Яхъя (Салауат районы)
Яхъя | |
Яхъя | |
Рәсми атамаһы | Яхъя |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай ауыл советы |
Халыҡ һаны | 333 кеше (2010)[1] |
Почта индексы | 452499 |
Яхъя (рус. Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Ишембай ауыл биләмәһенә ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 333 кеше[2]. Почта индексы — 452499, ОКАТО коды — 80 247 815 005[3].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яхъя ауылы Ҡыр-Көҙәй улусына ҡараған. Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттары, Ҡаратаулы башҡорттары кеүек, Ер биләүгә хоҡуҡ бирә торған ҡағыҙҙы (Владенная память) Пётр I батшаның үҙенән 1701 йылда алған.
Берәш йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән Яхъя ауылы XVIII быуаттың 70-се йылдарында Көҙәй улусы старшинаһы булған Яхъя Яҡшыевтың исеменә бәйле. Яхъяның атаһы нигеҙ һалған Йүрүҙән йылғаһының уң ярында урынлашҡан Яҡшы ауылы яндырылғанлыҡтан, улы йылғаның ҡаршы һул ярында, яңы урында, Яхъя ауылына нигеҙ һалған. Сөнки башҡорттар янғын булған ергә ҡабат өй төҙөмәйҙәр.
1795 йылда Яхъя ауылында 54 ир-ат, 74 ҡатын-ҡыҙ булған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуы XVIII быуаттың 30-70 йылдарындағы милли хәрәкәттәрҙең әүҙем ҡатнашыусы ир-егеттәрен даими рәүештә репрессияларға дусар иткәндәрен күрһәтә. 1816 йылда ла ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил иткән: 48 хужалыҡта 155 ир-егет һәм 169 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ғаилә башлыҡтары араһында 6 ир-ат күп ҡатынлы булған.
Рәүиз материалында ауылда мәсет теркәлгән. VIII йәниҫәп буйынса ир-ат һаны артығыраҡ: 181, ҡатын-ҡыҙҙар 164.
1842 йылда 371 кешегә 125 сирек ужым һәм 528 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 10 сирек картуф ултыртҡандар. 75 хужалыҡта йәшәгән 403 кешенең 394 йылҡыһы, 311 һыйыры, 116 һарығы, 34 кәзәһе булған. Барлығы 34 умарта һәм 42 солоҡ та иҫәпкә алынған[4]
Теркәү йылы | Улус, ауыл Советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Ҡыр-Көҙәй улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономиялы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономиялы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1930 | улусы | Үрге Ҡыйғы районы (Үрге Ҡыйғы районы) | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1935 | Яхъя ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Яхъя ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ишембай ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
С. Прокудин-Горский фотолары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1910 йылда ауылда фотограф, Рәсәйҙә төҫлө фотография пионеры Сергей Прокудин-Горский булып киткән. Ул төшөргән фотоларҙан күренеүенсә, Яхъя ауылы күркәм тәбиғәтле, ул заман өсөн ныҡлы ҡаралтылары, матур мәсете булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Бик тырыш, хужалыҡсан халыҡ йәшәгәне күренеп тора. Ауыл тимер юлдан алыҫ булмаған, ир-ат шунда эшләгәндер, сөнки «Тимер юлсы башҡорт» тигән фото ла ошонан йыраҡ түгел төшөрөлгән[5].
Биҙәкләп үрелгән ситәне иҫкергән, көнбағыштар сәскә атҡан йәшелсә баҡсаһы фотоһы ла бар. Йорттарҙың ҡапҡалары ныҡлы, улар араһында «урыҫ ҡапҡаһы» тип аталып йөрөтөлгән төрҙө лә бар, ҡоймалар буралап һалынған. Мәсетле ауыл өсөн бик тәбиғи — мосолмандарҙың ихата эсе күренмәҫкә тейеш булған, ҡатын-ҡыҙҙы шулай ҡурсалағандар.
Тәҙрәләр — биҙәкле ҡапҡаслы; йорт алдында ағастар үҫкән кәртәле баҡсалары бар. Һарай, ихата — тәртиптә, төҙөк.
Милли кейемдәр бәҫле, ҡырма бүрек, эшләпә кейгәндәре аңлашыла. Фотола болдорҙа ултырған ҡатын фотоһының кем булғанлығы асыҡланған, уның Фәрхиназ исемле булыуы билдәле (Милли кейемле башҡорт ҡатыны. С. Прокудин-Горский фотоһы).
Яхъяла 1859 йылда хужалыҡта , 1895 йылда хужалыҡта кеше йәшәгәнлеге билдәле. 1920 йылдағы совет йән иҫәбен алыу материалы хужалыҡта кеше йәшәгәнен күрһәтә.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1795[6] | 1816[6] | 1836[6] | 1859[6] | 1895[6] | 1920[6] | 2002[7] |
128 | ↗324 | ↗345 | ↗382 | ↗517 | ↗609 | ↘368 |
2009[7] | 2010[8] | |||||
↘355 | ↘333 |
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (6.11.1932—1.12.1998), театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).
- Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Йомағужина; 30.07.1921—2013), Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге нефтсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (20.03.1928—4.09.2020), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), 8-се һәм 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1970−1979), КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты.
- Милли кейемле башҡорт ҡатыны — Фәрхиназ Сайранова
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1910 йылда Яхъя ауылында С. М. Прокудин-Горский тарафынан яһалған фоторәсемдәр
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Яхъя ауылы «Госсправка» сайтында
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-
- ↑ БАШКИРСКАЯ ДЕРЕВНЯ ЭХЬЯ[1]
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Яхино. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 октябрь 2013. 4 октябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яхъя // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |