Эстәлеккә күсергә

Ҡор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡор
Ата һәм инә ҡор (Lyrurus tetrix)
Ата һәм инә ҡор br />(Lyrurus tetrix)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умырҡалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Тауыҡ һымаҡтар
Ғаилә: Фазандар
Суб-ғаилә: Ҡор һымаҡтар
Ырыу: Ҡорҙар
Латинса исеме
Lyrurus (Swainson, 1832)
ITIS 677534
NCBI 100829

Ҡор, оҙан (лат. Lyrurus) — Европаның күпселек өлөшөндә, Азияның төньяҡ һәм урта өлөшөндә, Кавказда йәшәй, үҫемлек менән, бөжәктәр һәм ҡусҡарҙар менән туҡлана торған, атаһы ҡара төҫтә һәм ҡойроғо айыры, инәһе һоро сыбар төҫтә булған, аулау өсөн мөһим эре ултыраҡ ҡош; тауыҡтар ғаиләһенә ҡараған эре ҡыр ҡошо; ҡыр тауығы.

Йәшәү урыны — ҡайын урмандары, ҡырҡындылар, урман аҡландары. Тыныс һәм ҙур урмандарҙы үҙ итмәйҙәр. Ата һәм инә ҡош төҫтәре менән ныҡ айырыла. Ата ҡоштар ҡара төҫтәге лира ҡойроҡло, инә ҡоштар сыбар ҡойроҡло була.

Ҡайын һырғаһы һәм бөрөһө, йәш ҡарағай тубырсыҡтары менән туҡлана. Йәйен ер өҫтө үҫемлектәре, бөжәктәр менән туҡлана.

Яҙын ата ҡоштар урман эргәһенә, йә аҡланға уйнау урынына йыйыла. Уйнау ваҡытында ата ҡоштар «чуффы» тигән тауыш сығара, инә ҡоштар ҡытҡылдай. Ояла 8-9 йомортҡа була. Тик бала ҡоштарҙың үлеме сиктән тыш күп, 80% барып етә. Үларҙың үлеменә йыртҡыстар һәм һалҡын көндәр сәбәпле.

  • Тетерев, птица // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.) — СПб., 1890—1907.
  • Тетерева // Большая советская энциклопедия.