Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы
Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 октябрь 1977 (47 йәш) |
Тыуған урыны | Йөҙимән, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Ғилми дәрәжә | социология фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Ойошма ағзаһы | Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d] һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Рәсми сайт | ishmukhametovr.ru |
Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы Викимилектә |
Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы (7 октябрь 1977 йыл) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо комитеты ағзаһы ("Берҙәм Рәсәй" фракцияһы).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.
Социология фәндәре кандидаты.
1992 йылдан 1993 йылға тиклем - БАССР Красноусол ауылындағы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй.
1994 — 1999 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетында юғары һөнәри белем ала.
1999 йылда 140-сы Башҡорт гимназияһында тарих уҡытыусыһы булып эшләй.
1999 йылдан 2001 йылғаса, шулай уҡ 2004 — 2005 йылдарҙа — 136-сы Башҡорт лицейының тарих уҡытыусыһы.
2001 йылдан 2004 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы аспиранты.
2005 - 2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй ҡалаһы гимназияһы директоры[1]
2008 йылда Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр комитетында эшләй.
2009 - 2010 йылдарҙа — "Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты" Өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы.
2010 - 2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе.
2010 — 2012 йылдарҙа — "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Башҡарма комитеты етәксеһе.
2011 йылда VI саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа "Берҙәм Рәсәй"ҙең праймеризы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Думаһына кандидат итеп теркәлә.
2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, унда Дәүләт ҡоролошо комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй; 2013 йылдан - Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
2014 йылдың октябренән Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылышы Дәүләт Думаһы депутаты мандаты тапшырыла, ул 2015 йылдың октябренән Дәүләт Думаһында Энергетика буйынса комитетта тора.
2015 йылдың октябренән Дәүләт Думаһының Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет ағзаһы.[2]
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007-2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы ҡарамағындағы Йәштәр Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
2008-2010 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының Федераль Йәштәр Йыйылышы ағзаһы
2009-2010 йылдарҙа — "Мәғариф: традициялар һәм инновациялар" журналының баш мөхәррире.
2009-2010 йылдарҙа — "Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы" Бөтә Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе.
2009 йылдан — "Башҡортостан-Германия" Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте идараһы ағзаһы.
2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр ҡарамағындағы Координацион Совет ағзаһы.
Өҫтәмә белем биреү буйынса халыҡ-ара академияның мөхбир-ағзаһы.[3]
Бөйөк Ватан һуғышына арналған төрлө йәмәғәт мәғәни сараларға даими ярҙам күрһәтә.[4]
Бүләктәре һәм исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006).
- Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан Республикаһы буйынса "Илдең профессиональ командаһы" проекты лакреаты» дипломы (2007; 2009).
- "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кадрҙар резервы: илдең профессиональ командаһы" федераль кимәлдәге лауреат дипломы (2007).
- Башҡортостан Республикаһы Президентының "Башҡортостан һәм Рәсәйҙең үҫеше өсөн күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн" Рәхмәт хаты (2009).
- Башҡортостан Республикаһы Президентының "Башҡортостандың дәүләтселеген үҫтереүҙәге шәхси ҡаҙанышы, республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙағы һәм үҫтереүҙәге, ижтимағи-сәйәси тормошондағы ҡатнашлығы өсөн" Рәхмәт хаты (2013).
- Медаль «Наркотиктарҙы таратыуға ҡаршы тороуҙағы ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы (2011).
Дәүләт, йәмәғәт һәм партия структураларының бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән[5][6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сайт Белебеевского района: Депутат Госдумы Рустам Ишмухаметов с рабочей поездкой посетил Белебеевский район
- ↑ ИА «Башинформ»: Депутат Госдумы Рустам Ишмухаметов займется совершенствованием КоАП России
- ↑ Депутаты Государственной Думы — Ишмухаметов Рустам Рифатович 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Музыкально-поэтический вечер «Мы не видели войны» в Москве
- ↑ Портал «Открытая Республика: Депутаты» 2016 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ Награды, дипломы, звания — Р. Р. Ишмухаметов 2016 йыл 1 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Рустама Ишмухаметова http://ishmukhametovr.ru/ 2016 йыл 27 февраль архивланған.
- «Кто есть кто в Республике Башкортостан» http://personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=957216
- Сайт «Открытая Республика: Депутаты» https://deputat.openrepublic.ru/deputies/14271/ 2016 йыл 4 июнь архивланған.
- 7 октябрҙә тыуғандар
- 1977 йылда тыуғандар
- Ғафури районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары