9 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 июнь | |
![]() |
9 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 160-сы (кәбисә йылында 161-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 205 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Ирландия: Изге Колумб Ирландский көнө.
Уганда: Батырҙар көнө.
- Көньяҡ Америка,
Уругвай: Көньяҡ Америка футболы көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1950: Өфө лак-буяу заводы эшләй башлай.
- 2018: «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Өфөлә Милли кейем байрамы үткәрелә. Уға 40-тан ашыу халыҡтың милли кейемендә 1192 кеше килә, һәм был Рәсәй рекорды итеп теркәлә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мухачёва Элита Александровна (1930—15.04.2011), ғалим-математик. 1958 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1973 йылдарҙа һәм 1977 йылдан юғары математика, 1984—1998 йылдарҙа — хисаплау математикаһы һәм кибернетика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1982). РСФСР-ҙың (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Сопин Александр Леонидович (1960), хәрби хеҙмәт ветераны, запастағы полковник, дәүләт эшмәкәре. Салауат ҡала хакимиәтенең граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы, 2014—2016 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы. Сығышы менән Пенза ҡалаһынан.
- Огородников Сергей Иванович (1965), спортсы. 1993—2000 йылдарҙа бодибилдинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Донъя (1996), Европа (1996) һәм Рәсәй (1993, 1996—1997) чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы районы Поповка ауылынан.
- Исмәғилев Роберт Альберт улы (1980), Башҡортостан Республикаһының Ирекле көрәш федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, билбау көрәше һәм көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
- Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы (1995), спортсы. Билбау көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сөләймәнов Риф Сафа улы (1936), музыка белгесе‑фольклорсы. 1986 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Әлмөхәмәтов Илмар Рәзин улы (1971), театр режиссёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм драматург. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).
- Бикбаев Азамат Иҙелбай улы (1986), спортсы, классик стилдәге көрәш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исхаҡов Ибраһим Ғата улы (1892—10.10.1985), уҡытыусы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1953), Ленин ордены кавалеры (1952).
- Кочетов Иван Данилович (1917—15.05.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Гущин Петр Яковлевич (1937—21.08.2006), ғалим-ветеринария табибы, биология фәндәре докторы (1992), профессор (1994), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
- Ивушкин Владимир Иванович (1942—12.03.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1965—1993 йылдарҙа «Союзтелефонстрой» тресының монтажсы-йәбештереүсеһе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Тяпкин Николай Никитович (1947), киномеханик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Васильева Венера Ануровна (1962), статистик, иҡтисадсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2010).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы (1923—25.06.1999), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1958—1987 йылдарҙа Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Большаков Виктор Григорьевич (1938), хеҙмәт алдынғыһы, 1957—2006 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресы водителе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1984).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зенцов Пётр Иванович (1889—26.08.1920), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 йылдан РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Өфө губернаһы Ғәҙәттән тыш комиссияһының (Уфимская губЧК) беренсе рәйесе (апрель—июль 1918).
- Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (1934), театр актёры, режиссёр. 1972 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008—2013 йылдарҙа режиссура кафедраһы мөдире. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Кәрим Тинчурин исемендәге Республика театр фестивале (Ҡазан, 2000) һәм М. И. Царёв исемендәге премия лауреаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Иҫке Балтас ауылынан.
- Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы (1959), ғалим-зооинженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1672: Пётр I, Рәсәй империяһының һуңғы Батшаһы (1682—1721) һәм беренсе Императоры (1721—1725).
- 1775: Георг Фридрих Гротефенд, Германия филологы, боронғо фарсы яҙмаларын уҡыуға нигеҙ һалыусы.
- 1840: Акакий Церетели, Грузия шағиры.
- 1865: Карл Нильсен, Дания композиторы, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1875: Генри Дейл, Англия фармакологы, Нобель премияһының 1936 йылғы лауреаты.
- 1920: Владимир Юкин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, пейзаж оҫтаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1995).
- 1930: Бен Абруззо, АҠШ-тың һауа шарында осоусыһы, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы экипаж составында беренсе осоп сығыусы.
- 1930: Лин Картер, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Юрий Щекочихин, СССР һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы, драматург, сценарист һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1990: Лорен Сока, Англия актрисаһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2003: Таһирова Майя Авзал ҡыҙы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]