Эстәлеккә күсергә

Иштирәк (Илеш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иштирәк
Иштирәк
Рәсми атамаһы Иштирәк
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡарабаш ауыл Советы (Илеш районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 492 кеше (2010)[1],
552 кеше (2002)[2],
551 кеше (2009)[2]
Почта индексы 452266
Карта

Иштирәк (рус. Иштеряково) — Башҡортостандың Илеш районындағы татар ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 492 кеше[3]. Почта индексы — 452266, ОКАТО коды — 80230848002.

Ҡырғыҙ улусының 11-се йортона ҡараған ауыл Күрпе йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Тораҡ пунктында Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары, ерһеҙ башҡорттар (припущенниктар), шулай уҡ Бүләр ырыуы башҡорттары тарафынан ауылға индерелгән типтәрҙәр төпләнә. Типтәрҙәрҙең ауылға ҡасан индерелеүе теүәл генә билдәле түгел[4].

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында ауылда 1762 йылда 70 кеше, 1783 йылда - 86, 1795 йылда 6 ихатала - 132, 1816 йылда - 360, 1834 йылда - 284, 1858 йылда 122 ихатала - 806, 1870 йылда 174 ихатала - 894, 1917 йылда 344 ихатала 1759 кешенең йәшәүе теркәлә. Ерһеҙ башҡорттар (припущенниктар) һәм яһаҡ татарҙары 1920 йылғы рәүиздә типтәрҙәр тип теркәлә[4].

1843 йылда бөтә башҡорттарға - 46 аҫаба башҡорт һәм 238 ерһеҙ башҡортҡа - 920 бот ужым һәм 1264 бот яҙғы иген сәселә. 1816 йылда ауылда мәсет, 2 тирмән була[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар126658668046,353,7
1959 йыл 15 ғинуар92838854041,858,2
1970 йыл 15 ғинуар104446557944,555,5
1979 йыл 17 ғинуар82036345744,355,7
1989 йыл 12 ғинуар55623632042,457,6
2002 йыл 9 октябрь55225429846,054,0
2010 йыл 14 октябрь49224125149,051,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Иштеряково на портале «Генеалогия и Архивы»