21 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
21 март | |
![]() |
21 март — григориан стиле буйынса йылдың 80-се (кәбисә йылында 81-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 285 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Бөтә донъя шиғриәт көнө.
Науруз байрамы.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1922: Лондонда Ватерлоо вокзалы асыла.
- 1969: Башҡорт АССР-ы Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пономарёв Николай Георгиевич (1900–19.05.1942), СССР-ҙың инженер-оптигы, астрономия ҡорамалдары конструкторы. 1920 йылдан Ленинградтағы Оптика һәм Астрономия институттары хеҙмәткәре, 1934 йылдан Оптика механика заводының Конструкторлыҡ бюроһы етәксеһе, бер үк ваҡытта Пулково обсерваторияһы хеҙмәткәре. Сталин премияһы лауреаты (1941). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Акимова Мария Степановна (1915—1.11.1971), ғалим-антрополог. 1944 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1942), доцент. 1963—1965 һәм 1967 йылдарҙа Көньяҡ Уралға, шул иҫәптән Башҡортостанға антропология экспедициялары ойоштороусы. Сығышы менән хәҙерге Владимир өлкәһенең Собинка районы Глухов ауылынан.
- Нуриев Зыя Нурый улы (1915—19.10.2012), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1957—1969 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары, 1969 йылдан СССР-ҙың әҙерләүҙәр министры, 1973—1985 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре докторы (1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- Йәнекәев Дәрд Ғәли улы (1925—13.04.2016), ғалим-психиатр. 1966—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Нухов Фәрит Әйүп улы (1930—19.03.1990), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1948—1950 һәм 1954—1990 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводының (производство берекмәһенең) слесарь-йыйыусыһы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Меңйетәр ауылынан.
- Кәримов Вил Сәғит улы (1935—31.10.2017), режиссёр, дәүләт эшмәкәре. 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Кәрим ауылынан.
- Илизаров Симон Семёнович (1950), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975 йылдан СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәне һәм техника тарихы институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — директор урынбаҫары, 2004 йылдан — «Фән һәм техника» мәғлүмәт аналитика үҙәгенең бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Рәсәй гуманитар университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы (1950—11.01.2010), бейеүсе, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 1967 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, шул иҫәптән 1989—1990 йылдарҙа ансамбль директоры. 1993—1996 һәм 2008—2010 йылдарҙа — хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, 1998—2002 йылдарҙа — Нефтекама филармонияһы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Башҡорт АССР-ының артисы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рудько Нина Владимировна (1947), «Газпром нефтехим Салават» асыҡ акционерҙар йәмғиәте операторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бондарук Анатолий Моисеевич (1958), ғалим, йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр докторы. 2011—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәрова Әминә Мөхәмәтйән ҡыҙы (1909—3.06.1996), педагог-методист. 1958—1975 йылдарҙа РСФСР Педагогия фәндәре академияһы Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр. Педагогия фәндәре кандидаты (1963). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1968), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Луговая ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1825: Александр Можайский, Рәсәй империяһы уйлап сығарыусыһы, авиацияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1839: Модест Мусоргский, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1880: Николай Максимов, СССР-ҙың ғалим-ботанигы, академик.
- 1920: Георг Отс, йырсы һәм актёр, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1930: Симон Шноль, СССР һәм Рәсәй биофизигы, фән тарихын өйрәнеүсе.
- 1950: Сергей Лавров, дипломат, Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры.
- 1958: Гэри Олдмен, Бөйөк Британия киноактёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1998: Галина Уланова, СССР прима-балеринаһы.
- 2000: Аляев Иван Павлович, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1940).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]