Эстәлеккә күсергә

Йәмилов Марат Арыҫлан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәмилов Марат Арыҫлан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Әнәс ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 2 ноябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө театр актёры
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Башҡортостандың халыҡ артисы

Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23 ноябрь 1938 йыл — 2 ноябрь 1996 йыл) — башҡорт театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм халыҡ (1989) артисы.

Марат Арыҫлан улы Йәмилов 1938 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Әнәс ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай (педагогы Шамил Рәхмәтуллин).

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Сибай драма театрында башлай. Бында ул йөҙҙән артыҡ роль башҡара.

Ғаиләһе: ҡатыны Дилә Әхмәтфәиз ҡыҙы Билалова; улы, ҡыҙы һәм 6 ейәне. 1996 йылдың 2 ноябрендә Сибай ҡалаһында вафат була.

Театрҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лояль («Тартюф» Мольер; дебют, 1965), Аҡмулла («Өҙөлгән моң», Кирәй Мәргән), Фәрит («Тал бөгөлә» , Ғабдулла Байбурин), Дауыт («Аҡҡош йыры», Баязит Бикбай), Гәзиз («Ҡыҙыл йондоҙ» ,Мәжит Ғафури). Салауат («Салауат. Өн аралаш ете төш» — Мостай Кәрим).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)