Залыгин Сергей Павлович
Залыгин Сергей Павлович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 23 ноябрь (6 декабрь) 1913[1] или 1913[2] |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Сухаревка ауылы[1] |
Вафат булған көнө | 19 апрель 2000[2] |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, инженер, журналист |
Эш биреүсе | П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Ойошма йәки клуб ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы[d] |
Уҡыу йорто | П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты |
Жанр | Роман, повесть[d], хикәйә һәм публицистика[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Залыгин Сергей Павлович (23 ноябрь 1913 йыл — 19 апрель 2000 йыл) — рус совет яҙыусыһы. 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000) лауреаты
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сергей Павлович Залыгин 1913 йылдың 23 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[3] Сухаревский ҡасабаһында тыуған.
- 1939 йылда Омск ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1948 йылда «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
- 1970 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй: М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыта.
- 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Тоҙло япраҡ һуты» («Соленая падь»; 1967), «Комиссия» (1975), «Дауылдан һуң» («После бури»; 1985) роман-хроникалары революциянан һуңғы Себерҙең нығыныу этаптарына арналған. «Экологик роман» («Экологический роман», 1993), «Һайлау ирке» («Свобода выбора»; 1996) романдарында, «Фамилиялаштар» («Однофамильцы»; 1995) повесында совет осоронан һуңғы ысынбарлыҡ үҙенең социаль-психологик типтары һәм йәмғиәт коллизиялары менән һүрәтләнә. Рус яҙыусылары ижадына арналған әҙәбиәт ғилеме буйынса эштәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988);
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1968);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000);
- Ленин ордены (1971);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1964);
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Башҡорт энциклопедияһы — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 2,0 2,1 Каталог Немецкой национальной библиотеки
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Сухаревка ауылы
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Залыгин Сергей Павлович. «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 6 декабрҙә тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 19 апрелдә вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Рус яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- Баш мөхәррирҙәр