Эстәлеккә күсергә

Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (65 йәш)
Һөнәр төрө зооинженер
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы (9 июнь 1959 йыл) — ғалим-зооинженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)[1].

Варис Рәфҡәт улы Туҡтаров 1959 йылдың 9 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылында тыуа. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон 1986 йылда тамамлай һәм ошонда уҡ кафедрала производство мастеры вазифаһында эшләй башлай. Бөтә Рәсәй ветеринар санитария, гигиена һәм экология фәнни-тикшеренеү институты аспирантураһын тамамлағандан һуң умартасылыҡ һәм зоология кафедраһына ассистент булып күсә. 1993 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Өс йылдан һуң Бөтә Рәсәй ветеринар санитария, гигиена һәм экология фәнни-тикшеренеү институты докторантураһына саҡырыла. 2000 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһен ала[2].
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының Биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультетының Биология, Умартасылыҡ, шәхси зоотехния һәм хайуандарҙы үрсетеү кафедраһы профессоры[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варис Рәфҡәт улының фәнни эшмәкәрлеге бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалауҙың заманса ысулдарын эшләү һәм ҡулланыуға индереүгә, шулай уҡ уларҙы тирә-яҡ мөхиттең басраныуын билдәләүсе индикатор сифатында ҡулланыуға бәйле. Был йәһәттән уның етәкселегендә ветеринар экологияның яңы — апиморниторинг ысулы эшләнә. В. Р. Туҡтаров эшсе ҡорттарҙың айырымланған май күҙәнәктәрен алыуҙың яңы ысулы тәҡдим ителә һәм патентлана. Бал ҡорттарының бактериаль сирҙәрен дауалау өсөн юғары һөҙөмтәле апифлоцид препараты эшләнә һәм файҙаланыла. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Р. Туҡтаров кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса диссертация советы рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре[1] (2015)
XVII Халыҡ-ара «Агрокомплекс — 2007» махсуслаштырылған күргәҙмәһенең 1-се дәрәжә димломы[2] (2007).