Көҫәпәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кусепеево
башҡ. Көҫәпәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Мәсетле ауыл Советы

Координаталар

55°21′11″ с. ш. 57°58′06″ в. д.HGЯO

Халҡы

250[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452482

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 840 003

ОКТМО коды

80 647 440 111

Кусепеево (Рәсәй)
Кусепеево
Кусепеево
Көҫәпәй (Башҡортостан Республикаһы)
Кусепеево

Көҫәпәй (рус. Кусепеево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Мәсетле ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 250 кеше[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840003.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҫәпәй Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Муҡшы йылғаһы (11 км) буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 километр һәм Кропачёво станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҫәпәй ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы биләмәһендәге Мәсетле ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҫәпәй ауылы Мәсетле ауылынан күсеп сыҡҡан кешенең исеме йәғни антропоним менән бәйле яңы ауыл булған.

1795 йылда Көҫәпәй ауылында 22 хужалыҡта 140 кеше йәшәгән.

1816 йылда ике ауылда — 342, 1834 йылда 628 кеше йәшәгән.

1849 йылдың октябрендә был ауылдар тураһындағы бер документта былай тип яҙылған: «Башҡорттарҙың бер өлөшө Мырҙалар-Мәсетле ауылынан Йүрүҙән аръяғына күсеп сыҡҡан, һәм ауылды Көҫәпәй тип атаған».

Ике ауыл бергә иҫәпкә алынғанлыҡтан, игенселек торошо тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, XIX быуат аҙағына игенселек хаҡында ҡайһы бер мәғлүмәт бар. Игенселек системаһы әлегә ныҡлы урынлашмаған, ҡалдаулынан (аралаштырылған) өс баҫыулыға күсмәгән, була. Ҡара тупраҡҡа арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр. Муҡшы йылғаһы буйындағы һыу тирмәнен йылына 15 һум менән 12 йылға ҡуртымға биргәндәр.

1842 йылда 22 хужалыҡта 167 ат, 116 һыйыр, 54 һарыҡ, 3 кәзә аҫыралған. Малды йәй буйы көтөүҙә йөрөткәндәр. Бесәнлектәр Йүрүҙән йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында ла, таусыҡтарҙа ла урынлашҡан булған. 30-ға яҡын кеше һәр береһе 6 һум эш хаҡына яҡын-тирә ауылдарға ураҡҡа ялланған. Яҙ көндәрендә Балашевтың урман дачаһында 20 кеше, һәр береһе айына 4 һум ялына, урман ҡырҡҡан һәм ағас яндырып күмер эшләгән[5][6].

1865 йылда (Мырҙалар-Мәсетле ауылы халҡы менән бергә) 83 йортта 587 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, ситкә китеп эшләү (отходничество) менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне була.

1906 йылда мәсет теркәлгән[7][8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Көҫәпәйҙә 63 хужалыҡта 332 кеше йәшәгән. Әлеге ваҡытта Көҫәпәй ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушер пункты бар[9].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҫәпәйҙә башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 229
1920 йыл 26 август 332
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 226
1959 йыл 15 ғинуар 243
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 207
2002 йыл 9 октябрь 241
2010 йыл 14 октябрь 250 128 122 51,2 48,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҫәпәйҙә тыуып-үҫкәндәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Совхоз урамы (рус.  Совхозная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Соколов урамы — (рус.  Соколова (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[11]

.

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Таусыҡтар, түбәләр:

Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Башҡа урын-ер атамалары:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушаматтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 104—105 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  • tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 104—105 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
  6. Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Көҫәпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Ветеран лесного хозяйства Башкортостана Урал Ахтаров отмечает 70-летний юбилей (рус.)
  11. Карта д. Кусепеево. Улицы