23 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
23 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 327-се көнө (кәбисә йылында 328-се). Йыл тамамланыуға 38 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1828: Өфөлә хәҙерге 11-се Аксаков гимназияһы асыла.
- 1852: Англияла беренсе почта йәшниктәре индерелә.
- 1938: БАССР Юғары Советының «Башҡорт яҙмаһын латинлаштырылған алфавиттан рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күсереү тураһында» тигән указы баҫылып сыға.
- 1981: Ҡытайҙа шәхси бизнесҡа рөхсәт бирелә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (23.11.1932—2013), педиатр, 1963—1987 йылдарҙа Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы табибы. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының ХIII һәм ХVII съездары делегаты. СССР-ҙың халыҡ табибы (1982), Ленин ордены кавалеры (1978). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
- Черек Владимир Михайлович (23.11.1937), «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиһының 1979—1997 йылдарҙағы баш инженеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы (23.112.1903—2.01.1975), совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, педагог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1955), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Ике Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә 1943), 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Залыгин Сергей Павлович (23.11.1913—19.04.2000), рус совет яҙыусыһы. 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Сухаревка ауылынан.
- Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы (23.11.1928—19.03.2011), ғалим-музыка белгесе, композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1968).
- Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23.11.1938—2.11.1996), башҡорт театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм халыҡ (1989) артисы.
- Бикташева Ләйсән Марат ҡыҙы (23.11.1993), Рәсәй биатлонсыһы, ил чемпионаты призеры, кросс-биатлон буйынса юниорҙар араһында Европа чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы , әҙәби псевдонимы Дәрдмәнд (1859—9.10.1921), шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй империяһының 1‑се Дәүләт думаһына Ырымбур губернаһынан депутат (1906). «Ваҡыт» гәзитен һәм «Шура» журналын ойоштороусы. Алтын приискыһы хужаһы.
- Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (1959), актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 912: Бөйөк Оттон I, Германия короле.
- 1837: Йоханнес Дидерик, Голландия физигы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 955: Эдред, 946—955 йылдарҙа Англия короле.
- 1682: Клод Лоррен, Франция рәссамы.
- 1826: Иоганн Элерт Боде, Германия астрономы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]