6 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
6 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 340-сы көнө (кәбисә йылында 341-се). Йыл тамамланыуға 25 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Испания: Конституция көнө.
Ҡаҙағстан: Прокуратура көнө.
Украина: Ҡораллы Көстәр көнө.
Финляндия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1909: Һарытау ҡалаһында университет асыла.
- 1917: Финляндия парламенты бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1991: Рәсәй Эске эштәр министрлығында Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса подразделениелар ойошторола.
- 2000: Ливерморий химик элементы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы (1926), педагог‑методист, мәктәп дәреслектәре авторы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ключников Николай Иванович (1912—28.06.2004), нефтсе-геолог, «Башнефть» берләшмәһенең 1957—1975 йылдарҙағы баш геологы, республикалағы күп кенә нефть ятҡылыҡтарын асыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1971). Октябрь революцияһы (1970), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Почёт Билдәһе (1963), өс Ватан һуғышы (1944, 1944, 1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһе Землянский районы Гнилуша ауылынан[1].
- Хихлуха Лев Васильевич (1937), архитектор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм архитектура фәндәре академияһының, Халыҡ-ара архитектура академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. 1964 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы.
- Алимов Владимир Ришадович (6.12.1957), Рәсәйҙең хәрби осоусыһы, полковник, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ивченко Евгения Гордеевна (1918—29.03.2005), ғалим-химик‑технолог. Техник фәндәр кандидаты (1969). 1954—1982 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), атҡаҙанған нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981). Сталин премияһы лауреаты (1950), Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1948). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Нафиҡов Ғәлимйән Харис улы (1938—28.07.2011), төҙөүсе, 1958 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында изолировщик, таҙартыу машинаһы машинисы, торба һалыу краны машинисы, 1964 йылдан бригадир, 1967—1979 йылдарҙа — прораб. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- Аюпова Ольга Ивановна (1953), тел белгесе. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006), профессор (2016). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пасов Николай Трофимович (1914—8.06.1978), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһынан.
- Кащеев Фёдор Александрович (1934), рәссам, Башҡортостанда һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1991), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1967).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1421: Генрих VI, инглиз короле.
- 1742: Николя Леблан, француз химигы.
- 1813: Николай Платонович Огарёв, рус шағиры.
- 1913: Амосов Николай Михайлович, совет кардиохирургы.
- 1957: Михаил Сергеевич Евдокимов, Рәсәй артисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1892: Вернер фон Сименс, немец инженеры һәм сәнәғәтсеһе.
- 1974: Николай Герасимович Кузнецов, совет адмиралы.
- 1991: Ричард Стоун, инглиз иҡтисадсыһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ключников Николай Иванович — Свободная энциклопедия Урала (Тикшерелгән 1 декабрь 2017)