30 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
30 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 120-се (кәбисә йылында 121) көнө. Йыл аҙағына тиклем 245 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Янғын һүндереүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1905: Рәсәй императоры Николай II дин тотоу ирке тураһындағы указға ҡул ҡуя.
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәре Берлин операцияһы барышында рейхстагты шутрмлай башлай.
- 1960: СССР матбуғатында Төмән өлкәһе тайгаһында нефть эҙләү уңыш тураһында хәбәр ителә: 7-се скважинанан «ҡара алтын» атыла.
- 1975: Вьетнамда 1955 йылдан бирле дауам иткән һуғыш туҡтала.
- 1990: Хәҙерге Рәсәйҙә дәүләткә ҡарамаған тәүге коммерция радиостанцияһы — «Европа плюс» тапшырыуҙарын башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Наливкин Василий Дмитриевич (1915—5.11.2000), ғалим-геолог. 1939 йылдан Өфө геология партияһы начальнигы, 1942 йылдан — Урал экспедицияһының баш геологы, 1946 йылдан — начальнигы. Башҡортостан биләмәләрендә нефть ятҡылыҡтары булыуын нигеҙләүселәрҙең береһе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1968), Башҡорт АССР-ы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1964). СССР-ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1958). Ленин премияһы (1964), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (1996), И. М. Губкин исемендәге премиялар (1951, 1986) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1948, 1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Рәхимҡолов Морат Ғәлим улы (1925—4.05.2015), ғалим-әҙәбиәт белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1957 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1968—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, филология факультетында эшләгән «Тропинка» рус әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР-ҙың Юғары мәктәп отличнигы (1982), В. П. Бирюков (1975) һәм Степан Злобин исемендәге премиялар лауреаты (1996).
- Хәбибуллина (Мөзәғитова) Флүрә Ғабдулла ҡыҙы (1935), театр актёры. 1960 йылдан хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1975—1982 һәм 1989—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1992—1994 һәм 1996—1999 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
- Степанов Александр Сергеевич (1990), спортсы, ҡаяға үрмәләүсе. Рәсәйҙең спорт мастеры 2005), үҫмер спортсыларҙың донъя беренселеге еңеүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәлмәнов Салауат Рафиҡ улы (1952), башҡорт композиторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
- Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы (1957), башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ярослав Гашек (1883—3.01.1923), Чехияның сатирик яҙыусыһы, анархист, драматург, фельетонсы, журналист, Ҡыҙыл Армия комиссары.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Каневский Лев Львович (1924—9.01.2002), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1964—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1997 йылдарҙа криминалистика һәм суд экспертизаһы кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Юридик фәндәр докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡорт АССР‑ының (1983) атҡаҙанған юрисы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Золотоноша ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1870: Франц Легар, Венгрия композиторы, дирижёр.
- 1875: Илья Сац, Рәсәй империяһы композиторы, дирижёр һәм виолончелист.
- 1905: Сергей Никольский, СССР һәм Рәсәй математигы, академик, СССР-ҙың өс Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1930: Адриана Асти, Италия актрисаһы.
- 1930: Пьер-Феликс Гуаттари, Франция психиатры, философ.
- 1940: Бёрт Янг, АҠШ актёры.
- 1949: Антониу Гутерреш, 2017 йылдан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары.
- 1967: Филипп Киркоров, СССР һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, актёр һәм композитор.
- 1985: Галь Гадот, Израиль актрисаһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2010: Роберт Байымов, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]