Буралы (Илеш районы)
Буралы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Этәй ауыл Советы (Илеш районы) |
Халыҡ һаны |
235 кеше (2010)[1], 241 кеше (2002)[2], 220 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 452278 |
Буралы (рус. Буралы) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 235 кеше[3].
Почта индексы — 452278, ОКАТО коды — 80230836002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылан ырыуының Уразай түбәһе 6-сы йортона ҡараған Буралы ауылы шул исемдәге йылға үҙәнендә ята. Аҫаба башҡорттар 1718 йылда үҙ ерҙәренә типтәрҙәрҙе индерә. Әммә икенсе төрлө документ та бар: Йылан улусы башҡорто Уразмәт Туҡтаровҡа һәм уның ҡустыһы Һарыға "шул уҡ улус башҡорто Тумал Ҡарамышев хәбәрһеҙ юғалыу сәбәпле, уның өсөн оклад яһағын (һыуһар һәм ярты батман бал) түләргә ҡушыла...". Күренеүенсә, тәүге типтәрҙәр — Йылан ырыуы башҡорттары. 1785 йылда яҙылған документта ла был ауыл атап үтелә: Буралы ауылында йәшәгән Йомағол атлы кешенең ауылдашына 14 һум бурыслы булыуы билдәләнелә[4].
1783 йылда ауылда 8 кешенең йәшәүе теркәлә, 1795 йылда 9 ихатала — 54 башҡорт, 1816 йылда 7 ихатала — 68 башҡорт, 1834 йылда 8 ихатала — 102, 1858 йылда 30 ихатала — 182, 1870 йылда 31 ихатала 200, 1920 йылда 547 ихатала 112 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. Таблицанан күренеүенсә, 1870 һәм 1920 йылдарҙағы мәғлүмәттәр хаталы, сөнки ул йылдарҙа ауылда башҡорттар менән бергә типтәрҙәр ҙә һәм Мишәрҙәр ҙә йәшәгән була[4].
1843 йылда 40 башҡортҡа 96 бот ужым һәм 184 бот яҙғы иген сәселә[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 513 | 243 | 270 | 47,4 | 52,6 |
1959 йыл 15 ғинуар | 461 | 199 | 262 | 43,2 | 56,8 |
1970 йыл 15 ғинуар | 449 | 198 | 251 | 44,1 | 55,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 337 | 153 | 184 | 45,4 | 54,6 |
1989 йыл 12 ғинуар | 232 | 109 | 123 | 47,0 | 53,0 |
2002 йыл 9 октябрь | 241 | 110 | 131 | 45,6 | 54,4 |
2010 йыл 14 октябрь | 235 | 111 | 124 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 12 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Этәй): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 119 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Ислам Йосоп улы [1.09.1924—16.04.1991), ғалим-инженер-радиотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби-хеҙмәткәр. 1972—1991 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Йосопов Ислам Йосоп улы 2019 йыл 25 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 август 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсфәндиәров Ә. З. Буралы (Илеш районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.