Үрге Йәркәй
Ауыл | |
Үрге Йәркәй Үрге Йәркәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав |
башҡорттар, татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34762 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Үрге Йәркәй (рус. Верхнеяркеево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 9710 кеше[1]. Почта индексы — 452260, ОКАТО коды — 80230884001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1778 | 901 | 877 | 50,7 | 49,3 |
1959 йыл 15 ғинуар | 2417 | 1086 | 1331 | 44,9 | 55,1 |
1970 йыл 15 ғинуар | 3399 | 1674 | 1725 | 49,2 | 50,8 |
1979 йыл 17 ғинуар | 6480 | 3600 | 2880 | 55,6 | 44,4 |
1989 йыл 12 ғинуар | 8423 | 4055 | 4368 | 48,1 | 51,9 |
2002 йыл 9 октябрь | 9339 | 4427 | 4912 | 47,4 | 52,6 |
2010 йыл 14 октябрь | 9710 | 4580 | 5130 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Йәркәй 1935—1963 йылдарҙа һәм 1965 йылдан Йәркәй ауыл Советы үҙәге. Өфөнән төньяҡ‑көнбайышта 160 саҡрым һәм Бүздәк тимер юл станцияһына төньяҡҡа табан 102 саҡрым алыҫлыҡта Баҙы йылғаһы буйында, Мәскәү—Өфө, Баҡалы—Үрге Йәркәй, Шаран— Яңы Балтас—Андреевка автомобиль юлдарында урынлашҡан. Ауылға XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ялан исеме менән нигеҙләй. Аҙаҡ Йәркәй тип тәүге төпләнеүсе Йәркәй Ейәнсурин исеме менән аталған. 1718 йылда керҙәшлек килешеүе буйынсаса яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. Улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән. 1795 йылда 55 йортта 318 кеше йәшәгән (мишәрҙәр менән бергә). 1816 йылда керҙәш башҡорттар күсеп килә. 1865 йылда 132 йортта 1014 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡҡ, умартасылыҡ менәнн шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 6 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, мәҙрәсә, 2 тирмән, почта бүлексәһе, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 1917 йылда Түбәнге Йәркәй бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙерге исеме менән йөрөй.
Халҡы (мең кеше): 1906 йылда — 1,5; 1920 йылда — 1,1; 1939 йылда — 1,8; 1959 йылда — 2,6; 1989 йылда — 8,4; 2002 йылда — 9,3; 2010 йылда — 9,7 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Аграр‑технологик колледж, 3 урта (шул иҫәптән Үрге Йәркәй урта мәктәбе № 1) һәм музыка мәктәбе, коррекция мәктәп‑интернаты, 8 балалар баҡсаһы, балалар ижад үҙәге, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт һарайы (7 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), 2 ДЮСШ, ат спорты һәм физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, балалар китапханаһы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, М.Гәрәев музейы, мәсет бар[2][3].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[4]
Октябрҙең 50 йыллығы урамы рус. 50 лет Октября (улица)
Еңеүҙең 70 йыллығы урамы (рус. 70-летия Победы (улица))
8 Март урамы (рус. 8 Марта ( лица))
9 Май урамы (рус. 9 Мая (улица))
Абдуллин урамы (рус. Абдуллина (улица))
Баймаҡ урамы (рус. Баймакская (улица))
Баҡалы урамы (рус. Бакалинская (улица))
Башҡорт урамы (рус. Башкирская (улица))
Китапхана тыҡрығы (рус. Библиотечный (переулок))
Яҙғы урам (рус. Весенняя (улица))
Ғәббәс Рафиҡов урамы (рус. Габбаса Рафикова (улица))
Ғабдрахман Сираев урамы (рус. Габдрахмана Сираева (улица))
Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
Дзержинский урамы (рус. Дзержинского ( улица))
Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
Жуков тыҡрығы (рус. Жукова (проспект))
З.Биишева урамы (рус. З.Биишевой (улица))
Йондоҙло урамы (рус. Звездная (улица))
Йәшел урам (рус. Зеленая (улица))
Ивановка урамы (рус. Ивановская (улица))
Инкубатор урамы (рус. Инкубаторная (улица))
Ҡазан урамы (рус. Казанская (улица))
Калинин урамы(рус. Калинина (улица))
Киров урамы (рус. Кирова (улица))
Коммуналь урамы (рус. Коммунальная (улица))
Коммунистик урамы (рус. Коммунистическая (улица))
Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))
Космонавтар урамы(рус. Космонавтов (улица))
Ҡыҙылармеецтар урамы (рус. Красноармейская (улица))
Куйбышев урамы (рус. Куйбышева (улица))
Куйбышев тыҡрығы (рус. Куйбышева (переулок))
Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
Ломоносов урамы (рус. Ломоносова (улица))
М.Гәреев урамы (рус. М.Гареева (улица))
М.Ғәфүри урамы (рус. М.Гафури (улица))
М.Горький урамы (рус. М.Горького (улица))
М.Йәлил урамы ((рус. М.Джалиля (улица))
Матросов урамы (рус. Матросова (улица))
Механизаторҙар урамы (рус. Механизаторская (улица)
Тыныслыҡ урамы (рус. Мира ( улица))
Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
Күпер урамы (рус. Мостовая (улица))
Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
Нефтселәр урамы (рус. Нефтяников (улица))
Ылау урамы (рус. Обозная (улица))
Урау юл урамы (рус. Объездная (улица))
Беренсе май урамы (рус. Первомайская (улица))
Ялан урамы (рус. Полевая (улица))
Пушкин урамы (рус. Пушкина (улица))
Р.Зорге урамы (рус. Р.Зорге (улица))
Р.Хәйри урамы (рус. Р.Хайри (улица))
Йәйғор урамы (рус. Радужная (улица))
Революция урамы (рус. Революционная (улица))
Рәсәй урамы (рус. Российская (улица))
Рощинск урамы (рус. Рощинская (улица))
С.Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))
Ст. База территорияһы (рус. СТ База ( территория))
Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
Сәлимә Ғәзизова урамы (рус. Салимы Газизовой (улица)
Свердлов урамы (рус. Свердлова (улица))
Ирек урамы (рус. Свободы (улица))
Совет урамы рус. Советская (улица))
Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица))
Ҡарағай урамы (рус. Сосновая (улица))
Спорт урамы (рус. Спортивная (улица))
Төҙөүселәр урамы (рус. Строительная (улица))
Тимерязов урамы (рус. Тимерязова (улица))
Трансформатор урамы (рус. Трансформаторная (улица))
Ульянов урамы (рус. Ульянова (улица))
Урал урамы (рус. Уральская (улица))
Фадеев урамы (рус. Фадеева (улица))
Фрунзе урамы (рус. Фрунзе (улица))
Һ.ДәүләтшинА урамы (рус. Х.Давлетшиной (улица))
Х.Сәйрән урамы (рус. Х.Сарьян (улица))
Х.Таҡташ урамы (рус. Х.Такташ (улица))
Ылыҫлы урам (рус. Хвойная (улица))
Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина (улица))
Чапаев урамы (рус. Чапаева (улица))
Чеверев урамы (рус. Чеверева (улица))
Чеверев тыҡрығы (рус. Чеверева (переулок))
Ш.Бабич урамы (рус. Ш.Бабич (улица))
Шолохов урамы (рус. Шолохова (улица))
Юбилей урамы (рус. Юбилейная (улица))
Гәрәбә урамы (рус. Янтарная (улица))
Йәримов урамы ({{lang-ru|Яримова (улица)})}
Йәркәй Йәнсурин урамы (рус. Яркея Янчурина (улица))
Роберт Миннуллин исемендәге урам (рус. им. Роберта Миннуллина (улица))
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы урынлашҡан.
- Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейы.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәркәй Ейәнсурин (Ялан Йәркәй[5]; XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башы) — Йылан улусының атаҡлы башҡорто.
- Ямалов Марат Барый улы (27 март 1947 йыл) — тарихсы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Лоҡманов Сабир Закирйән улы (1906 йыл—27 октябрь 1967 йыл) — ғалим-анатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре. 1932 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, киске бүлек мөдире, 1934 йылдан — декан, 1935—1939 йылдарҙа институт директорының фәнни һәм уҡыу уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1937 йылдан — анатомия кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1939 йылдан Республика ҡан биреү станцияһы директоры, 1940—1950 һәм 1954—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау министры. Башҡорт АССР-ының 2 се, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1943), профессор (1943). Медицина хеҙмәте подполковнигы (1950). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1956), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1954) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Фәтҡуллина Гөлшат Флүр ҡыҙы (? 1976 йыл) — юғары категориялы ревматолог, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ревматология бүлегендә эшләй.
- Әхиәрова Резеда Зәки ҡыҙы (1956 йыл) — композитор, симфоник оркестр әҙәрҙәре һәм популяр йырҙар авторы.
Ауылда эшләгән шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзизова Сәлимә Һаҙый ҡыҙы (1914—6 март 2008 йыл) — табип, медицина өлкәһе эшмәкәре. 1946—1984 йылдарҙа Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1956—1970 йылдарҙа — баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1955) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949). Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961) ордендары кавалеры
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территории стр.385 2022 йыл 17 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2022)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Үрге Йәркәй.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Үрге Йәркәй ауылы
- ↑ Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999. — 97 с. — С. 11. — ISBN 5-89915-010-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территории стр.385 2022 йыл 17 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2022)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Үрге Йәркәй ауылы
- Үрге Йәркәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2022)