Иҫке Күктау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Күктау
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°27′50″ с. ш. 54°13′45″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 864 001

ОКТМО коды

80 630 464 101

ГКГН номеры

0521506

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Күктау (Рәсәй)
Иҫке Күктау
Иҫке Күктау
Иҫке Күктау (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Күктау


Иҫке Күктау (рус. Старокуктово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 669 кеше[1]. Почта индексы — 452285, ОКАТО коды — 80230864001.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Ҡырғыҙ улусы 10-сы Башҡорт кантонының 6-сы йортона ҡараған Айыу түбәһенә ҡарай. 1745 йылда ошо ауылдан башҡорт Зәйет Сәйетов Ябалаҡлы, Айыш, Илеш, Нуғай ауылдары аҫабалары менән берлектә батша крәҫтиәндәренә үҙҙәренең ерҙәрен ҡуртымға бирә. Шул уҡ Зәйет Сәйетов, Күктау ауылынан Әбдей Күҫәков һәм Сапай Биғәнәев Ҡырғыҙ ырыуына ҡараған тағы ла 13 ауыл аҫабалары менән бергә, бер тапҡыр 30 һум түләү шарты менән, 10 йылға үҙ ерҙәренә Ҡазан өйәҙе Әр даруғаһы Урсалы һәм Балыҡлы ауылдарынан яһаҡ татарҙарын ике утар булып төпләнеп йәшәү өсөн индерә[2].

Төп ауылда йәшәүселәрҙең бер өлөшө 1795 йылда V рәүиз алдынан яңы ауылға күсенеп төпләнә. Шул ваҡытта улар Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Новоадамово ауылынан яһаҡ татарҙарын һәм мариҙарҙы ауылдарына индерә. Мишәрҙәрҙең ҡасан индерелеүе билдәле түгел[2].

Иҫке Күктауҙа 1795 йылда 24 ихатала - 160 кеше, 1816 йылда 38 ихатала - 303, 1834 йылда 45 ихатала - 432, 1858 йылда 70 ихатала - 605, 1870 йылда 75 ихатала - 689, 1920 йылда 269 ихатала - 1374 кеше йәшәй. Ауыл Бөрө менән Минзәлә ҡалаларын тоташтырған юлда урынлашҡанға күрә, бында почта станцияһы ла була. Мосолмандар өсөн Мәсет эшләй, уларҙың балалары мәсет эргәһендәге уҡыу йортонда белем ала. Ауылда тирмән дә эшләй[2].

1842 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, 10-сы Башҡорт полкының зауряд-хорунжийы Бикбалтай Мөхәмәтрәхимов (Ғайсар улы) (1774 й. т.) иҫән була. Уның улдары: Мөхәмәтйән, Мөхәмәтвәлит, Мөхәрәм, Йыһангәрәй. Уның ҡустыһы Мөхөмөтшәриф Ғайсаров (1786 й. т.) зауряд-есаул булып хеҙмәт итә, 5 тапҡыр Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә була, уның улдары: Әбүбәкер, Ғүмәр, Усман, Ғәли[2].

1843 йылда 378 башҡортҡа 288 бот ужым һәм 552 бот яҙғы иген сәселә. Ауыл халҡының белеме тураһындағы факт та ҡыҙыҡлы. 1896 йылда ауыл сходы ҡарарына 106 йорт хужаһының 11-е төркисә ҡул ҡуя, ҡалғандары үҙ тамғаларын ҡуя[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1173 510 663 43,5 56,5
1959 йыл 15 ғинуар 978 407 571 41,6 58,4
1970 йыл 15 ғинуар 925 420 505 45,4 54,6
1979 йыл 17 ғинуар 769 352 417 45,8 54,2
1989 йыл 12 ғинуар 651 296 355 45,5 54,5
2002 йыл 9 октябрь 665 337 328 50,7 49,3
2010 йыл 14 октябрь 669 329 340 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны


Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]