Йондоҙҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йондоҙ битенән йүнәлтелде)
Йондоҙҙар
Рәсем
Урынлашыу Ғаләм
Ҡайҙа өйрәнелә астрономия
Вид в ночное время
Модельный элемент UY Щита[d], Пистолет[d] һәм звезда-гигант[d]
Һаны билдәһеҙ
Commons-logo.svg Йондоҙҙар Викимилектә
Альп тауҙарында йондоҙло күк күренеше
Ҡояш — Ергә иң яҡын йондоҙ

Йондоҙҙар — үҙҙәрендә барған термоядро реакциялары энергияһы иҫәбенә яҡтыртыусы күк есемдәре. Газ-туҙан болоттарынан (башлыса водородтан һәм гелийҙан) гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр[1].

Яҡтыртылышы, ауырлығы, температураһы, химик составы, спектры буйынса классификацияланалар. Шартлы рәүештә кәрлә (үлсәмдәре Ҡояш менән сағыштырмалы), гигант (радиусы Ҡояштыҡынан 10—100 тапҡыр ҙурыраҡ) һәм ифрат гигант йондоҙҙар айырыла. Гиганттарҙың яҡтыртылышы Ҡояштыҡынан 10—1000 тапҡырға, ифрат гиганттарҙыҡы — бер нисә мең һәм унан да күберәк тапҡырға артып китә

Билдәләмәһе һәм тасуирламалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йондоҙҙоң дөйөм ҡабул ителгән билдәләмәһе юҡ. Күпселек билдәләмәләрҙә йондоҙҙар тип газдан йәки плазманан хасил үҙлегенән яҡтыртып торған ҙур дәүмәлле объекттар иҫәпләнә[2], эволюцияның ниндәйҙер стадияһында булһа ла уларҙың үҙәгендә ҡеүәте үҙ яҡтыртыусанлығы менән сағыштырып булырлыҡ термотөш синтезы барыуы шарт[3][4].

Йондоҙҙарҙың төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, йондоҙҙар, ҡағиҙә булараҡ, стационар, йәғни улар гидростатик һәм термодинамик тигеҙлек һаҡлай. Был үҙгәреүсән йондоҙҙар өсөн дә дөрөҫ, сөнки йыш ҡына уларҙың үҙгәреүсәнлеге тигеҙһеҙлек нөктәһенә ҡарата параметрҙары тирбәлеүҙәр арҡаһында барлыҡҡа килә. Бынан тыш, нурҙарҙың күсерелеүе өсөн энергия һаҡлау законы үтәлергә тейеш, сөнки энергия йондоҙҙарҙың үҙәк өлөшөндә барлыҡҡа килә һәм уның өҫкө өлөшөнә күсерелә[2][5][6].

Йондоҙҙарҙың атмосфералары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡояш тажы 1999 йылдағы ҡояш тотолоуы ваҡытында

Йондоҙҙар атмосфераһы — туранан-тура күҙәтелегән нурланыш барлыҡҡа килгән өлкә[7].

  • Фотосфера — атмосфераның иң түбән, үтәҙек булмаған өлөшө. Унда өҙлөкһөҙ нурланыш спектры формалаша, ә ул үҙе күҙәткән мәлдә оптик диапазонда йондоҙҙарҙың өҫтө булып күренә. Уның арҡаһында йондоҙҙарҙың сите үҙәгенә ҡарағанда ҡараңғыраҡ булып күренә: мәҫәлән, Ҡояштың күренгән диапазонында ситтәре уртаһынан 40 %-ҡа тоноғораҡ тойола[8]. Ҡояш фотосфераһының температураһы 6500 K тәшкил итә, ә тығыҙлығы — 5·10−4 кг/м3[7][9].
  • Хромосфера — йондоҙ атмосфераһының фотосфераларға ҡарағанда юғарыраҡ температуралы булыуы менән айырылып торған ҡатламы. Ул спектрҙа эмиссия һыҙаттары барлыҡҡа килтерә. Ҡояш хромосфераһы температураһы 10 000 K тәшкил итә, мәгәр уның сағыулығы фотосферанан 100 тапҡырға кәмерәк. Был ҡатлам ҡайнар ҡояштарҙа юҡ[7][10].
  • Таж — йондоҙ атмосфераһының бик юғары температуралы тышҡы ҡатламы, әммә тығыҙлығы һәм сағыулығы бик түбән. Был өлкәлә башлыса рентген диапазонында нурланыу күҙәтелә, һәм был ҡатламда уның ҡеүәте йондоҙҙарҙың дөйөм яҡтыртыуынан ·10−3 кимәленән артмай; Ҡояш өсөн ул ·10−6 Ҡалып:Lo тәшкил итә. Оптик диапазонда түбән яҡтыртылышлы булыуы арҡаһында таж тик Ҡояшта ғына һәм уның тулы тотолоуы ваҡытында ғына күҙәтелә. Ҡояш тажы температураһы 1,5 миллион кельвин тәшкил итә, әммә ҡайһы бер йондоҙҙарҙа 10 миллион кельвинға етеүе ихтимал[7][11].

Йондоҙҙарҙың күбеһендә йондоҙ еле булыуы күҙәтелә — был матдәләрҙең атмосферанан космосҡа стационар күсеше менән бәйле. Бик ҙур йондоҙҙарҙа ел айырыуса ныҡ һиҙелә; бәләкәй күләмле йондоҙҙарҙа ул массаның ҙур булмаған өлөшөн алып китә, әммә ваҡыт уҙыу менән уларҙы үҙәк тирәләй әйләнеүен кәметә. Йондоҙ елдәре булыу йондоҙ атмосфераһының тотороҡло булмауын аңлата[12].

Класлаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр класс йондоҙҙарҙың спектрҙар тасуирламаһы[13][14]
Класс Температура (K)[15][16][17] Төҫ Спектр үҙенсәлектәре
O > 30 000 Зәңгәр Күп тапҡыр ионлаштырылған атом-төш һыҙаттары бар, миҫалға, He II[18], C III, N III, O III, Si V. He I һыҙаттары бар, H I һыҙаттары көсһөҙ.
B 10 000—30 000 Аҡһыл-зәңгәр He I һыҙаттары интенсивлығы максималь, Ca II һыҙаттары барлыҡҡа килә, O II, Si II, Mg II һыҙаттары күренә. He II һыҙаттары юҡ.
A 7400—10 000 Аҡ H I һыҙаттары интенсивлығы максималь, Ca II көсәйә, нейтраль металдар һыҙаттары килеп сыға. He I һыҙаттары юҡҡа сыға.
F 6000—7400 Аҡһыл-һары Ca II һәм башҡа металдар һыҙаттары, миҫалға, Fe I, Fe II, Cr II, Ti II, көсәйә, H I һыҙаттары кәмей.
G 5000—6000 Һары Ca II һыҙаттарының интенсивлығы максималь, H I һыҙаттары кәмей.
K 3800—5000 Ҡыҙғылт-һары Башлыса металл һыҙаттары күҙәтелә, атап әйткәндә, Ca I, TiO йотолоуы юлаҡтары барлыҡҡа килә, H I һыҙаттары күп түгел.
M 2500—3800 Ҡыҙыл Бик күп металл һәм молекулярных берләшмәләр, бигерәк TiO булыуы күҙәтелә.
C 2500—3800 Ҡыҙыл Ундайҙарға K һәм M класлы йондоҙҙарҙың спектрҙары оҡшаған, әммә TiO юлаҡтары урынына углерод берләшмәләре менән йотолоуы күҙәтелә.
S 2500—3800 Ҡыҙыл Спектрҙары M класлы йондоҙҙарҙың спектрҙарына оҡшаған, әммә TiO юлаҡтары урынына ZrO юлаҡтары һәм бүтән молекуляр йотолоу юлаҡтары килеп сыға.
L 1300—2500 Ҡуйы ҡыҙыл Һелтеле металдар һыҙаттары, бигерәк тә Na I һәм K I асыҡ күренә, TiO юлаҡтары юҡҡа сыға.
T 600—1300 Ҡуйы ҡыҙыл CH4 һәм H2O юлаҡтары бар.
Y < 600 Ҡуйы ҡыҙыл NH3 һыҙаттары килеп сыға.

Ҡайһы саҡ Вольф — Райе йондоҙҙары өсөн W класы, планетар томанлыҡтар өсөн -P һәм яңы йондоҙҙар өсөн Q кластары ҡулланыла[19].

Йондоҙҙарҙы өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо донъяла күҙаллауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо замандан кешеләр күккә иғтибар иткән һәм унда йондоҙҙарҙың төрлө төркөмдәрен айыра белгән. Ласко мәмерйәһендә табылған боронғо Плеяда йондоҙҙар йыйылмаһы һүрәте беҙҙең эраға тиклем XVIII—XV мең йыллыҡта төшөрөлгән тип һанала[20].Беҙҙең көндәргә тиклем шумер йондоҙ каталогтарына ингән йондоҙлоҡтар килеп еткән. Ә Птолемей тарафынан б.э. II быуатында тасуирланған 48 йондоҙлоҡтан 47-һе Халыҡ-ара астрономик союз тарафынан раҫланған 88 йондоҙлоҡ исемлегенә индерелгән[21][22]. Ҡайһы бер сағыу йондоҙҙарға төрлө мәҙәниәттәрҙә таралған исемдәр бирелгән -ғәрәп исемдәре иң күп таралыу алған[23].

Йондоҙло күк ғәмәли маҡсаттарҙа ла файҙаланыла. Боронғо Мысырҙа йыл башы Сириустың беренсе гелиакик күренеү көнөнән иҫәпләнгән[24]. Б.э.т. өсөнсө мең йыллыҡтан б.э.т. тиклем йәшәгән Миной цивилизацияһы диңгеҙселәре йондоҙҙарҙы навигации өсөн файҙалана белгән[25].

Ғәҙәттә йондоҙҙарҙы күҙәтеү донъяның төрлө мөйөштәрендәге цивилизациялар өсөн мөһим булған. Улар дини йолаларҙа, астрономик навигация һәм ориентир билдәләү өсөн ҡулланылған. Күп кенә боронғо астрономдар йондоҙҙар күк көмбәҙенә мәңгелеккә береккән һәм үҙгәрмәйәсәк тип уйлаған. Астрономдар йондоҙҙарҙы йондоҙлоҡтарға туплаған һәм улар нигеҙендә Ҡояш һәм планеталар хәрәкәтен күҙәтергә тейеш булған[26]. Ҡояштың тирәһендәге йондоҙҙар һәм офоҡҡа ҡарата хәрәкәте ауыл хужалығын көйләргә мөмкинлек биргән календарҙар төҙөү өсөн ҡулланылған[27]. Хәҙерге ваҡытта һәр илдә тиерлек ҡулланылған милади календарь Ерҙең иң яҡын йондоҙ — Ҡояш тирәләй әйләнгән ваҡытына нигеҙләнгән ҡояш календарҙарының береһе.

Теүәл ваҡыты күрһәтелгән иң боронғо йондоҙ картаһы боронғо Мысырҙа беҙҙең эраға тиклем 1534 йылда төҙөлгән[28]. Месопотамияла, беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡ аҙағында, Кассит осоронда (б. э. т. яҡынса 1531—1155 йылдар) беҙгә билдәле булған иң боронғо йондоҙҙар каталогы төҙөлгән[29].

Тәүге тапҡыр грек астрономияһындағы йондоҙҙар каталогын б.э.т. яҡынса 300-се йылда Тимохарис ярҙамы менән Аристилл төҙөй[30]. Гиппарх (б.э.т. 2-се быуат) төҙөгән йондоҙ каталогына 1020 йондоҙ ингән һәм Птолемей йондоҙ каталогын төҙөгәндә ҡулланылған[31].

«Аҡбуҙат» йондоҙо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2021 йылдың 21 мартында Пегас йондоҙлоғондағы бер йондоҙға башҡорт халыҡ эпосында төп герой булараҡ билдәле «Аҡбуҙат» исеме бирелә.Ул ҙурлығы буйынса йондоҙлоҡта 15-се урында торған күк есеме. Йондоҙға исем Рәсәйҙең Милли киң мәғлүмәт саралары ассоциацияһы тарафынан иң яҡшы этник баҫмалар иҫәбенә индергән «Аҡбуҙат» журналының 30 йыллығы айҡанлы бирелә һәм сертификат журнал редакцияһына тапшырыла.

