Илтәй
Ауыл | |
Ильтаево башҡ. Илтәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452492 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Илтәй (рус. Ильтаево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Янғантау ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 153 кеше[2]. Почта индексы — 452492, ОКАТО коды — 80247875002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 12 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Янғантау): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 41 км
Илтәй Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 12 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 41 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илтәй ауылына XVIII быуат уртаһында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ауылда тәүге төпләнгән башҡорт иренең исеме менән аталған, уның улы Үлйәш Илтәев булған.
1795 йылғы V рәүиз материалдарында Йүрүҙән йылғаһы буйында 10 хужалыҡта 71 кеше йәшәгән Илтәй ауылы теркәлгән. 1740—1755 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. Красильников һәм Рычков карталарында ул Саҡай (Сакаево, Сакино) тип аталған.
Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[4].
Ауыл атамаһының килеп сығышы тураһында халыҡ араһында легенда ла йөрөй. Йәнәһе, бер байҙың илле тайы юғала, һәм ул кешеләрен тайҙарҙы эҙләргә ебәрә. Егеттәр әллә күпме ер гиҙеп, ошо матур урынға килеп сыға, һәм тайҙар ҙа шунда утлап йөрөгән булған. Байға ла был ер оҡшап ҡала һәм ул зат-ырыуын ошонда күсереп алып килә, ә тайҙар табылған урын Илтәй (илле тай) тип атала башлай[5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 9-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны[5] | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 9-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны[5] | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 9-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны[5], Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1850 | 9-сы йорт | 9-сы Башҡорт кантоны[5], Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны[5], Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мырҙалар-Мәсетле ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсетле ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Янғантау ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылғы VII рәүиз материалдарында ауылға нигеҙ һалыусыларҙың улдары һәм ейәндәре: 1760 йылда тыуған 56 йәшлек Үлйәш Илтәев һәм уның улдары — 24 йәшлек Балтағол (уның улдары — Аҙнабай, Мөхәмәткәрим), 25 йәшлек Әбделмәжит һәм 9 йәшлек Ибраһим күрһәтелгән. Шул уҡ рәүиз материалдарында ауылға икенсе нигеҙ һалыусының, Саҡайҙың, улдары һәм ейәндәре: Зөлҡәрнәй Саҡаев (1756—1813), уның улдары Ҡасҡын (уның улы — Хисаметдин), Мөхәмәтәмин, Рахманҡол, Хоҙайбәт күрһәтелгән. Тәү нигеҙ һалыусыларҙың улдарының йәшенә ҡарап, ауылдың XVIII быуат уртаһында килеп сыҡҡанын ышаныслы раҫлап була.
1816 йылда Илтәйҙә 15 хужалығында 100 кеше йәшәгән, шулар араһында 4 ир-ат күп ҡатынлы. Раҡаев Ғәббәс Ҡаҙаҡ улы әлегә 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтып етмәгән. Ул ваҡытта Илтәй ауылы йорт старшинаһы Әбделғәзиз Әбдрәшитов йәшәгән 9-сы йорттоң үҙәге булған. Хәҙерге көндә ҡулланылмаған исемдәр осрай — Әлиф Һөтимгәнов, Йортҡазы Сыңғыҙов.
1834 йылда ауылда 169, 1859 йылда — 232 кеше йәшәгән.
1842 йылда 197 кеше 60 сирек ужым, 283 сирек яҙғы ашлыҡ сәскән. 8 сирек картуф сәскәндәр. Ябай һәм көңгөр һабандарын ҡулланғандар. Ауыл эргәһендә 4 һыу тирмәне булған. Башҡорт тоҡомло ваҡ мал аҫыралған. 33 хужалыҡта 600 ат, 500 эре мөгөҙлө мал, 200 һарыҡ, 100 кәзә булған. Һәүәҫкәрҙәр умартасылыҡ (30 умарта) һәм солоҡсолоҡ (10 солоҡ) менән шөғөлләнгән[6].
1865 йылда 34 хужалыҡта — 237 кеше йәшәгән. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған.
1906 йылда шулай уҡ мәсет, бакалея кибете, запасҡа иген һаҡлай торған мөгәзәй булған[4].
XIX быуат аҙағына өс баҫыулы сәсеү әйләнеше өҫтөнлөк иткән. Арыш, һоло, борай, ҡарабойҙай, бойҙай сәскәндәр[6].
Ауылдың XX—XXI быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Илтәй ауылында 428 кеше йәшәгән. Ауылда төп мәктәп, фельдшер-акушер пункты бар[4].
1950 йылдарҙа ауылда ике тирмән һәм урындағы оҫта Х. Ғилманов төҙөгән электр станцияһы була. Коллективлаштырыу йылдарында бында Ленин исемендәге колхоз төҙөлә, Илтәй уның үҙәге булып торған.
Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 81 кеше китә, уларҙың 44 кире әйләнеп ҡайта.
1957 йылда колхозға ингән Илтәй, Урҙалы, Мөсәт ауылдары «Лағыр» совхозына ҡушыла.
2017 йылда ауылда 54 йортта 153 кеше йәшәй, 46 йортта төрлө хужалыҡ алып барыла.
Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы, Илтәйҙән Йүрүҙән йылғаһы аша аҫылмалы күпер һалына[5]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илтәй ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 418 | ||||
1920 йыл 26 август | 428 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 282 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 251 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 144 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 161 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 153 | 78 | 75 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биккенә Иҫәнов (1779—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Миһранов Рәйес Һаҙый улы (1 июнь 1926 йыл — 1970 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары; 1960 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала һәм Баймаҡ район комитеттары секретары; 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 4–6-сы сығаралыш Юғары Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XXIII съезы делегаты (1958). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1959, 1966) ордены кавалеры.
- Һаҙыев Харис Шәрәфи улы — Илтәй ауылында тыуған. 2001—2004 йылдарҙа Салауат районы Хакимиәте башлығы.
- Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы — 1935 йылда Илтәй ауылында тыуған. Илтәй мәктәбе директоры, КПСС-тың Салауат район комитеты 3-сө секретры булып эшләй.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү].
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙар: Кантон тауы,
- Ҡарағоштау йәғни Бөркөт оя
- Янғантау (тау)
- Уртатау
- Хажи ҡаштағы
- Оҙонҡор
- Ҡарағайтау
- Ҡырлытау
Йылғалар: Йүрүҙән,
- Илек
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илтәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Г. Р. Ильясова. Историко-лингвистическое исследование топонимии д. Ильтаево
- Карта д. Ильтаево. Улицы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Илтәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Илтәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Г. Р. Ильясова. Историко-лингвистическое исследование топонимии д. Ильтаево
- ↑ 6,0 6,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Карта д. Ильтаево. Улицы
- ↑ * Г. Р. Ильясова. Историко-лингвистическое исследование топонимии д. Ильтаево
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |