Эстәлеккә күсергә

Балаҡатай заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балаҡатай заказнигы
урыҫ Белокатайский заказник
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты20 июнь 1963
Урынлашыуы
55°42′23″ с. ш. 58°57′28″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Балаҡатай заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Балаҡатай заказнигы

Балаҡатай заказнигы — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].


Физик—географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылда һунар-промысла йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторола. Тәбиғәт ҡомартҡыһы Яңы Балаҡатай ауылының төньяҡ-көнсығышында Әй йылғаһының ҡушылдығы булған Оло Ыйыҡ йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Рельефы бик үҙенсәлекле: убалар теҙмәһенән торған тигеҙһеҙлектән ғибәрәт. 8,2 мең гектарҙан торған майҙандың 61,1 проценты урман менән ҡапланған, унда саған, йыла, имән ҡатыш уҫаҡ һәм ҡайын урмандары таралып үҫә, ҡарт ҡарағайлыҡтар ҙа бар[1].

Заказниктың ташлы битләүҙәрен бүтәгәле, ҡылғанлы һәм ҡыуаҡлы дала биләй. Был ерҙәрҙе аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, бүре, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар кеүек ҡырағай йәнлектәр һәм ҡыр ҡоштарынан ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр төйәк иткән. Заказникта Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, ҡарағош, һөмәй, европа шәшкеһе, европа бәрҙеһе, зөгәй һәм башҡа төрлө йәнлектәр осрай[1].