Ҡорғаҙаҡ шишмәһе
Уҡыу көйләүҙәре
| Ҡорғаҙаҡ шишмәһе | |
|---|---|
| Характеристика | |
| Һыу ағымы | |
| Тамағы | Йүрүҙән |
| · Координаталар | 55°16′25″ т. к. 58°08′09″ кс. о.HGЯO |
| Урынлашыуы | |
| Һыу бассейны | Йүрүҙән → Ҡариҙел → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
| Ил | |
| Регион | Башҡортостан |
| Район | Салауат районы |
| Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Викимилектә | |
Ҡорғаҙаҡ — Ҡаратауҙан ағып сыҡҡан шишмә, шифалы һыу сығанағы, Йүрүҙән йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965), «Янғантау» республика ҡурсаулығы биләмәһенә инә. Салауат районындағы Ҡаратау армыттарында, Янғантау шифаханаһынан 3 км алыҫлыҡта, Комсомол ауылы янында ағып сыға.
Үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дебит миҡдары 100—125 с/сек. Һыу температураһы даими (16—16,5С), ҡышын туңмай, радиоактивлы һәм минераллашҡан.
Сотавы: гидрокарбонатналы, магний-кальцийлы (НСО3 84—87 экв%, Са 57—60 экв%, Мg 34 экв. %), өс валентлы мышьяк кислотаһы (3,9 мг/л).
Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Ҡаратауҙың ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана.
Фоторәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөнән килгән юл буйынан күренеш
- Дөйөм күренеш
- Шишмә башы
- Шишмә башы
- Мәғлүмәт таҡтаһы
- Мәғлүмәт таҡтаһы
- Махсус төҙөлгән шарлауыҡ
- Шифалы һыуға сират бер ваҡыт та өҙөлмәй
- Шишмә башына үтеү тыйылған
- Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы
- Янғантау яҡтан килгән юл буйынан күренеш
- Шифалы һыу тултырыу цехы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡорғаҙаҡ шишмәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Экология Урала 2018 йыл 28 ғинуар архивланған.
- «Кургазак» — Живая вода Уральских гор 2011 йыл 26 ноябрь архивланған.