Эстәлеккә күсергә

Ҡарағош (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡарағош битенән йүнәлтелде)
Ҡарағош
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°17′44″ с. ш. 55°16′12″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 248 820 001

ОКТМО коды

80 648 420 101

ГКГН номеры

0524263

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡарағош (Рәсәй)
Ҡарағош
Ҡарағош

Ҡарағош (рус. Карагуш) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 567 кеше[1]. Почта индексы — 453186, ОКАТО коды — 80248820001. ИФНС коды — 0268.

XIX быуаттың рәүиз материалдарында Стәрлебаш районының Күндерәк буйында ултырған Ҡарағош ауылында, нигеҙҙә, мишәрҙәрҙең йәшәүе билдәләнә. Мәҫәлән, 1859 йылда бында 1 мең 162 мишәр, 51 типтәр һәм 33 татар милләтенән булған кеше йәшәүе теркәлә[2]..

1917 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 468 ихатала 2 мең 683 башҡорт, 1920 йылда — 477 ихатала 2 мең 450 башҡорттоң йәшәүе теркәлә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 567 266 301 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Комсомолдың 42 йыллығы урамы рус. улица 42-летие Комсомола,
  • Б урамы ( квартал) рус. улица Б (квартал),
  • Ҡыҙыл партизан урамы рус. улица Красный Партизан,
  • Ленин урамы рус. улица Ленина,
  • Йәштәр урамы рус. улица Молодежная,
  • Салауат Юлаев урамы рус. улица Салавата Юлаева,
  • Һәбәнов урамы рус. улица Саубанова,
  • Туҡаев урамы рус. улица Тукаева,
  • Урал урамы рус. улица Уральская,
  • Чапаев урамы рус. улица Чапаева[3]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]