Эстәлеккә күсергә

Урмантау (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Урмантау
рус. Урмантау
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салават

Ауыл советы

Таймый

Координаталар

55°28′19″ с. ш. 57°42′34″ в. д.HGЯO

Халҡы

357[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452494

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 247 855 004

Код ОКТМО

80 647 455 106

Номер в ГКГН

0520601

Урмантау (Рәсәй)
Урмантау
Урмантау
Урмантау (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Урмантау

Урмантау (рус. Урмантау) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2008 йылға тиклем Урмантау ауыл Советына ҡараған. Әлеге ваҡытта Урмантау Таймый ауыл Советы биләмәһенә инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 357 кеше[2]. Почта индексы — 452494, ОКАТО коды — 80247855004.

Урмантау ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 89 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Урмантау ауылы XX быуаттың 40-сы йылдары аҙағында, дәүләт ихтыяжына урман әҙерләү менән бәйле, ҡасаба булараҡ ойошторола[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1945 Урмантау ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Урмантау ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Таймый ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

[5]

Ауылдың XX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылдан хәҙерге статусына эйә була[6].

Урмантауҙа башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1959 йыл 15 ғинуар 1835
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 863
2002 йыл 9 октябрь 483
2010 йыл 14 октябрь 357 169 188 47,3 52,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урмантау ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушерский пункты, клуб бар.

  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Беренсе Май урамы (рус.  Первомайская (улица)
  • Үҙәк урамы — (рус.  Центральная (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Һал ағыҙыу урамы (рус.  Сплавная (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)
  • Таулы урамы — (рус.  Нагорная (улица)
  • Урал урамы — (рус.  Уральская (улица)[7]
Ер-һыу атамалары

Йылғалар:

Шишмәләр:

Тауҙар, ҡаялар, мәмерйәләр:

  • Сабаҡай ҡаяһы
  • Бағанаташ

Тарихи ҡомартҡы:

  • Урмантау мәмерйәһе (1-се Атаутамаҡ). Салауат районындағы Урмантау ауылынан көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Йүрүҙән йылғаһы үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле каньон һәм туннель формаһындағы коридорҙарҙан торған лабиринт һымаҡ. Оҙонлоғо 621 м, тәрәнлеге 36 м, уртаса киңлеге 2,0 м, уртаса бейеклеге 3,7 м, амплитудаһы 36 м, майҙаны 1004 м², күләме 3767 м³. Тәрән карст упҡынындағы мәмерйә ауыҙынан (киңлеге 1,0 м, бейеклеге 1,5 м) һикәлтәләр һәм ҡоҙоҡтар менән берләшкән 2 ҡатлы коридорҙар лабиринты башлана. Иҙәне балсыҡ, ваҡ таштар менәнн ҡапланған; үтә туйындырылған ҡабыҡ һымаҡ һарҡымдар, сталактиттар һәм сталагмиттар бар. Мәмерйә ҡоро, ауыҙы тирәһендә йәйгә тиклем боҙ һаҡлана. Мәмерйә эсендә ярғанаттар йәшәй.

Мәмерйә XX быуаттың 60-сы йылдарында осраҡлы рәүештә (ошонда йәшәүсе кеше ҡолап төшә) табыла. Артабанғы тикшеренеүҙәр бында тәүтормош кешеһенең торағы булғанын раҫлай[8].

Ялан-бесәнлектәр:

Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)

  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 103-116 сс. Мурзаларская волость – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Ҡалын яҙылыш== Иҫкәрмәләр ==

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Урмантау (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Урмантау (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  6. Урмантау (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Карта д. Урмантау. Улицы
  8. ПЕЩЕРА УРМАНТАУСКАЯ (УСТЬ-АТАВСКАЯ-1) Бағанаташ