Эстәлеккә күсергә

Сүлте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сүлте
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Координаталар

55°17′47″ с. ш. 54°25′06″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 868 001

ОКТМО коды

80 630 468 101

ГКГН номеры

0520887

Сүлте (Рәсәй)
Сүлте
Сүлте
Сүлте (Башҡортостан Республикаһы)
Сүлте

Сүлте (рус. Сюльтино) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 339 кеше булған[1]. Почта индексы — 452269, ОКАТО коды — 80230868001.

Ағиҙелдең һул ҡушылдығы булған Баҙы йылғаһы үҙәнендәге Сүлте ауылын Ҡыр-Йылан улусына ҡараған Йәлдәк ырыуы башҡорттары рөхсәте менән борондан Байлар ырыуының ерһеҙ башҡорттары (припущенниктар йәки керҙәштәр) төйәк итә. Беренсе булып Каманың уң яғында йәшәгән Солтанғәли (Султы — Сүлте) атлы уҙаман ҡустылары Игелек һәм Ҡорбанғәли менән бергә Байлар улусынан килеп төпләнә. Тәүҙә улар бер аҙ ваҡыт хәҙерге Дүртөйлө районының Солтанбәк ауылынан көнбайыштараҡ ятҡан ҡалҡыулыҡҡа урынлаша. Бер аҙҙан Йәлдәк ырыуы аҫабалары яңы урынға күсенеп ултырғандан һуң Байлар ырыуы башҡорттары мәңгелеккә бында төпләнеп ҡала. 1700 йылда Сүлте ауылы Бурлытау тигән биләмәгә ныҡлап төпләнә[2].

Сүлте башҡорттарының ышаныслы кешеһе Әбделвәхит Ейәнғолов XVII быуат аҙағында төҙөлгән килешеүҙән өҙөмтә килтерә: "Байлар улусынан минең олатайым Сүлтенай Багаев иптәштәре менән Йәлдәк улусында йәшәгән ырыуҙаштары ерендә 1691 йылдың 17 мартында бирелгән яҙмаға ярашлы Баттал умарта урманын һәм Баҙы йылғаһы буйындағы сабынлыҡтарҙы Наҙы йылғаһы үҙәненә тиклем ошо яҙмаға ярашы файҙаланырға хоҡуҡлы..."[3].

Архив документтары буйынса ауылға нигеҙ 1693 йылда һалына, ә легенда буйынса — 1700 йылда. 1858 йылда үткәрелгән рәүиз документтарында ауыл халҡы керҙәштәр (припущенниктар) булараҡ теркәлә, ә 1870 йылда улар башҡорттар тип таныла. Керҙәш башҡорттар типтәрҙәр составын тулыландыра[3].

1834 йылда ауылда тирмән, тимерлек эшләй. Типтәрҙәрҙә 120 солоҡ, ә башҡорттарҙа 55 умарта һәм 30 солоҡ булыуы теркәлә. 1843 йылда 270 башҡортҡа 464 бот ужым һәм 776 бот яҙғы иген сәселә. Никахтар буйынса: 1816 йылда 31 ғаиләнең 6-һында күп ҡатынлылыҡ күҙәтелә. Ә 1834 йылда бындай күренеш 50 ғаиләнең 8-ендә күҙәтелә. XIX быуат уртаһында дүрт, өс һәм 2 ҡатын менән йәшәгән 6 ғаилә билдәләнә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 561 268 293 47,8 52,2
1959 йыл 15 ғинуар 411 196 215 47,7 52,3
1970 йыл 15 ғинуар 457 219 238 47,9 52,1
1979 йыл 17 ғинуар 363 160 203 44,1 55,9
1989 йыл 12 ғинуар 347 165 182 47,6 52,4
2002 йыл 9 октябрь 367 180 187 49,0 51,0
2010 йыл 14 октябрь 339 164 175 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]