4 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
4 ноябрь | |
![]() |
4 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 308-се көнө (кәбисә йылында 309-сы). Йыл аҙағына тиклем 57 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Украина: Тимер юлсылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1493: Христофор Колумб экспедицияһы Гваделупа утрауын аса.
- 1862: Ричард Гатлинг беренсе күп көбәкле пулемёт уйлап таба.
- 1890: Лондонда донъялағы тәүге метро асыла.
- 1926: Силәбе өлкәһендә Кәҫле районы ойошторола.
- 1946: ЮНЕСКО ойошмаһы эш башлай.
- 1952: Дуайт Эйзенхауэр АҠШ президенты итеп һайлана.
- 1967: Останкино телебашняһы сафҡа индерелә.
- 2008: Барак Обама АҠШ президенты итеп һайлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Агаронов Ашот Моисеевич (1895—21.08.1962), СССР-ҙың ғалим-табибы, акушер, гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Башҡорт дәүләт медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһын ойоштороусы һәм уның тәүге мөдире (1935—1945). Бөтә Рәсәй акушер-гинекологтар йәмғиәте Башҡортостан филиалының 1935—1945 йылдарҙағы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының (1945) һәм Әрмән ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1961).
- Надежкин Станислав Наумович (1940), ғалим-агроном. 1968—2013 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981—1989 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, 1983—2012 йылдарҙа аҙыҡ етештереү кафедраһы мөдире. Халыҡ-ара аграр белем академияһы академигы, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1995), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Комсомол ауылынан.
- Фәйезов Рөстәм Шәриф улы (1950), СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм бобслей буйынса тренеры. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта РСФСР (1987—1991), Рәсәй (1992 йылдан) йыйылма командалары тренеры һәм Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһының (2010 йылдан) өлкән тренеры; 2009 йылдан — Өфө ҡалаһындағы 15-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбенең бобслей буйынса тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2001), бөтә Рәсәй категорияһындағы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2006).
- Ярмуллин Азат Шакирйән улы (1975), журналист, тарихсы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вилданов Урал Сәлим улы (1956), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2001).
- Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы (1976), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм эшмәкәре. Физика-математика фәндәре докторы. 1917 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбделкәбирова Мәүхиҙә Аҙнағол ҡыҙы (1917—2003), ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1973). 1941—1983 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының Геология институтында сектор мөдире. Ҡаҙағстандың дәүләт премияһы лауреаты (1990).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чернов–Шер Александр Александрович (1863—2.05.1948), йырсы, педагог. 1892—1917 йылдарҙа Рәсәй империяһының төрлө ҡалаларында опера театр артисы, 1922 йылдан Башҡорт музыка техникумы (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). Сығышы менән Түбәнге Новгород ҡалаһынан.
- Карпов Михаил Яковлевич (1898—16.07.1937), яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдан — ВКП(б) ағзаһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы (1923—27.05.2016), тау инженеры‑геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1972). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1977).
- Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы (1953), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999).
- Сафина (Круговых) Наилә Файыҡ ҡыҙы (1963), ғалим-патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гузаков Пётр Васильевич (1889—9.12.1944), большевик-революционер, СССР-ҙың дәүләт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1921 йылдың июнь—октябрендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Хәлитов Рәйес Йосоп улы (1934—14.09.2008), рәссам. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1874: Александр Колчак, Рәсәй империяһы адмиралы.
- 1956: Игорь Тальков, Рәсәй йырсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1847: Феликс Мендельсон, Германия композиторы, пианист һәм дирижёр.
- 1995: Жиль Делёз, Франция философы.
- 2000: Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]