Лоҡманов Сабир Закирйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Лоҡманов Сабир Закирйән улы (9.04.1906, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Йәркәй ауылы, хәҙер Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы— 27.10.1967, Өфө)- табип, ғалим — анатом, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Медицина фәндәре докторы (1943), профессор (1943). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1956), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957), СССР- ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Медицина хеҙмәте подполковнигы (1950).Ленин ордены (1949),Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942, 1954), «Почёт Билдәһе» ордены (1944)()кавалеры[1]

Сабир Закирйән улы Лоҡманов

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабир Закирйән улы Лоҡманов 1906 йылдың 9 апрелендә Башҡортостандың хәҙерге Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында крәҫтиән ғәиләһендә тыуған. Йәшләй етем ҡалғас, Иваново һәм Бөрө ҡалаһындағы балалар йортонда (балалар хеҙмәт колонияһы) тәрбиәләнә,1928 йылда Бөрө педагогия техникумын тамамлай. Педтехникумдағы иң һәләтле уҡыусы булараҡ, уны Мәскәүгә 2-се медицина институтына уҡырға ебәрәләр[2].

1932 йылда 2-се Мәскәү медицина институтын тамамлағандан һуң яңы ғына асылған Башҡорт дәүләт медицина институтында эш башлай: киске бүлек мөдире, 1934 йылдан алып декан.

19351939 йылдарҙа фәнни һәм уҡыу уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары.

1937 йыл- «О расщеплении сгибательных мышц предплечья» темаһына медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].

1937 йылдан башлап, анатомия кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1939 йылдан алып, Республика ҡан биреү станцияһы директоры.

19401950 йылдарҙа С. З. Лоҡманов Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары була, уға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда республикала һаулыҡ һаҡлау менән генә түгел, эвакуацияланған халыҡты хеҙмәтләндереү, госпиталдәрҙең эшмәкәрлеген тәьмин итеү кеүек эштәр башҡарырға тура килә.

Республикала урынлашҡан 63 госпиталдең 36 Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты ҡарамағында була. Бынан тыш республикала санитар хәлде тотороҡло һаҡлау, балалар һаулығын ҡайғыртыу кеүек эштәр алып барыла. Һуғыш осоронда республикала балаларҙың йоғошло сирҙәр менән ауырыуын булдырмаҫ өсөн күп көс һалырға тура килә. Эвакуацияланып килгән балаларҙы ҡабул иткәндә бер аҙ йоғошло сирҙәр һаны артһа ла, һуңыраҡ ул һан 1940 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға әҙәйә.

1941 йылда Өфөгә 1-се Мәскәү медицина институты эвакуациялана. Ике институт бергә эшләй башлай. Тик Мәскәүҙән бер генә анатом килә. Шуға күрә икеләтә артҡан уҡытыу сәғәттәрен БДМИ уҡытыусыларына алып барырға тура килә. Наркоматта эше күп булыуға ҡарамаҫтан, С. З. Лоҡманов институтта кеше анатомияһы кафедраһы мөдире эшен һәм дәрестәр алып бара.

Көндәлек мәшәҡәттәр күплегенә ҡарамай, С.Лоҡманов фәнни эшен дә дауам итә.

1942 йылда «Макроструктура некоторых мышц тазового пояса человека» темаһына ул докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. С. З. Лоҡманов кеше скелеты мускулдарын өйрәнеүҙә яңы метод тәҡдим итә. Ул «эш органды төҙөй», тип әйтергә ярата. Лоҡманов анатомик күренештәрҙе аңлатыр өсөн сағыштырма анатомик тикшеренеүҙәр кәрәк тип иҫәпләй.

БАССР һаулыҡ һаҡлау наркоматы, Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым ай Республика комитеты менән берлектә медицина кадрҙары әҙерләү эшен дауам итә. Һуғыш ваҡытында республикала барлығы 905 табип, 1500 фельдшер, 3334 шәфҡәт туташы, 7538 санитар дружинница, 1645 санитар әҙерләнә[2].

Һуғыш осоронда халыҡ араһында санитария һәм гигиена буйынса ағартыу һәм аңлатыу эштәре һөҙөмтә бирә, эпидемиялар булмай. Кешеләр көҙҙән баҫыуҙарҙа ҡалған башаҡтарҙы йыйып, ашап, септик ангина менән үлеү осраҡтары булғас, бөтә табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа аңлатыу эше алып бара. Һөҙөмтәлә халыҡ һаҡлап ҡалына.

19541960 йылдарҙа БАССР— ҙың һаулыҡ һаҡлау министры.

1937—1967 йылдарҙа С. З. Лоҡманов кеше анатомияһы кафедраһы мөдире була. Фәнни эшмәкәрлеге кешенең һөлдә мускулдарының макротөҙөлөшөн һәм иннервацияһын өйрәнеүгә арналған. БДМИ- ның анатомия музейын ойоштора.

40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уның етәкселегендә 9 кандидатлыҡ һәм ике докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

1955—1958 йылдарҙа Башҡортостан анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар ғилми йәмғиәте рәйесе .

БАССР Юғары Советының 2-се һәм 4—5-се саҡырылыш депутаты. Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда РСФСР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты Ғилми Советы ағзаһы була.

Сабир Закирйән улы Лоҡманов 1967 йылдың 27 октябрендә вафат булған. Өфөлә мосолман зыяратында ерләнгән[3].

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1949 йыл —Ленин ордены,

1942, 1954 йылдар — ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,

1944 йыл — «Почёт Билдәһе» ордены.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабир Закирйән улы Лоҡманов исеме БДМУ- ның кеше анатомияһы кафедраһына бирелгән (2006).

БДМУ ның Лоҡманов эшләгән анатомия корпусы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Өфө ҡалаһының Һупайлы биҫтәһендә бер урам С. З. Лоҡманов исемен йөрөтә[4]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Макроскопическая структура некоторых мышц тазового пояса человека. Уфа, 1945; Развитие здравоохранения Башкирской АССР. Уфа, 1958.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лукманов Сабир Закирович в воспоминаниях учеников / Гос. образовательное учреждение высш. проф. образования Башкирский гос. мед. ун-т Федерального агентства по здравоохранению и социальному развитию; [под ред. Вагаповой В. Ш. и Минигазимова Р. С.]. — Уфа : [БГМУ РОСЗДРАВА], 2006 (Уфа : Башгосмедуниверситет РОСЗДРАВА). — 91 с. : ил., портр., факс.; 20 см.
  • Здравоохранение. Медицинские науки — Персоналии — Лукманов Сабир Закирович (1906—1967) — врач — Биографические материалы

FB 2 06-61/254

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]