Эстәлеккә күсергә

Теория

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Теория
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы практика[d] һәм практика[d]
 Теория Викимилектә

Тео́рия (грек. θεωρία «өйрәнеү, тикшереү») — күренештәрҙең билдәле бер тупланмаһын тасуирлап аңлатыусы һәм был өлкәлә асылған ҡануни бәйләнештәрҙе берҙәм башланғысҡа бәйләүсе тәғлимәт, фәнни белем системаһы[1].

Тикшерелеүсе күренеште, уның бәйләнештәрен, асылын һәм законсалыҡтарын һәр яҡлап белеүҙән ғибәрәт. Тикшерелеүсе күренештең законсалыҡтары тураһындағы белемдәр теорияла ҡампа-ҡаршылыҡһыҙ була һәм берләштереүсе башланғысҡа нигеҙләнә.

Теория синтетик белемдең мәғлүмәти моделе булып тора, уның сиктәрендә айырым төшөнсәләр, гипотезалар һәм закондар, үҙҙәренең автономлығын юғалтып, берҙәм системаның элементына әүерелә. Теорияла бер һығымталар ғәмәли раҫламалар һәм/йәки логик һығымта ҡағиҙәләре нигеҙендә икенсе раҫламаларҙан сығарыла. Теориялар фәнни ысул буйынса формалаштырыла, эшләнә һәм тикшерелә. Теория алдынан ҡабатлана ала торған раҫламалы гипотеза килә. Теория йә бер-береһенә яраҡлашҡан теориялар тәғлимәткә әйләнә.

Теорияның мөһим үҙсәнлеге — алдан әйтеү, прогнозлау һәләте, шуның нигеҙендә уның верификацияһы эшләнә.

Теорияның функциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теорияларҙың функциялары була. Айырыуса мөһимдәре:

  • теория уны ҡулланыусыны концептуаль структуралар менән тәьмин итә;
  • теорияла терминология эшләнә;
  • теория үҙ объектының төрлө яҡтарын аңлау, аңлатыу, тоҫмаллау мөмкинлеген бирә;
  • теория теге йәки был факторҙарҙың барлыҡҡа килеүен алдан әйтә.

Теорияны тикшереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағиҙә булараҡ, тикшеренеүселәрҙең күпселеге теоияны тикшереүҙең стандарт ысулы тип туранан-тура эксперименталь тикшереүҙе («эксперимент — хәҡиҡәт критерийы») һанай. Әммә йыш ҡына теорияны тура эксперимент менән тикшереп булмай (мәҫәлән, Ерҙә тормош барлыҡҡа килеү теорияһын), йә бындай тикшереү үтә ҡатмарлы йәки ҙур сығымлы була (макроиҡтисади һәм социаль теориялар), шунлыҡтан теориялар йышыраҡ тура эксперимент менән түгел, ә алдан әйтеү көсө менән тикшерелә — йәғни тикшерелеүсе теориянан билдәһеҙ/элек шәйләнмәгән хәл-ваҡиғалар ағып сыҡһа һәм ентекле күҙәтеү аша был хәл-ваҡиғаларҙың барлығы асыҡланһа, алдан әйтеү көсө бар булып сыға.

Ғәмәлдә «теория — эксперимент» үҙ-ара бәйләнеше бик ҡатмарлы. Теория элегерәк эксперимент аша тикшерелгән объектив күренештәрҙе сағылдырғанлыҡтан, бындай һығымталарҙы яһарға ярамай. Шул уҡ ваҡытта, теория логика закондары нигеҙендә төҙөлгәнлектән, әүәлге эксперименттар менән асыҡланмаған күренештәр тураһында һығымталар ҙа сығыуы мөмкин, улар практика аша тикшерелә. Ләкин был һығымталарҙы гипотеза тип атарға кәрәк, ә уның объективлығы, йәғни был гипотезаны теория дәрәжәһенә күтәреү нәҡ эксперимент менән раҫлана. Был осраҡта эксперимент теорияны тикшермәй, ә был теорияның положениеларына аныҡлыҡ индерә йә уларҙы киңәйтә.

Дөйөмләштереп әйткәндә, фәндең  ҡулланма маҡсаты — күҙәтеү (аналитик) мәғәнәһендә лә (хәл-ваҡиғаларҙың беҙ йоғонто яһай алмаған ағышын һүрәтләү), синтетик мәғәнәлә лә (технология ярҙамында киләсәкте барлыҡҡа килтереү) киләсәкте алдан әйтеү.

Анығыраҡ, теүәлерәк теория барлыҡҡа килһә, иҫке теория яңы дөйөм теорияның өлөшөнә йә элементына әүерелә (тап килеү принцибы). Мәҫәлән, Ньютондың классик механикаһы квант механикаһы менән релятивистик механика кеүек дөйөм теорияларға яҡын тора, ә Евклид геометрияһы Лобачевскийҙың гиперболик геометрияһы һәм Римандың эллиптик геометрияһы менән бергә дөйөмөрәк Риман геометрияһының айырым осраҡтары итеп ҡарала.

Математик логикала теорияға аныҡ билдәләмә бирелә.

Теориялар дөйөм фәлсәфәүи ҙә, ниндәй ҙә булһа ғилем тармағында ҡулланылыусы айырым да булырға мөмкин.


  1. Копнин П. В. Гносеологические и логические основы науки. - М., 1974, 568 с.
  • Штофф В. А. Моделирование и философия. — М.—Ҡалып:Л: Наука, 1966. — 311 с.
  • Мостепаненко В. М. Философия и методы научного познания. — Ҡалып:Л: Лениздат, 1972. — 263 с.