Эстәлеккә күсергә

Иғмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иғмәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 296 кеше (2010)[2],
340 кеше (2002)[3],
317 кеше (2009)[3]
Почта индексы 452282
Карта

Иғмәт (рус. Игметово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 296 кеше[4]. Почта индексы — 452282, ОКАТО коды — 80230826001.

Ауыл Наҙы йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Уң яҡ ярындағы ерҙәр Йәлдәк улусына ҡараған Маншыр ауылының аҫаба башҡорттарының ерҙәре, ә һул яҡ ярҙағыһы Йылан улусы башҡорттарының ерҙәре була. Халҡы — сығыштары буйынса башҡорт ырыуынан булған татарҙарҙан хасил булған типтәрҙәр. Улар 1697, 1718 һәм 1772 йылдарҙағы килешеү нигеҙендә, шулай уҡ Башҡорт комиссияһының 1738 йылдағы Указына ярашлы Йылан улусы башҡорттары тарафынан был ерҙәргә индерелә. Атап үтелгән йылдарҙа Йәлдәк ырыуы башҡорттарының тағы ла күпмелер типтәрҙәрҙәрҙе үҙ ерҙәренә индереүе ихтимал[5].

1762 йылда 138 кеше, 1795 йылда - 142, 1816 йылда - 200, 1834 йылда - 399, 1870 йылда - 505, 1920 йылда 1242 кешенең йәшәүе халыҡ иҫәбен алыу документтарында теркәлә[5].

Ауыл, кантон идаралыҡтарында эшләүгә күскән башҡорттар башҡорт ырыуынан булған яһаҡ татарҙары тип аталып йөрөтөлә, әммә улар үҙҙәрен типтәрҙәр тип таный. Шуға ла 1920 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу документтарында улар "башҡорт ырыуына ҡараған" типтәрҙәр булараҡ теркәлә[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 833 374 459 44,9 55,1
1959 йыл 15 ғинуар 645 255 390 39,5 60,5
1970 йыл 15 ғинуар 627 290 337 46,3 57,3
1979 йыл 17 ғинуар 500 220 280 44,0 56,0
1989 йыл 12 ғинуар 378 167 211 44,2 55,8
2002 йыл 9 октябрь 340 173 167 50,9 49,1
2010 йыл 14 октябрь 296 140 156 47,3 52,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

кавалеры[6].