10 февраль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
10 февраль | |
![]() |
10 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 41-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 324 көн ҡала (кәбисә йылында 325).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Александр Сергеевич Пушкинды иҫкә алыу көнө.
Рәсәй: Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1772: Франц Иосиф I фон Лихтенштейн Лихтенштейн кенәзе була.
- 1784: Екатерина II бойороғо буйынса Ҡырымдағы порт һәм ҡәлғә Севастополь исемен ала.
- 1810: Александр I бөйөк княжна Анна Павловнаны Наполеонға кейәүгә биреүҙән баш тарта.
- 1869: «Башҡорт ерҙәрен яңынан бүлеү тураһында» закон сыға.
- 1906: Бөйөк Британия броненосецы «Дредноут» («Ҡурҡыуһыҙ») һыуға төшөрөлә, ул үҙ заманының иң яҡшы карабы була.
- 1931: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Өфө—Белорет—Магнитогорск тимер юлын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1935: Сихотэ-Алинь ҡурсаулығы ойошторола (Приморье крайы).
- Израилдә Наһария ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1937: Игорь Моисеев етәкселегендәге СССР Дәүләт бейеү ансамбле ойошторола.
- 1940: Ишембай ҡала статусын ала.
- 1942: Покровка ауылында 144-се миномёт полкы формалаша башлай.
- 1944: Сыуашстандың Муркаш районы ойошторола.
- 1947: Парижда Икенсе донъя һуғышында еңгән дәүләттәр һәм Гитлер Германияһының союздаштары булған Италия, Румыния, Венгрия, Болгария, Финляндия араһында солох килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла (1947 йылдың 15 сентябренән үҙ көсөнә инә).
- 1957: Суданда Африка милләттәре кубогы башлана. Африка футбол конфедерацияһы тарафынан йыйылма командалар араһында үткәрелгән беренсе футбол чемпионаты.
- 1962: СССР территорияһында бәреп төшөрөлгән Америка лётчигы Фрэнсис Гэри Пауэрсты совет разведчигы Рудольф Абелгә алыштыралар.
- 1963: Кюсю утрауының төньяғында Модзи, Кокура, Тобата, Яхата и Вакамацу ҡалалары ҡушылыуынан Китакюсю ҡалаһы булдырыла.
- 1989: Майкл Норман Мэнли Ямайка премьер-министры вазифаһына ҡайта.
- 1989: СССР етәксеһе Михаил Горбачёв Мәскәүҙә ГФР канцлеры Гельмут Коль менән осрашыуҙа Германияның берләшеүенә ризалыҡ белдерә.
- 1994: Бразилия йыһан агентлығы булдырыла.
- 1995: Алматы ҡалаһында ун БДБ иле ракета һөжүменә ҡаршы берҙәм оборона системаһы булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.
- 1995: БДБ илдәрендә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡто һаҡлау тураһында меморандумға ҡул ҡуйыла.
- 1996: IBM Deep Blue суперкомпьютеры һәм Гарри Каспаров араһында шахмат матчы башлана (4:2 иҫәбе менән Г. Каспаров еңә).
- 1998: Босния һәм Герцеговинаның гимны ҡабул ителә.
- 1998: Әзербайжан Милли Мәжлесе үлем язаһын ғүмерлек төрмә менән алмаштырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә.
- 2005: КХДР сит ил эштәре министрлығы тәүге тапҡыр асыҡ рәүештә илдә ядро ҡоралын булдырыу тураһында белдерә.
- 2006: Туринда ХХ Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 2007: В. Путин тәүге тапҡыр хәүефһеҙлек сәйәсәте мәсьәләләре буйынса Мюнхен конференцияһына килә, унда һуңғараҡ «Путиндың Мюнхен телмәре» тип аталған доклад менән сығыш яһай.
- 2009: Ер орбитаһында космонавтика тарихында тәүге тапҡыр яһалма юлдаштар бәрелешә.
- 2013 — Монакола парламент һайлауҙары.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы (1875—17.06.1938), мәғрифәтсе, дин әһеле, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ағзаһы. Астрономия, тәбиғәт белеме һәм философия буйынса уҡыу әсбаптары авторы. IV Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Итәлмаҫова Фәймә Зәйнулла ҡыҙы (1940), ауыл хужалығы ветераны. 1957—1990 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы һауынсыһы, һөтсөлөк фермаһы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981).
- Әхмәтйәнов Ирек Мөбәрәк улы (1960), төҙөүсе, Күмертау ҡалаһының «Акрополь» йәмғиәтенең слесарь-йыйыусыһы, бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мирхәева Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы (1927), уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан уҡытыусыларның I съезы делегаты (1955), Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (2016).
- Ғиззәтуллин Хәмит Нурислам улы (1932), иҡтисадсы, ғалим. Иҡтисад фәндәре докторы (1977), профессор (1982), Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991).
- Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы (1947), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008).
- Ғүмәров Әмир Әбүбәкер улы (1952), совет саңғысыһы, биатлон һәм саңғы спорты буйынса тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Бәләбәй районының почётлы гражданы (2014).
- Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы (1952), башҡорт журналисы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесенең урынбаҫары — яуаплы сәркәтибе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гарин Фёдор Данилович (1908—1987), Транссебер тимер юл магистраленең 233-сө төҙөлөш-монтаж поезы эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
- Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы (1908—1977), совет архитекторы, рәссам. СССР Архитектурҙар союзы ағзаһы. 1949—1977 йылдарҙа Мәскәү архитектура институты уҡытыусыһы. Архитектура кандидаты, профессор (1967). Өфөләге Салауат Юлаев һәйкеле архитекторы. Башҡорт АССР-ының, Татар АССР-ының һәм Төньяҡ-Осетин АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Тулвинский Әнәс Шәйхулла улы (1923—20.01.2011), «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ремонт-механика заводының элекке баш инженеры, йәмәғәтсе, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылынан.
- Ҡаһарманов Нурулла Фәрит улы (1928—9.10.1996), ғалим-тау инженеры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1984), профессор (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Черепанов Григорий Петрович (1928—2017), Балаҡатай районы Ворошилов исемендәге колхоздың элекке механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Суворова Анна Сергеевна (1938), Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы флотаторы (1954—1987), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премиияһы лауреаты (1984). Октябрь Революцияһы (1977) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Һарытау ауылынан.
- Ишморат Илбәков (1963), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нураева Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы (1909—11.08.1991), журналист. СССР Журналистар союзы һәм КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1964).
- Аҡманов Булат Ғайса улы (1929), педагог, Ейәнсура районы Байыш урта мәктәбенең ветеран-уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондың Тирәкле ауылынан.
- Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы (1929—29.12.2011), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977—1993 йылдарҙа хәҙерге Санкт-Петербургтағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989).Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
- Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы (1959), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2000), профессор.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1890: Борис Пастернак, СССР яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1958).
- 1911: Мстислав Всеволодович Келдыш, СССР ғалимы.
- 1915: Владимир Михайлович Зельдин, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1945: Владимир Шумейко, СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Шарль де Монтескьё, Франция ғалимы, яҙыусы.
- 1837: Александр Сергеевич Пушкин, рус шағиры, прозаик.
- 1878: Клод Бернар, Франция психологы, эксперименталь психологияға нигеҙ һалыусы.
- 1891: Софья Васильевна Ковалевская, математик һәм механик.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]