Йыланыш (Салауат районы)
Ауыл | |
Еланыш башҡ. Йыланыш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452495 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Йыланыш (рус. Еланыш) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Миәшәгәр ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 343 кеше[2]. Почта индексы — 452495, ОКАТО коды — 80247845002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 36 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Миәшәгәр): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 59 км
Йыланыш ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа 36 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 59 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат аҙағында, 1795 йыл тирәһендә, Себер даруғаһындағы Тырнаҡлы аҫабаларынан Йыланыш шишмәһе сыҡҡан ерҙә һатып алынған биләмәлә, Һикеяҙ ауылы (хәҙер — Дыуан районындағы ауыл) бүлендеге булараҡ, ҡаҙна крәҫтиәндәре Йыланыш ауылына нигеҙ һалған.
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда Йыланыш ауылындағы 70 хужалыҡта 206 кеше, 1866 йылда 29 йортта 240 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. XIX быуат аҙағында 80 йортта 344 кеше йәшәгән.
Игенселектә аралаштырылған система өҫтөнлөк иткән. Ваҡыты-ваҡыты менән һөрөлгән һәм бойҙай сәселгән ҡалдау ерҙәрҙе бесәнлек итеп файҙаланғандар. Башта Мырҙалар ырыуы ере булған, һуңғараҡ Тырнаҡлы башҡорттарына күскән ерҙәрҙе оҙайлы ҡуртымға алыу тәжрибәһен ҡулланғандар.
1895 йылда 50 хужалыҡ тырнаҡлыларҙан йылына 600 һум һәм ер һалымын түләү шарты менән, 12 йылға 3000 дисәтинә һөрөнтө ер, бесәнлек һәм урманды ҡуртымға алған[4].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге көндәге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда шулай уҡ сиркәү-мәхәллә мәктәбе, фельдшер пункты, шарап һәм 3 мануфактура кибете теркәлгән.
1920 йылда Йыланыш ауылындағы 146 хужалыҡта 853 кеше иҫәпкә алынған[5].
Әлеге ваҡытта Йыланыш ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, сиркәү бар[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Миәшәгәр ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Миәшәгәр ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Миәшәгәр ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыланыш ауылында урыҫтар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 853 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 521 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 498 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 259 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 317 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 343 | 171 | 172 | 49,9 | 50,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йыланыш (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 174 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Генеалогия и архивы. Еланыш, Салаватский район
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Йыланыш (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Генеалогия и архивы. Еланыш, Салаватский район
- ↑ Генеалогия и архивы. Еланыш, Салаватский район
- ↑ Йыланыш (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта с. Еланыш Салавтского района. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |