Рутчин Алексей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рутчин Алексей Иванович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 декабрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе
Вафат булған көнө 7 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (31 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Кировоград өлкәһе, Онуфриев районы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Рутчин Алексей Иванович (6 декабрь 1911 йыл — 7 октябрь 1943 йыл) — 109-сы гвардия айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының (Дала фронтының 37-се армияһы, 110-сы гвардия уҡсылар дивизияһы) шоферы, гвардия старшинаһы, Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рутчин Алексей Иванович[1] 1911 йылдың 6 декабрендә хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

рус. Мәктәптең 6 класын тамамлаған.

Ейәнсура районы Куйбышев исемендәге колхоздағы малсылыҡ фермаһында, 1936—1941 йылдарҙа — Үзбәк ССР-ының Сәмәрҡәнд өлкәһендәге Ҡаттаҡурған һыуһаҡлағысының төҙөлөшөндә эшләй.

Ҡыҙыл армияға 1941 йылдың октябрендә Куйбышев өлкәһенең Бор район военкоматы тарафынан саҡырыла. 1942 йылдың декабрендә фронтҡа эләгә, 1943-се йылда ВКП(б)-ға инә.

Гвардия старшинаһы Рутчин 1943 йылдың 7 октябрендә Куцеволовка ауылы янында Днепр ярындағы алышта батырлыҡ күрһәтә (Кировоград өлкәһенең Онуфриев районы).

Әлеге алышта ул ауыр яралана һәм шул уҡ көндө вафат була[2]. Башҡортостан Геройы Куцеволовка ауылында ерләнгән[3].

Рутчин Алексей Иванович командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм ошо ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң 1944 йылдың 22 февралендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«109-сы гвардия айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының (Дала фронт, 37-се армия,110-сы гвардия уҡсылар дивизияһы) өлкән шоферы, гвардия старшинаһы Рутчин 1943 йылдың 7 октябрендә Днепр йылғаһының уң яҡ ярындағы алышта Куцеволовка ауылы районында (Кировоград өлкәһенең Онуфриев районы) батырлыҡ күрһәтә: дивизион тылдарына дошман пехотаһы бәреп инә, Рутчин түңәрәк оборона ойоштора һәм подразделение яугирҙары менән гитлерсыларҙың һөжүмдәрен кире ҡаға. Яңғыҙы ҡалғас, өҫтәмә көс килеп еткәнсе, һуғышты дауам итә. Әлеге алышта үлемесле яралана».

Советтар Союзы Геройы исеме үлгәндән һуң 1944 йылдың 22 февралендә бирелә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герой исемен Башҡортостандың Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында ауыл урамы йөрөтә. Ул уҡыған мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (22.02.1944)[4][5];
  • Ленин ордены (22.02.1944);
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (26.07.1943)[6];
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙал (15.12.1942)[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Наши знаменитости. Герои Советского Союза. Рутчин Алексей. Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 апрель 2013. 11 март 2013 тикшерелгән.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 6)ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 6).
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 41, л. 246, 247)ф. 33, оп. 793756, д. 41, л. 246, 247).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1057, л. 3, 32, 33)ф. 33, оп. 682526, д. 1057, л. 3, 32, 33).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1611, л. 7, 107, 108)ф. 33, оп. 686044, д. 1611, л. 7, 107, 108).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лицом на запад. — Уфа, 1972. / стр. 263—269.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1968, кн. 3. / стр. 214—219.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
  • Рутчин Алексей Иванович // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 б. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рутчин Алексей Иванович. «Герои страны» сайты.