«Аҡбуҙат» журналы мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн айлыҡ әҙәби-нәфис баҫма[32].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Засов А. В. Звезда. Астронет. Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  2. 2,0 2,1 Star (билдәһеҙ). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 18 октябрь 2020.
  3. David Darling. Star (билдәһеҙ). Encyclopedia of Science. Дата обращения: 18 октябрь 2020.
  4. Сурдин, 2015, с. 138—139
  5. Fundamental Astronomy, 2007, p. 230
  6. Сурдин, 2015, с. 120—123
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Сахибуллин Н. А. Звёздные атмосферы. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 24 октябрь 2020. 2020 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
  8. Черепащук А. М. Потемнение к краю. Астронет. Дата обращения: 27 октябрь 2020.
  9. Фотосфера звёзд. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 24 октябрь 2020. 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  10. Хромосферы звёзд. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 24 октябрь 2020. 2020 йылдың 27 октябрь көнөндә архивланған.
  11. Короны звёзд. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 24 октябрь 2020. 2020 йылдың 19 июль көнөндә архивланған.
  12. Ламзин С. А. Звёздный ветер. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 24 октябрь 2020. 2020 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
  13. Кононович, Мороз, 2004, с. 373
  14. Fundamental Astronomy, 2007, pp. 209—210
  15. Zombeck M. V. Handbook of Space Astronomy and Astrophysics 68—70. Cambridge University Press. Дата обращения: 15 июнь 2021.
  16. Gray R. O., Corbally C. J. Stellar spectral classification. — Princeton; Woodstock: Princeton University Press, 2009. — С. 568. — 592 p. — ISBN 978-0-691-12510-7.
  17. Allard F., Homeier D. Brown dwarfs (инг.) // Scholarpedia. — 2007-12-17. — В. 12. — Т. 2. — С. 4475. — ISSN 1941-6016. — DOI:10.4249/scholarpedia.4475 Архивировано из первоисточника 21 май 2021.
  18. Римские цифры означают степень ионизации атома. I — нейтральный атом, II — однократно ионизованный, III — дважды ионизованный и так далее.
  19. Fundamental Astronomy, 2007, p. 209
  20. Екатерина Русакова. Астрономы определили возраст древней поэмы по звездам. N+1 (16 май 2016). Дата обращения: 27 октябрь 2020.
  21. Ҡалып:Cite veb
  22. Звёздное небо. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 27 октябрь 2020. 2020 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
  23. Navigation
  24. История астрономии. Институт истории естествознания и техники им. С. И. Вавилова. Дата обращения: 31 октябрь 2020. 2020 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.
  25. Navigation. National Geographic. National Geographic Society (21 ғинуар 2011). Дата обращения: 31 октябрь 2020.
  26. Forbes, George (1909). History of Astronomy. London: Watts & Co. ISBN 978-1-153-62774-0
  27. Tøndering, Claus Other ancient calendars. WebExhibits. Дата обращения: 23 май 2016. 2019 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.
  28. von Spaeth, Ove (2000). «Dating the Oldest Egyptian Star Map». Centaurus International Magazine of the History of Mathematics, Science and Technology 42 (3): 159–179. DOI:10.1034/j.1600-0498.2000.420301.x. Bibcode2000Cent...42..159V. Проверено 2016-05-23.
  29. North John. The Norton History of Astronomy and Cosmology. — New York and London: W.W. Norton & Company. — P. 30–31. — ISBN 0-393-03656-1.
  30. Murdin P. Aristillus (c. 200 BC) // Encyclopedia of Astronomy and Astrophysics. — ISBN 0-333-75088-8.
  31. Grasshoff Gerd. The history of Ptolemy's star catalogue. — Springer. — P. 1–5. — ISBN 0-387-97181-5.
  32. В созвездии Пегас появилась звезда под названием Акбузат

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]