Үрге Сереккүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Сереккүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сереккүл ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 402 кеше (2010)[1]
Почта индексы 452270
Карта

Үрге Сереккүл (рус. Верхнечерекулево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 402 кеше[2]. Почта индексы — 452270, ОКАТО коды — 80230876002.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҫаба башҡорттарҙың ерендә ятҡан ауыл Йылан ырыуының Уразай түбәһенә ҡарай. 1790 йылда килешеү буйынса тораҡ пунктына татар кешеһе индерелә: "1799 йылдың 26 февралендә Йылан улусы Ҡаҙан даруғаһы Өфө өйәҙе башҡорто Туйгилде Йәйшаев шул уҡ Ҡазан даруғаһына ҡараған Сереккүл ауылында йәшәгән үҙ туғаны, татар Уразмәт Мамышевҡа, шулай уҡ артабан уның улдары, ейәндәре - вариҫтарына аҫаба ерҙәрҙе файҙаланыу хоҡуғын бирә. Шул уҡ ваҡытта уларға аҫабалар файҙаланған бөтә хоҡуҡтар ҙа бирелә"[3]. Һөҙөмтәлә артабан халыҡ иҫәбен алыу документтарында татар тип теркәлмәйҙәр, тик мишәрҙәр генә иҫәпкә алына.

1795 йылда ауылда 155 башҡорт, 1816 йылда — 219, 1834 йылда — 274, 1858 йылда — 542, 1870 йылда — 282, 1920 йылда 1265 башҡорт теркәлә. 1920 йылда ни өсөндөр мишәрҙәр күрһәтелмәй[3].

1843 йылда 152 башҡортҡа 168 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәселә[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 874 418 456 47,8 52,2
1959 йыл 15 ғинуар 598 272 326 45,5 54,5
1970 йыл 15 ғинуар 608 268 340 44,1 55,9
1979 йыл 17 ғинуар 473 204 269 43,1 56,9
1989 йыл 12 ғинуар 392 184 208 46,9 53,1
2002 йыл 9 октябрь 415 213 202 51,3 48,7
2010 йыл 14 октябрь 402 208 194 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]