7 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
7 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 280-се көнө (кәбисә йылында 281-се). Йыл аҙағына тиклем 85 көн ҡала.
| ← октябрь → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
| 1 | 2 | 3 | 4 | |||
| 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
| 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
| 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
| 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Профсоюздарҙың «Лайыҡлы хеҙмәт өсөн» бөтә донъя хәрәкәт көнө.
- Балалар музыкаһы көнө.
- Карате көнө.
- Ҡабатлау таблицаһы көнө.
- «Һин миңә мөһимһең» көнө.
АҠШ: Эске матурлыҡ көнө.
- Төрлөлөк көнө.
Бөйөк Британия: Шиғриәт көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Әҙәпле кешеләр көнө.
Ҡырғыҙстан: Граждандар авиацияһы көнө.
Лаос: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр органдарының штаб подразделениелары ойошторолған көн.
- Хөкүм башҡарыу системаһының ойоштороу-инспектор хеҙмәте көнө.
Сингапур: Балалар көнө.
- 1919 йыл: Голландияла иң ҙур авиакомпания — KLM ойошторола.
- 1949 йыл: Германия Демократик Республикаһы (ГДР) ойошторола.
тулы исемлек
- 1977 йыл: СССР-ҙа яңы Конституция ҡабул ителә.
- 2001 йыл: АҠШ Афғанстанға ғәскәр ебәрә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Демидов Владимир Геннадьевич (1935), агроном. Ейәнсура районы «Заветы Ильича» колхозының элекке баш агрономы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Камилйәнов Ратмир Фаотович (1960—20.12.2020), педагог, 2005—2020 йылдарҙа Саҡмағош гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Факайетдинова Тәнзилә Зиннәтулла ҡыҙы (1926), колхозсы, йөҙйәшәр. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылынан.
- Хәсәнов Рәйес Мофазал улы (1946—20.06.2024), табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1979 йылдан Ауырғазы районының баш табибы, 2001 йылдан — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, 2003 йылдан — Өфөләге 17-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы, 2009—2013 йылдарҙа — «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған табибы. Ауырғазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районының Ҡолҡан ауылынан.
тулы исемлек
- Бикмөхәмәтов Рәйес Миңлевәли улы (1951), тренер-уҡытыусы. 1979 йылдан Салауат ҡалаһы спорт мәктәптәренең полиатлон буйынса тренеры, бер үк ваҡытта йәйге полиатлон буйынса 1993 йылдан — Башҡортостан, 1997 йылдан — Рәсәйҙең йыйылма командалары тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003) һәм иң яҡшы тренеры (1994), Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Силантьев ауылынан.
- Сәлимов Рим Рифғәт улы (1951), инженер-механик, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2006 йылдан Саҡмағош район советы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Сығышы менән ошо райондың Сыйрышбаш ауылынан.
- Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы (1951), комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1991 йылдан Шишмә районы «Коммунизм» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Хәкимов Рәүеф Барый улы (1956), комсомол, партия органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре. 1982—1984 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Әлшәй район комитетының икенсе секретары. 1989—1994 йылдарҙа Ауырғазы район гәзитенең бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррире; 1995 йылдан «Өмет» гәзите хәбәрсеһе, 1988 йылдан — бүлек мөдире; 2000 йылдан «Кызыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005) һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Никифар ауылынан.
- Харрасов Рауил Ғүмәр улы (1961), үҙешмәкәр йырсы. 1998—2014 йылдарҙа Баймаҡ районы халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре. Халыҡ-ара һәм республика вокал конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Баймаҡ райоының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2017).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Путин Владимир Владимирович (1952), СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 2012 йылдың 7 майынан Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Президенты.
- Бикбаев Нәсибулла Рәхмәтулла улы (1897—27.09.1937), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы (1932—12.03.2001), драматург. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
- Рәхмәтуллин Камил Ғабдулхаҡ улы (1932—27.09.1974), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хәйбулла районы «Новый Путь» колхозының элекке механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Таңатар ауылынан.
- Вәхитов Ришат Рәкип улы (1947), Күмертау ҡала дауахааһының балалар хирургы, һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Переволоцк районының Ғәбдрәфиҡ ауылынан.
- Халдеева Галина Викторовна (1947), опера йырсыһы, педагог. 1974—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
- Маслов Александр Борисович (1952), педагог, спорт тренеры. 1987 йылдан Баҡалы махсус (коррекцион) интернат-мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Сығышы менән Баҡалы ауылынан.
- Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы (1977), социолог-ғалим, дәүләт хеҙмәткәре, сәйәсмән. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары; Рәсәй Федерацияһы VI саҡырылыш Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы, Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Социологмя фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2020) һәм мәғариф отличнигы (2006).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Осоргин (Ильин) Михаил Андреевич (1878—27.11.1942), журналист, яҙыусы, эмигрант. Өфө дворяндары Ильиндар нәҫеленән. Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
- Гуреев Сергей Николаевич (1918—14.01.2013), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерист, лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1944).
тулы исемлек
- Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы (1948), скульптор, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). Рәсәй Федерацияһының почётлы махсус урта белем биреү хеҙмәткәре (2003).
- Миңлеғәли Нәҙерғолов (1953), башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
- Кинйәбулатов Ғәлим Ғиниәт улы (1963), музыкант, композитор. Күгәрсен районының «Ҡыҙыл мәсет» эстрада төркөмен ойоштороусы һәм 1991 йылдан уның етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Йомағужа ауылынан.
- Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (1973), уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сарбулатова Фәниә Фаҡий ҡыҙы (1949), педагог, фольклорсы. 1979–1989 йылдарҙа Сибай ҡалаһы мәктәптәре, 1989–2012 йылдарҙа Сибай медицина һәм педагогия колледждары уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 1980 йылдарҙа бөткән Сәйетбаттал ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1885 йыл: Нильс Бор, Дания физигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1952 йыл: Владимир Путин, Рәсәй Федерацияһы Президенты.