Арҡауыл (Салауат районы)
Арҡауыл | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Арҡауыл ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Арҡауыл ауыл советы |
Почта индексы | 452493 |
Урындағы телефон коды | 34777 |
![]() |
Арҡауыл (рус. Аркаулово, боронғо атамаһы - Монай) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1439 кеше булған[2]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810001[3].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Йүрүҙән йылғаһы аға.
Юл оҙонлоғо:[4]
- Баш ҡалабыҙ Өфөгә саҡлы: 225 км,
- район үҙәгенә (Малаяҙға): 25 км,
- яҡындағы тимер юл станцияһына (Кропачёво): 120 км.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Мырҙалар улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1935 | Арҡауыл ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1941 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1992 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVIII - XIX быуат йәниҫәп материалдарында Монай ауылы:
1795 йылда унда 15 хужалыҡта 101 кеше, 1834 йылда 28 хужалыҡта: 316 кеше йәшәгән. 1816 йылда 27 ғаиләнең 9-ы (33,3 проценты) күп ҡатынлы булған. 1816, 1834 йылдарҙағы йәниҫәп материалдарында ауылға нигеҙ һалыусы Монайҙың улдары һәм ейәндәре теркәлгән: 1756 йылғы Ҡолош Монаев, есаул Әсүәр (Спар, Аспар) Монаев (1769—1846, уның улдары Абдулағзам Бәшир), 1773 йылғы Исмәғил Монаев һәм 24 йәшлек хорунжий Мозафар Монаев.
Өфө губернаһының статистика комитеты 1895—1896 йылдарҙағы «Өфө губернаһы Өфө өйәҙе буйынса статистик мәғлүмәттәр йыйынтығы»нда Монай («шул уҡ Арҡауыл») ауылының урынлашҡан урыны һәм хужалығы тасуирланған. Ул Йүрүҙән йылғаһының уң ярында Өфө ҡалаһынан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан тиелә. Ауыл эсендә Теҙмән йылғаһы аға. 1859 йылғы X рәүиз буйынса этник яҡтан ҡушылған был ауылда аҫаба башҡорттар күпселекте тәшил иткән: 122 хужалыҡта 231 ир-егет теркәлгән.
Халыҡтың аҙ өлөшөн Ҡаҙан губернаһынан, Пермь губернаһының Красноуфимск һәм Уҫы өйәҙҙәренән, Өфө өйәҙенән килеп, башҡорттарҙан ҡуртымға ер алып йәшәгән керҙәштәр тәшкил иткән. Халыҡ төрлө хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән.
1842 йылда 361 башҡортҡа 91 сирек ужым һәм 421 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Шулай уҡ 4 сирек картуф сәселгән.
XIX б. аҙағында өс баҫыулыға күсеүсе ҡатнаш игенселек күҙәтелгән. Арыш, һоло, бойҙай, борай, арпа сәскәндәр. Ауылда өсәр сәскес, орлоҡто сорттарға айырыусы һәм һуҡҡыс булған. 216 йылҡы, 192 баш эре мөгөҙлө мал, 102 ҡуй, 60 кәзә булған.
Башҡорттар 6 йыл мәҙҙәткә сауҙагәр Лаптев һәм уның компаньондарына ағас материалдар һәм эшләнмәләр етештереү маҡсатында 15 мең дисәтинә урман участкаһын ҡуртымға биргән. Килемде Тирмәнйылғала ҡоролған 3 һыу тирмәненән, Йүрүҙәнде аша сығыу ҡоролмаһынан, шулай уҡ йылына 23 һумға ҡуртымға бирелгән балыҡ тотоуҙан алғандар. Шундай уҡ килемде йылына 20 һум түләү менән 12 йылға ҡуртымға бирелгән баҙар майҙанынан да алған. Кәсепселек менән дә шөғөлләнгәндәр: халыҡтың өстән бер өлөшө айына 6 һум аҡса эшләйем тип яҡындағы заводтарға урман ҡырҡырға, күмер яндырырға, балта оҫталары һ. б. булып ялланғандар. Ҡыш көнө күрше ҡла һәм ауыл баҙарҙарына утын ташығандар.
1877 йылда Монайҙа рус-башҡорт мәктәбе асылған.
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1908—1909 уҡыу йылында Арҡауыл христиан руханилығы мәктәбендә 13 малай һәм 9 ҡыҙ уҡыған. Яйлап ҡына мәктәптең (башланғыс, артабан совет власы осоронда — ете йыллыҡ, 1937 йылдан - урта) күптәнге һәм данлыҡлы үҙ традициялары барлыҡҡа килгән.
1920 йылда Мырҙалар улусы үҙәге Арҡауылдан 1 саҡрымда ятҡан Монайҙа 228 кешеһе менән 44 хужалыҡ булған.
Арҡауылда 134 хужалыҡта 710 кешенең күпселеген башҡорттар тәшкил иткән, бер нисә урыҫ та булған. Артабан ике ауыл Арҡауыл исеме менән берләшкән.
Йүрүҙән йылғаһында йыш ҡына ташҡындар булыу сәбәпле, Монай ауылы халҡы (Монай — антропоним) XX быуаттың 30-сы йылдарында Арҡауылға күсеп килгән. Монай ауылы урынында хәҙер Бишәүҙәр менән Арҡауыл араһында ятҡан ялан тора, шулай уҡ Йүрүҙән йылғаһы аша ҙур күпер һалынған.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 1459 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1439 | 694 | 745 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылдың иҡтисади үҫешенә бюджет барлыҡҡа килтереүсе «Газпром трансгаз Уфа» ААЙ-енең Арҡауыл ЛПУМГ предприятиеһы һиҙелерлек өлөш индерә. 25 көндөҙгө карауатлыҡ участка дауаханаһы эшләй. «Салауат Юлаев» ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй. Рәсәй Почтаһы һәм Һаҡлыҡ банкы бүлексәләре бар.
Ижтимағи хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Заманса бер урта мәктәп, бер башланғыс мәктәп, музыка мәктәбе, ауыл китапханаһы, 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы бар.
- 2010 йылдың сентябрь аҙағында «Йүрүҙән» спорт-сәләмәтлек комплексы ҡулланыуға тапшырыла.
Мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәми Ғарипов музейы — шағирҙың әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, стена гәзиттәре һәм портреттары экспозицияға урынлаштырылған музей[5][6][7].
- мәктәптең тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, совет власы өсөн һәләк булған партизандарҙың туғандаш ҡәберҙәре, Советтар Союзы Геройы Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы һәйкәле.
- Йосопов Харис Монасип улы төҙөткән мәсет бар.
- Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа 3 км алыҫлыҡта тәбиғәт һәйкәле — Ҡыҙҙартау тауы тора[8].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (10.10.1902—10.07.1938), башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Вәхитов Риф Хәйрулла улы (1940), партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1995–2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе, «Почёт Билдәһе» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланған, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының ХII саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Рәми Ғарипов (12.02.1932—20.02.1977), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң).
- Головин Алексей Степанович (1.01.1912—5.05.1981), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, сержант, Советтар Союзы Геройы[9][10].
- Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы (22.11.1937), СССР һәм Рәсәйҙең нефтсе-геологы, ғалим, топ-менеджер, журналист. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1975). Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2011). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2018).
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (20.03.1928—4.09.2020), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), 8-се һәм 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1970 -1979), КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты.
- Йосопов Харис Монасип улы (24.08.19297.06.2009), Силәбе физик культура институты профессоры, дзю-до, самбо, көрәш (1960) буйынса СССР чемпионы[11][12].
- Ҡаймирасов Низаметдин Нәжметдин улы (1903—1934) — Башҡорт АССР-ының финанс халыҡ комиссары (1930—1934).
- Ағалы-һеңлеле Айһылыу, Таңһылыу һәм Урал Ҡаймирасовтар — геология-минералогия фәндәре кандидаттары, СССР Дәүләт премияһы лауреаттары.
- Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы (3.12.1939), ғилми хеҙмәткәр, башҡорт телсе-диалектологы, тәржемәсе, Салауат районына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010 йыл) тигән китап-белешмәнең автор-төҙөүсеһе, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты.
- Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (1894—1937) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡармаһы рәйесе (1918), Башҡорт АССР-ының Игенселек халыҡ комиссары (1926—1929).
- Ханов Һаҙый Йыһанур улы (1895 — ?) — БАССР-ҙың Юғары суды коллегияһы рәйесе.
- Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (1915 йылдың 30 декабре — 1941 йылда һәләк булған) — совет башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
- Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы (27.03.1954), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Социология фәндәре докторы (2008), профессор[13].
- Шәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улы (5 октябрь 1959) — тарих фәндәре докторы, профессор.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 106-108 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Арҡауыл ауылы «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
- - История Аркаула
- - сайт Аркауловской школы
- Латипова Рәйлә. Үткәне — данлы, киләсәге — яҡты. // «Башҡортостан» гәзите, 2014, 19 март.
- Сабирйәнова С. Ғ. Бер һүрәткә бәйле оло тарих. // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 13 март.
- Ғәббәсова Зилә. Рәми тыуып үҫкән төбәк. // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 28 февраль.
- Вәхитов Раян. Данлы ауыл – Арҡауыл. // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 10 ғинуар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Арҡауыл ауылы «Госсправка» сайтында
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 б. — 10000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Музей Рами Гарипова
- ↑ В гостях у Рами. На земле Салавата
- ↑ Рами Гарипова. Музей
- ↑ Кызлартау // УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия
- ↑ Головин, Алексей Степанович. Сайт «Герои страны»
- ↑ Головин, Алексей Степанович
- ↑ Челябинский рабочий — Башкиры
- ↑ Харис Батыр
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)