Эстәлеккә күсергә

Йөннө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Йөннө
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°24′35″ т. к. 54°20′04″ кс. о.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 878 005

ОКТМО коды

80 630 478 111

ГКГН номеры

0221186

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Йөннө (Рәсәй)
Йөннө
Йөннө
Йөннө (Башҡортостан Республикаһы)
Йөннө


Йөннө (рус. Юнны) — Башҡортостандың Илеш районындағы татар ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 814 кеше[1]. Почта индексы — 452275, ОКАТО коды — 80230878005.

Баҙы йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Йөннө ауылы Йылан ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ята. 1858 йылға тиклем ауылда тик башҡорттар ғына йәшәй. 1858 йылда Йөннө ауылына 46 ерһеҙ башҡорт (припущенник) индерелә. Улар 5 ихата булып йәшәп китә[2].

1842 йылда 53 йәшлек зауряд-йөҙ башы Аҡай Бикташев (Ҡасар улы) йорт старшинаһы булып тора (уның улдары: Әхмәтйән, Мөхәмәтйәким). Үрге Маншыр ауылынан Юныс Шаммасов (Исмаҡ улы) уның ярҙамсыһы был хеҙмәт итә. Юныс Шаммасов 1830 — 1831 йылдарҙа Польшала 6-сы Башҡорт полкы составында хеҙмәт итә һәм баш күтәргән поляк ихтилалсыларын конвой составында Белоруссияға оҙатып бара[2].

1843 йылда 388 башҡортҡа 1200 бот ужым һәм 1544 бот яҙғы иген сәселә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар-----
2002 йыл 9 октябрь88944144849,650,4
2010 йыл 14 октябрь81440241249,450,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 5 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ирмәш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 102 км