙы эҙләү өсөн фотоға төшөрөү ысулын ҡуллана, оҙаҡ ваҡыт яҡтыртыу менән төшкән фотоларҙа астероидтар ҡыҫҡа яҡты эҙен ҡалдыра.

Был ысул, элекке күҙәтеү ысулына ҡарағанда, яңы астероидтарҙы билдәләүҙе тиҙләтә: Макс Вульф яңғыҙы (323) Брюсиянан башлап 248 яңы астероидты таба, уға тиклем 300-ҙән артыҡ астероид билдәле була. Хәҙер, бер быуат үткәс, бер нисә мең астероид танылған, номерланған һәм исемләнгән. Уларҙың бик күп булыуы билдәле, тик ғалимдар уларҙы тикшерергә ашыҡмай, уларҙы «йыһан сүп-сары» («vermin of the skies») тип атайҙар.

Астероидтарға исем биреү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баштараҡ астероидтарға рим һәм грек мифологияһы геройҙары исемдәрен биргәндәр, һуңынан тикшереүселәр теләһә ниндәй исем биреү хоҡуғын алалар — мәҫәлән, үҙ исеме менән атарға. Тәүҙәрәк астероидтарға ҡатын-ҡыҙ исеме биргәндәр, ирҙәр исемен тик ғәҙәти булмаған орбитаһы булған астероидтар ғына алған (мәҫәлән, Ҡояшҡа Меркурийҙан да яҡыныраҡ килеүсе Икар). Һуңынан был ҡағиҙә лә үтәлмәй башлай.

Орбитаһы яҡшы өйрәнелгән астерод ҡына исем ала. Тиҫтәләгән йыл үткәс кенә исем алған астероидтар билдәле. Орбитаһын иҫәпләп сығарғансы астероидҡа асылған датаһы менән тәртип номеры бирелә, мәҫәлән 1950 DA. Һан йылды күрһәтә, беренсе хәреф — астероид асылған йылдағы ярты айлыҡты (миҫалда февралдең икенсе яртыһы). Икенсе хәреф был ярты айлыҡта асылған тәртип номеры, миҫалда был ярты айлыҡта беренсе асылған астероид.

Рәсми исем алған астероид исеме һандан (тәртип номеры) һәм исеменән тора — (1) Церера, (8) Флора һ.б.

Астероидтың формаһын һәм үлсәмен билдәләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(951) Гаспра астероиды янынан осоп барғанда «Галилео» зонды тапшырған рәсем (төҫтәре көсәйтелгән)

1802 йылда Уильям Гершель һәм 1805 йылда Иоганн Шрётер астероидтың дискын еп микрометры ысулы менән үлсәп ҡарайҙар. Уларҙан һуң XIX быуатта шундай уҡ ысул менән иң сағыу астероидтарҙы башҡа астрономдар үлсәй.

Был ысулдың төп етешһеҙлеге һөҙөмтәләрҙең айырмаһында була (мәҫәлән, Церераның төрлө ғалимдар тарафынан алынған иң ҙур һәм иң бәләкәй үлсәме ун тапҡырға айырыла).

Хәҙерге заманда поляриметрия, радиолокация, спекл-интерферометрия, транзит и йылылыҡ радиометрияһы[6] ысулдары ҡулланыла.

Транзит ысулы ябай һәм сифатлы булып тора. Астероид Ергә ҡарата хәрәкәтендә айырым йондоҙ фоны аша үтә, был күренеш йондоҙҙо астероид ҡаплауы тип атала. Йондоҙ яҡтылығы кәмеү оҙайлығын үлсәп һәм астероидҡа тиклем йыраҡлыҡты белеп, ҙурлығын теүәл билдәләп була. Был ысул менән Паллада кеүек эре астероидтарҙың үлсәмен билдәләп була[7].

Астероидтарҙы классификациялау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астероидтарҙың дөйөм классификацияһы уларҙың орбита характеристикаһына һәм өҫтәренән сағылған Ҡояш яҡтыһының күҙгә күренгән спектрын һүрәтләүгә нигеҙләнгән.

Ҙурлыҡтары буйынса бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үлсәмдәре ҙурайған һайын астероидтар һаны түбәнәйә.

Диаметры D-нан ҙурыраҡ яҡынса N астероидтар һаны
D 100 м 300 м 500 м 1 км 3 км 5 км 10 км 30 км 50 км 100 км 200 км 300 км 500 км 900 км
N 25 000 000 4 000 000 2 000 000 750 000 200 000 90 000 10 000 1100 600 200 30 5 3 1

Астероидтар хәүефе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Ер өсөн хәүефле астероидтар юҡ тип иҫәпләнә.

Астероид ни тиклем ҙурыраҡ һәм ауырыраҡ булһа, шул тиклем Ер өсөн хәүефлерәк, шул уҡ ваҡытта ул астероидты күҙәтеп күреп ҡалыуы ла еңелерәк. Әлеге ваҡытта Апофис астероиды иң хәүефле тип иҫәпләнә, уның диаметры 300 м, Ер менән бәрелешкәндә тотош бер илде юҡ итеүе мөмкин.

Арҡыры оҙонлоғо 10 км булған астероидтар үтә хәүефле булып иҫәпләнә. Ундай үлсәмле барлыҡ астероидтар астрономдарға билдәле һәм улар урынлашҡан орбита Ер менән бәрелешеүе мөмкин түгел.

Беренсе 30 астероид[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Астероид (4) Веста, кәрлә планеты Церера һәм Айҙың сағыштырмаса ҙурлығы. Айырыусанлаҡ бер пикселгә 20
  1. Церера (хәҙер кәрлә планета статусында)
  2. Паллада
  3. Юнона
  4. Веста
  5. Астрея
  6. Геба
  7. Ирида
  8. Флора
  9. Метида
  10. Гигея
  11. Парфенопа
  12. Виктория
  13. Эгерия
  14. Ирена
  15. Эвномия
  16. Психея
  17. Фетида
  18. Мельпомена
  19. Фортуна
  20. Массалия
  21. Лютеция
  22. Каллиопа
  23. Талия
  24. Фемида
  25. Фокея
  26. Прозерпина
  27. Эвтерпа
  28. Беллона
  29. Амфитрита
  30. Урания

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шустова Б. М., Рыхловой Л. В. Рис. 1.1 // Астероидно-кометная опасность: вчера, сегодня, завтра / Под ред. Шустова Б. М., Рыхловой Л. В.. — М.: Физматлит, 2010. — 384 с. — ISBN 978-5-9221-1241-3.
  2. MPC Archive Statistics. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.
  3. Minor Planet Names. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 5 июль 2012 года.
  4. New study reveals twice as many asteroids as previously believed. Дата обращения: 28 март 2006. Архивировано 5 июль 2012 года. 2023 йыл 6 март архивланған.
  5. Krasinsky, G. A.; Pitjeva, E. V.; Vasilyev, M. V.; Yagudina, E. I. (July 2002). «Hidden Mass in the Asteroid Belt». Icarus 158 (1): 98—105. DOI:10.1006/icar.2002.6837.
  6. Ҡалып:Cite conference
  7. Lang, Kenneth R. The Cambridge Guide to the Solar System. — 2003. — P. 390—391. — ISBN 978-0521813068.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]