Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Сереккүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Түбәнге Сереккүл
рус. Нижнечерекулево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Илеш районы

Ауыл биләмәһе

Сереккүл ауыл Советы (Илеш районы)

Координаталар

55°29′42″ с. ш. 54°24′15″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1765

Халҡы

573[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452270

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 230 876 001

ОКТМО коды

80 630 476 101

ГКГН номеры

0521710

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Сереккүл (Рәсәй)
Түбәнге Сереккүл
Түбәнге Сереккүл
Түбәнге Сереккүл (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Сереккүл


Түбәнге Сереккүл (рус. Нижнечерекулево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 573 кеше[2]. Почта индексы — 452270, ОКАТО коды — 80230876001.

Түбәнге Сереккүлдә тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәй. Был ике ауыл халҡы Йәркәй, Йөннө ауылдарындағы башҡорттар менән бергә 1830 йылда Туҡтамыш Һөйөндөковҡа 5 йылға Рәс йылғаһында балыҡ тотоу хоҡуғын тапшыра. 1795 йылда 11 ихатала 120 башҡорт, 1816 йылда 12 ихатала - 98, 1834 йылда 14 ихатала - 111, 1858 йылда 31 ихатала - 253, 1870 йылда 50 ихатала - 315, 1920 йылда 144 ихатала - 750 башҡорттоң йәшәүе теркәлә"[3].

Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә. 1843 йылда бер башҡортҡа 5,2 бот иген сәселә[3].

Ауылдың ир-аттары 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. Абдрафиҡ Солтанғолов был һуғышта һәләк була[3].

Кантон идаралығы йылдарында (1798-1865 йй.) башҡорттар Урал (Яйыҡ) буйындағы сик буйы һыҙатында һәр береһе 6-шар ай хәрби хеҙмәттә була. Алты айлыҡ йәйге һәм ҡышҡы хеҙмәттәре төрлө командалар составында үтә. 6 айҙан һуң яугирҙар өйҙәренә ҡайтып китә, улар урынына икенселәре килә. 20 йәштән 50 йәшкә тиклем ир-егеттәр 6-8 тапҡыр ошондай хәрби хеҙмәт вазифаһын үтәй. Мәҫәлән, Сереккүлдә йәшәгән (Үрге Сереккүлме, йәки Түбәнге Сереккүлме икәнлеге күрһәтелмәгән) үрәтник 45 йәшлек Шаһабитдин Сабитов (Һөйөндөктөң улы) бындай хеҙмәтте бик тапҡыр үтәй (уның улы Сәхретдин). Зауряд-йөҙ башы 49 йәшлеку Әрдәшир Бәширов (Сабдикеев улы) ла ошондай хеҙмәттә 5 тапҡыр була (уның улдары: Әхмәҙей, Әстрахабей, Әхмәтнәби, Әхмәтйән)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 897 394 503 43,9 56,1
1959 йыл 15 ғинуар 589 230 359 39,0 61,0
1970 йыл 15 ғинуар 659 284 375 43,1 56,9
1979 йыл 17 ғинуар 518 237 281 45,8 54,2
1989 йыл 12 ғинуар 457 219 238 47,9 52,1
2002 йыл 9 октябрь 558 264 294 47,3 52,7
2010 йыл 14 октябрь 573 270 303 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)